Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Июль 2017, 18:51

ДӨЙӨМ КӨС—УҢЫШҠА ЮЛ

Сибайҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү, матурлау буйынса эштәр дауам итә. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы Р.М.Маликов әйтеүенсә, бәхеткә күрә, беҙҙә үҙ ерен яратҡан, әйләнә-тирәгә битараф булмаған кешеләр йәшәй.—Күреүегеҙсә, быйыл урамдарҙа сәскәләр ҙә күберәк. Яҙ ағастар ултыртыуға ла ҙур иғтибар бүленде. Шуныһы ҡыуаныслы: сәскә, ағас үҫентеләрен үҫтереп алып килеп, клумбаларға ултыртырға тәҡдим итеүсе кешеләр күп,—ти Рәшит Марат улы ҡыуанып.—1970 йылдарҙа ҡаланы төҙөкләндереүгә өлөш индергән кеше булараҡ, электән беҙҙең халыҡ йәшеллеккә, йәшәйешкә битараф булманы. Әле лә шундай эштәр дауам итеүенә ифрат шатмын.

Сибайҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү, матурлау буйынса эштәр дауам итә. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы Р.М.Маликов әйтеүенсә, бәхеткә күрә, беҙҙә үҙ ерен яратҡан, әйләнә-тирәгә битараф булмаған кешеләр йәшәй.
—Күреүегеҙсә, быйыл урамдарҙа сәскәләр ҙә күберәк. Яҙ ағастар ултыртыуға ла ҙур иғтибар бүленде. Шуныһы ҡыуаныслы: сәскә, ағас үҫентеләрен үҫтереп алып килеп, клумбаларға ултыртырға тәҡдим итеүсе кешеләр күп,—ти Рәшит Марат улы ҡыуанып.—1970 йылдарҙа ҡаланы төҙөкләндереүгә өлөш индергән кеше булараҡ, электән беҙҙең халыҡ йәшеллеккә, йәшәйешкә битараф булманы. Әле лә шундай эштәр дауам итеүенә ифрат шатмын.
Бынан тыш, етәксе шәхси эшҡыуарҙар, бағыусылар ярҙамында «Таш баҡса» ҡалҡып сығып килеүен сер итеп кенә әйтте. Йәйге селләлә ул баҡса, унда ҡуйыласаҡ таш, тимер һындар әҙер буласаҡ тип тә өҫтәне Р.М.Маликов.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы шулай уҡ ҡасабаларҙа юлдар һалыуға ла булышлыҡ итә. Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы буйынса Сибайҙа 6 проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ә бына ундай программаларҙан, дәүләттән ярҙам көтмәй, үҙ көстәре менән эшкә тотоноусылар күпкә ота. Әйтәйек, Байыҡтырыусылар-2, йәки халыҡ телендә Балыҡсы йорто-2 ҡасабаһының Аҡбуҙат, Аҫылташ урамдарында йәшәүселәр юлдарға ҡырсынташ түшәү инициативаһын үҙ өҫтөнә алған. Уларҙың теләктәрен ҡала Советы депутаты Л.Р.Кириллова хуплаған һәм артабан уны хәл итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына еткергән. Идаралыҡ эшселәре урамдарҙағы ерҙең йомшаҡ ҡатламын алып, махсус урын яһаған. Карьерҙан ҡырсынташ, уны юлға һалып этеү өсөн грейдер бушлай бүленгән. Ә бына уны ташыу өсөн КамАЗ автомобилдәрен яллауға аҡсаны урамдарҙа йәшәүселәр йыйған. Дөйөм көс менән юлдар рәтләнгән.
Аҡбуҙат урамында йәшәүсе Дилара Поляшова әйтеүенсә, был идеяны тормошҡа ашырыуға ваҡыт артыҡ күп китмәгән. Апрелдә дөйөм урам йыйылышында аҡса йыйыу мәсьәләһе хәл ителһә, күреүебеҙсә июль башында юлдарға таш түшәлеп бөткән.
Аҫылташ урамында йәшәүсе Алмас Ишмөхәмәтов иһә урамдарын рәткә килтереүгә күп көс һалған. Ул үҙ КамАЗ-ында ҡырсынташ ташыған.
—Былтыр йорт һалып бөтөп күсеп сыҡҡайныҡ, юлһыҙ аҙапланыуҙар үҙәккә үтте. Яҙлы-көҙлө тиҙ ярҙам, янғын һағы машиналарын саҡырып булмай, юл булмауына зарланалар. Үҙебеҙ ҙә батҡаҡҡа батып, ҡалаға барып сыға инек. Хәҙер ундай бәлә бөтөр тип ышанам,—тип йылмая водитель.
Алмас Ишмөхәмәтовҡа үҙ техникаларында Геннадий Панафедин, Роман Исаковтар ҙа ҡырсынташ ташырға ярҙам итә.
Ҡаланың К.Цеткин урымының 11-17 йорттары урынлашҡан мөйөштә лә юл проблемаһы киҫкен торған. Был тарафта ла үрҙә әйтеп үтелгән ысул менән юлдарына таш түшәлгән. Оҙаҡ йылдар юлһыҙ интегеүселәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә ҡыуана. Ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ятҡанса, йәшәгән урыныңды рәткә килтереүгә үҙ өлөшөңдө индереп, эш барышын еңеләйтеү күпкә отошло.
Һүрәттә: Сибай ҡалаһының Байыҡтырыусылар-2 ҡасабаһының Аҡбуҙат урамы төҙөкләндерелә.
Читайте нас: