Музей—быуатты-быуытҡа, быуынды быуынға бәйләп тороусы күпер. Уларҙың төрҙәре күп: крайҙы өйрәнеү, фәнни-тикшеренеү, көнкүреш һәм башҡалар. Шуларҙың үҙенсәлеклеһе Баймаҡ районының Ярат ауылында урынлашҡан. Ул тулыһынса ауыл тарихын сағылдыра.
Уның барлыҡҡа килеү тарихы былайыраҡ: ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Fәлимнур улы Йәнбирҙин «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә музей асырға тәҡдим итә. Уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшкәс, тәүәккәлләргә булалар. Барса ауыл халҡы хуплап ҡаршы ала һәм ҡушыла. Кемдәрҙер өйҙәрендә булған боронғо һауыт-һабаны, сигеү өлгөләрен алып килһә, икенселәр мәғлүмәт йыйыу һәм туплау менән булыша. Йыйылған материалдар тәртипкә һалына, төрлө әҙерлек эштәре алып барыла. Һәм, ниһайәт, дөйөм көс менән көҙгөһөн музей үҙ ишектәрен аса.
Ярат ауылының музейы ике өлөштән тора. Беренсеһендә урындағы ауыл халҡының көнкүреше сағылған. Боронғо заманда башҡорт халҡы нисек көн иткәнен, йәшәйештә ни ҡулланғанын төҫмөрләргә була. Һауыт-һабалар, ҡоралдар һәм ҡорамалдар, ҡаралтылар—барыһы ла был турала һөйләй. Хатта матур ғына итеп биҙәп тирмә лә ҡуйғандар. Музейҙың был мөйөшөн булдырыуға ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар тос өлөш индергән. Улар уны үҙ көстәре менән йыһазландыра. Ошо уҡ залда ауылдан сыҡҡан билдәле араларҙың шәжәрәләре урын алған.
Музейҙың икенсе өлөшө ауыл тарихына бәйле. Бында инеүселәрҙе совет осоронда билдәле Карл Маркс исемендәге колхоздың социалистик ярыш еңеүсеһе тигән байрағы ҡаршы ала. Төрлө йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән, ауыл һәм район үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең фотоһүрәттәре, биографиялары һәм ҡаҙаныштары күрһәтелгән стендтан бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарыусы рәйес Ибраһим Ҡаһарман улы Уйылдановҡа бағышланғаны айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Уның тормошона бәйле фотоальбом оло иҫтәлек һаҡлай. Колхоз яңы төҙөлгән осорҙан алып ауыл бөгөнгө көнгә тиклем ниндәй үҙгәрештәр кисергәнен сағылдырған фотоһүрәттәр бихисап. Ауылға килгән беренсе трактор, тәүге башҡорт тоҡомло аттар тураһында бик ҡыҙыҡлы фотомәғлүмәттәр йыйылған.
Киләһе стенд белем усағына бәйле. Мәктәп директорҙары, беренсе уҡытыусылар, мәғариф алдынғылары һәм отличниктары, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, һәр йылдың сығарылыш кластары тураһында мәғлүмәт тупланған. Ошонда уҡ пионер значоктарын, галстук, пилотка, борғо һәм барабанды ла күрергә була.
Һәр өлкәлә ниндәйҙер ҡаҙаныш яулаған хеҙмәт алдынғылары, герой әсәләргә бағышланған мәғлүмәттәрҙе күрергә була. Уларҙың тормош тарихы ғына түгел, төрлө ярыштарҙа алған Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла тупланған. Һәр бер стенд төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр ме-нән биҙәлгән.
Иң йөкмәткеле һәм фәһемле стендарҙың береһе һуғыш һәм тыл ветерандарына бәйле. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш-ҡан һәр ауылдаштың биографияһы менән танышырға, фотоһын күрергә мөмкин. Шулай уҡ уларҙың балалары тарафынан орден-миҙалдар ҙа музей ҡарамағына тапшырылған. Ә инде иң үҙенсәлеклеһе һәм ҡәҙерлеһе—хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелгән Fәлиәхмәт Вәлетдин улы Дәүләтбаевтың сапер көрәге. Һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған һалдат ҡәбере эҙәрмәндәр тарафынан табыла. Шунда һөйәктәр араһынан гильза һәм сапер көрәге килеп сыға. Гильза эсендәге мәғлүмәттәр буйынса ул тап ошо Ярат ауылынан сыҡҡан Fәлиәхмәт Дәүләтбаевтыҡы булып сыға.
Музейҙы Дилара Насырйән ҡыҙы Юнысбаева етәкләй. Бындағы һәр экспонат, мәғлүмәт тураһында ул ентекләп һөйләй, килеүселәрҙе таныштыра. Сөнки бөртөкләп йыйылған һәр әй-берҙең үҙ тарихы бар. Әйткәндәй, музей ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.
—Үткәнен белмәгәндең—киләсәге юҡ,—ти халыҡ. Ысынлап та, тарих тормошта ҙур роль уйнай. Экспонаттар, экспозициялар, мәғлүмәттәр тарихи ваҡыт арауығының сиктәрен юйып, быуаттарҙы тоташтыра. Уны өйрәнеү генә түгел, һаҡлап киләсәк быуынға тапшырыу—беҙҙең бурыс. Шуның өсөн дә хәлебеҙҙән килгәнсә бөгөнгө көндә музейҙы тулыландырабыҙ. Был эштә әүҙемлек күр-һәткән ауыл халҡына рәхмәт еткергем килә,—ти Илгиз Fәлимнур улы.
Ысынлап та, был музей экспонаттарға, мәғлүмәттәргә бай булыуы менән һоҡландыра. Бында үҙенә күрә бер оло тарих һаҡлана. Ул Ярат ауылына бағышланһа ла, тотош илебеҙҙең үткәнен, халҡыбыҙ яҙмышын, көнкүрешен сағылдыра.