Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Июнь 2017, 14:12

«Пегас»тың ҡымыҙы шәп!

Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге булған ҡымыҙҙы батырҙар эсемлеге тип йөрөтәләр. Һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһаған аҡты шулай әйтеүҙәре юҡҡа түгел. Халыҡ медицинаһында ҡымыҙҙы тын юлдары сирҙәре, шулай уҡ туберкулез, йүтәл, цинга, аҙ ҡанлылыҡ һәм башҡа хроник ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланғандар. Кешенең аппетитын һәм кәйефен күтәреүгә булышлыҡ итә, ҡандағы холестеринды кәметә. Ҡымыҙҙың составында беҙгә кәрәкле В1, В2, В12, С, О, РР һәм башҡа витаминдар бар. Милли эсемлек кешегә дәрт һәм көс бирә.

Сибай элеваторының «Пегас» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Ярҙамсы хужалыҡтың директоры Кәрим Тимербулат улы Таһировтың саҡырыуы буйынса беҙ яңыраҡ уларҙың эше менән барып таныштыҡ. 2014 йылда ойошторолған «Пегас» йәмғиәтенең административ бинаһы һәм фермалары Төйәләҫ ҡасабаһында урынлашҡан. Унда 12 кеше эшләй. Улар ҡарамағында—671 баш ат, йылҡыны йыл әйләнәһенә ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Хужалыҡ уңғандары ит тә, ҡымыҙ ҙа етештерә. Әле һауын бейәләрен бәйләй башлағандар. Һөнәре буйынса зооветтехник-ойоштороусы булған Гүзәл Марат ҡыҙы Иҡбаева яңғыҙы 48 бейәне көнөнә икешәр тапҡыр һауа, һөттө һөҙөп, мискәләрҙә бешә һәм пластик һауыттарға ҡойоп әҙерләй. «Пегас» йәмғиәте көн һайын 100-120 литр самаһы шифалы эсемлекте «Ситно» магазиндарына һатыуға сығара.
—2014 йылда комбинаттың, «Төйәләҫ» ауыл хужалығы предприятиеһының элекке фермаларын ремонтлап, эшкә тотондоҡ. Быйыл офис, ҡымыҙ бешеү бүлмәһе һәм эшселәргә йәшәү өсөн тәғәйенләнгән өр-яңы бина төҙөп ултырттыҡ. Эшселәр Сибай ҡалаһынан һәм Төйәләҫ ҡасабаһынан йөрөп эшләй. Улар 3 көнлөк смена менән алмашынып йылҡыларҙы көтә. Биш өйөр йылҡыбыҙ 1 мең гектар ерҙә утлай. Саф башҡорт тоҡомло аттарҙы беҙ эргә-тирә хужалыҡтарҙан йыйып алғайныҡ. Йылҡы ҡышын-йәйен ҡырҙан ҡайтып инмәй. Тәжрибәле мастер, ат ҡараусы Осипов Александр Васильевич, көтөүселәр Рәсүлев Таһир, Утарбаев Урал үҙ эштәрен яуаплы башҡара, йәштәргә эшлекле кәңәштәре менән ярҙам итә. Июнь-август айҙарында бейәләрҙе көнөнә 3 тапҡыр һауыуға күсереп, ҡымыҙ етештереү күләмен арттырырға иҫәп тотабыҙ. Күптән түгел хужалыҡҡа Швецияла сығарылған ике һауын аппараты һатып алдыҡ. Ҡулланыуҙа бик еңел һәм тауышһыҙ «DeLaval» аппараттары эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте,—ти Кәрим Тимербулат улы.
Элекке емерек хәлендә торған ферма-ҡураларҙы ремонтлап, эшһеҙлек хакимлыҡ иткән ҡасаба ерендә эш урындары булдырған Сибай элеваторының генераль директоры В.М.Пономаревҡа һәм «Пегас» йәмғиәте директоры К.Т.Таһировҡа сикһеҙ рәхмәтле төйәләҫтәр.
Һүрәттә: Һауынсы, ҡымыҙ бешеүсе Гүзәл Иҡбаева.