Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Июнь 2017, 17:43

ҺАҠМАР БЕРЛӘШТЕРӘ, ҺАҠМАР ЯҠЫНАЙТА

Бер туғандарҙы тамырҙарынан йүгергән ҡан бер-береһенә тартҡан кеүек, Урал аъяғынан боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ла ана шул ҡан тамырҙары кеүек төбәгебеҙ халҡын берләштерә, бер-береһенә яҡынайта. Май айында «Атайсал» гәзите, Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты менән берлектә ойошторған «Таҙа Һаҡмар» акцияһы дөйөм эш аша тағы ла араларҙы нығытыуға булышлыҡ итте. Ни сыға, шул баймаҡтарҙан сыға тигәндәй, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман Усмановтың күптәнге хыялы тормошҡа ашты: бөгөнгө көндә гүзәл еребеҙҙе йәмләп аҡҡан данлыҡлы йылғабыҙ буйҙарының яртыһы тиерлек таҙаланды. Һаҡмарыбыҙ иркен тын алып ҡалғандай булды. Изге эш дауам итә һәм яҙҙың аҙаҡҡы көндәрендә Баймаҡ районы етәкселеге эстафетаны күршеләре—йылайырҙарға тапшырҙы.

Бер туғандарҙы тамырҙарынан йүгергән ҡан бер-береһенә тартҡан кеүек, Урал аъяғынан боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ла ана шул ҡан тамырҙары кеүек төбәгебеҙ халҡын берләштерә, бер-береһенә яҡынайта. Май айында «Атайсал» гәзите, Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты менән берлектә ойошторған «Таҙа Һаҡмар» акцияһы дөйөм эш аша тағы ла араларҙы нығытыуға булышлыҡ итте. Ни сыға, шул баймаҡтарҙан сыға тигәндәй, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман Усмановтың күптәнге хыялы тормошҡа ашты: бөгөнгө көндә гүзәл еребеҙҙе йәмләп аҡҡан данлыҡлы йылғабыҙ буйҙарының яртыһы тиерлек таҙаланды. Һаҡмарыбыҙ иркен тын алып ҡалғандай булды. Изге эш дауам итә һәм яҙҙың аҙаҡҡы көндәрендә Баймаҡ районы етәкселеге эстафетаны күршеләре—йылайырҙарға тапшырҙы.
—Әбйәлилдәрҙән ҡабул итеп алған йөкләмәне 20 көн эсендә атҡарып сыҡтыҡ. Районыбыҙҙың 11 ауыл биләмәһе аша аҡҡан Һаҡмар йылғаһы буйҙарын тәртипкә килтерҙек. Дөйөм өмәләргә 23 ауылдан 5 меңдән ашыу кеше йәлеп ителде. Уларҙың иң кесеһенә 6 йәш булһа, иң олоһо 80 йәшлек ине,—тине Әбделкәрим ауыл биләмәһендәге Һаҡмар һыуһаҡлағысы янында эстафета тапшырыу мәлендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов.
Баймаҡтар урында иң эре һыу артерияһы булған Һаҡмар буйынан 100 тоннанан ашыу сүп-сар сығарып түккән. Шуныһы ҡыуаныслы: бында Һаҡмарҙан тыш, Таналыҡ, Урғаҙа, Йылайыр йылғалары, Талҡаҫ, Граф күлдәре, Йолалы быуаһы ярҙары ла таҙартылған. Мерәҫтәр һәм Баймаҡ ҡалаһы халҡы «Таҙа Таналыҡ» йылғаһы иғлан итеп, өмәләргә дәррәү ҡушылған. Төйәләҫ буйында йәшәүселәр ҙә саранан ситтә ҡалмаған һәм йылға артабан аҡҡан Силәбе өлкәһе кешеләрен дә был эшкә йәлеп итергә иҫәп тота.
Иҫке Сибай ауылы билмәһе, Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, экологтар Fәҙелша шарлауығы янында экологик өмәләр уҙғарып, 500 кубометр самаһы ҡый йыйған. Fөмүмән, яҡташтар «Таҙа Һаҡмар» эстафетаһы сиктәрендә районда «Таҙа яр» акцияһы ла ойоштороп ебәргән. Йылғалар ярҙарына ҡайтып, йәйге хәленә килһә, күп кенә яр буйҙарына ағастар ҙа ултыртыласаҡ.
Баймаҡтарҙың дөйөм эше альбом-эстафетала тулыһынса сағылыш тапҡан. Һәр ауыл биләмәһе өмәләр барышын фотоларға төшөрөп, акцияла әүҙем ҡатнашыусыларҙың исемдәрен теркәгән. Афарин!
Йылайыр районы делегацияһы эстафетаны ҡабул итеүгә етди әҙерләнгән: «Таҙа Һаҡмар» эстафетаһы эмблемаһы төшөрөлгән махсус кейем тектергән, бейсболкалар алған, әләмдәр эшләткән.
—Ниһайәт, изге башланғыс—Һаҡмар йылғаһын таҙартыу буйынса эстафета беҙҙең тарафтарға ла килеп етте. Төйәгебеҙ халҡы ут күршеләр баймаҡтарҙан, әбйәлилдәрҙән ҡалышмаҫ, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн лайыҡлы индерер тип ышанам,—тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин.—Юлдыбайға тиклем Һаҡмар тыныс, талғын ғына аҡһа, Һынташ яғына табан уның боролоштары һикәлтәле була бара, ағымы көсәйә. Тап Йылайыр ерендә уға һалҡын, таҙа һыулы Йылайыр йылғаһы ҡушыла һәм ул артабан тағы көсләнеп, ғәйрәтләнеп ағыуын дауам итә.
Юлдыбай ауылы биләмәһе башлығы Юлай Fәйнетдин улы Иҫәкәйев әйтеүенсә, юлдыбайҙар беренселәрҙән булып өмәгә сығасаҡ. Артабан эште һынташтар дауам итеп, Матрай ауыл билмәһенә тапшырасаҡ. Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина ауылдашы ағинәй Илүзә Бураншина эшләгән Һаҡмар инәһе ҡурсағын, сигелгән таҫтамалды баймаҡтарға бүләк итте:
—Элек-электән башҡорттар ҡыҙ бирһә лә, килен алһа ла уның ҡайһы тарафтарҙан булыуы, ниндәй һыу эсеп үҫеүе менән ҡыҙыҡһынған. Һаҡмар буйы ҡыҙҙары уңғанлығы менән айырылып торған. Беҙ килен булып төшкәндә Һаҡмар мул һыулы, ярһып аҡҡан йылға ине. Әле уның һыуы күпкә кәмене, яр буйҙарындағы ауылдар бөтә. Шуға әсенеп, һыуҙарыбыҙ ҡоромаһын, төбәгебеҙҙә демографик хәлдәр яҡшырһын, Һаҡмар ҡыҙы—милләт әсәһе булһын, беҙҙең яҡтарға килендәр күберәк төшһөн тип аҡ теләктәремде теләп, Һаҡмар инәһе символын яһаным,—тигән сәләм еткергән Илүзә Бураншина.
Йыр-моң, бейеү менән үрелеп барған эстафета тапшырыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Р.Һ.Сыңғыҙов, БДУ-ның Сибай институты директоры З.F.Йәрмөхәмәтов, уның урынбаҫары С.Н.Чернов, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Г.Ф.Ноғоманова ҡатнашты.
Улар ҙа үҙ нәүбәтендә «Таҙа Һаҡмар» акцияһы буйынса бер кәлимә һүҙ әйтте.
Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы:
—Баймаҡ кешеһе башланғыс биргән, Сибай ерлеге гәзите, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эләктереп алған сараға битараф ҡала алманым. Хатта тыуған ауылым Беренсе Этҡолда үткән өмәгә сыҡтым. Ауылдаштарыма рәхмәт, йәше, ҡарты сығып, Һаҡмар ғына түгел, Ҡышлауар, Батҡаҡлы йылғаларын, шишмәләрҙе лә таҙалап, тәртипкә килтереп ҡуйҙы.
Сибай ҡалаһы Һаҡмар йылғаһынан ситтә ятһа ла, акция сиктәрендә эргә-тирәләге Төйәләҫ, Ҡарағайлы йылғалары буйҙарына өмәләргә сыҡты. Уларҙа айырыуса йәштәр, уҡытыусылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Ҡарағайлы йылғаһын былтыр уҡ айырым иғтибар үҙәгенә алып, ярҙарын киңәйттек, йырынын ҙурайттыҡ. Был эштәргә йәмғеһе 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Ҡалалаштарға, яҡташтарға изге эштән ситтә ҡалмағандары өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.
Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, БДУ-ның Сибай институты директоры:
—Экология йылында ошондай эштәр башҡарыу мөһим. Тәбиғәт һинән, минән башлана. Тәртип таҙалап торған урында түгел, бысратмаған ерҙә була. Йылға, күлдәр буйҙарын таҙалап күрһәттегеҙ, хәҙер йәш быуынды бысратмаҫҡа өндәйек. Балалар баҡсаларында, мәк-тәптәрҙә, уҡыу йорттарында тәбиғәттә ял иткәндә сүп-сар ҡалдырмаҫҡа, арттарынан йыйыштырып йөрөргә өйрәтеү зарур.
Рим Һатыбалды улы Сыңғыҙов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
—Баймаҡтарҙың дәррәү эшен күҙәтеп барҙыҡ. Яҡташтар һынатманы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәп тә ҡуйҙы. Әбйәлилдә 12 саҡрым ғына ерҙән аҡҡан йылға Баймаҡ тарафтарында 150 саҡрымдан ашып китә. Йылайырҙарға ла күп көс түгергә тура килер. Әммә улар баймаҡтарҙан ҡалышмаҫына, баштан юғары кимәлдә ойошторолған сараның бәҫен төшөрмәҫтәренә иманым камил.
Йылайырҙар Һаҡмар буйҙарын таҙартып бөткәндән һуң, эстафетаны 9 июндә Йылайыр районының Йылайыр ауылында үтәсәк район һабантуйы мәлендә күршеләре Хәйбулла районына тапшырмаҡсы. Хәйбулла районының Ивановка, Атингән, Аҡъюл, Әбеш ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр өмәләргә сығып, йылғабыҙға йән өрөп ебәргәндән һуң акция Ырымбур өлкәһенә күсәсәк. Аҙаҡ иһә, гәзитебеҙҙең үткән һандарында хәбәр итеүебеҙсә, акция һөҙөмтәһе буйынса «түңәрәк өҫтәл» ойошторола, унда иң-иңдәр билдәләнә һәм бүләкләнә.