Сибай байыҡтырыу фабрикаһының химик лабораторияһында үҙ эшенең оҫталары эшләй. Мәҙинә Иноземцованың комбинаттағы эш стажы 38 йыл иҫәпләнһә, шуның 27-һен ул химия лабораторияһында үткәргән.
Мәҙинә Шәмси ҡыҙы Асҡын районында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын 1975-1977 йылдарҙа Свердловск ҡалаһының «Уральский рабочий» типографияһында печатник һөнәрен үҙләштереп башлай. Әммә көтмәгәндә яҙмыш еле уны Сибай ҡалаһына ташлай.
—Фәриҙә апайым Сибайға кейәүгә сыҡҡас, апайыңа ауыр булыр, тип әсәйем мине лә уның артынан ебәрҙе. Шулай итеп, 1979 йылдың февралендә мин рудниктың маркшейдер бүлегенә үлсәүсе булып урынлаштым. Биш йылдан Сибай тау техникумының киске бүлегенә уҡырға индем һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамланым,—ти ул.
1980 йылда Воронеж өлкәһенән йүнәлтмә буйынса Сибайға эшкә ебәрелгән төҙөүсе Николай Иванович Иноземцовҡа кейәүгә сыға. Юғары квалификациялы белгесте Сибай тау-байыҡтырыу комбинатына ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Ул үҙенең тырышлығы менән мастерҙан директор урынбаҫарына тиклем үрләй. Әлеге мәлдә ул комбинат идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.
Эшһөйәр Мәҙинә Шәмси ҡыҙы ла бер урында тик тормай, яңы һөнәр үҙләштерә. 1990 йылда уны Байыҡтырыу фабрикаһының химия лабораторияһына 3-сө разрядлы лаборант итеп күсерәләр. Бер юлы бик күп химия анализдарын өйрәнә ул.
—Химия буйынса курстар үттем. Мәктәптә химия дәресен яратып бөтмәй торғайным, был фәнде төплө өйрәнеп, тәжрибәләр үткәрә башлағайныҡ, һөнәремә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды,—ти лаборант.
Мәҙинә Шәмси ҡыҙы көн һайын бетон, ҡырсын, цемент кеүек төҙөлөш материалдарына тикшереү үткәрә. 5-се разрядлы тәжрибәле белгес был материалдарҙың составы, ныҡлығы, һалҡынға сыҙамлығы буйынса эш алып бара.
Диабаз, диорит, мәрмәр кеүек тау тоҡомдары менән дә эшләргә тура килә уға. Элегерәк химик анализ буйынса баҡыр, цинк, тимер, көкөрт, алтын һәм көмөш, кальций, магний, фосфорҙы билдәләргә ярҙам иткән.
Һынауға алынған өлгөләрҙе журналдарға теркәп, техник контроль хеҙмәтенә ебәреү ҙә Мәҙинә Иноземцова иңенә йөкмәтелгән.
—Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, эшем оҡшай. Таныш булмаған тау тоҡомон алып килһәләр, уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шундуҡ өйрәнергә, тәжрибә үткәрергә тотонам,—ти лаборант.
Мәҙинә Шәмси ҡыҙының тырыш хеҙмәте бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән. Йәшенә ярашлы күптән хаҡлы ялда булһа ла, ул әле лә сафта.
Иноземцовтар 6 йыл элек Алтын ҡасабаһында йорт һалып сыҡҡан. Ял көндәрен Мәҙинә апай баҡса үҫтереүгә, бәйләм бәйләүгә бағышлай. Ике улы, килендәре һәм 3 ейән-ейәнсәре уларҙың ҙур йортонда һәр ваҡыт көтөп алынған ҡунаҡ.