Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған шәхесебеҙ хөрмәтенә арналған тантана уның һәйкәленә сәскә һалыу менән асылды. Артабан сарала ҡатнашыусылар Сибай институтына юлланды. Бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең китаптарынан күргәҙмә, уның тураһында видеояҙмалар күрһәтеү ойошторолған ине.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, педагогия фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары И.С.Хәмитов кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы сәләмләп, сараны асҡандан һуң, сығыштар тыңланылды. Тарих фәндәре кандидаты, «Башҡортостан Республикаһы стратегик тикшеренеүҙәр институты» дәүләт учреждениеһы Сибай филиалының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Ф.М.Сөләймәнов Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлы, автономиялы республика төҙөүҙә уның роле тураһында һөйләне. Сәйәси фәндәр кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының хоҡуҡ факультеты деканы Ә.М.Боҫҡонов иһә арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең ғилми хеҙмәттәре менән таныштырҙы, уның 1923 йылда яҙылған «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»ның бөгөнгө көндә лә актуаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, бынан 93 йыл элек яҙылған хат уҙамандың күрәҙәлек һәләтен күрһәтә, бер быуат элек күтәрелгән проблемалар әлеге көндә лә көнүҙәк булып тора. Әхтәр Мөхәммәт улы сығышы һуңында йәштәрҙе ошо яҙмалар менән таныштырырға саҡырҙы.
Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р.Х.Йәнсурин Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Тарих фәндәре кандидаты, Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми бүлек мөдире М.Ш.Шәһиева бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса ҡалала, республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡарылған эштәргә күҙәтеү яһаны.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 126 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сараның аҙағында фекер алыштылар. Шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе дауам итеү, уның хеҙмәттәрен тәржемә итеп халыҡҡа еткереү тәҡдимдәре яңғыраны.