Был күргәҙмәлә шәхси коллекционерҙарҙың һәм музейҙың үҙендә тупланған аҡсаларҙы күрергә мөмкин. Сибай ҡалаһынан З.F.Йәрмөхәмәтов, С.В.Ишмөхәмәтов, Өфөнән А.С.Ишназаров, үҙҙәренең мауығыуы менән башҡаларҙы таныштырыу маҡсатында, тимер һәм ҡағыҙ аҡсаларын алып килгән.
Сибай институты директоры Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың шәхси коллекцияһында меңгә яҡын аҡса иҫәпләнә. Бында боронғо тинлектәрҙе, облигацияларҙы, сит илдә сығарылған төрлө аҡсаларҙы күрергә мөмкин.
— Нумизматика менән махсус шөғөлләнә башламаным. Был нисектер осраҡлы килеп сыҡты. Үҙемдең эш дәүеремдә сит илдәргә йыш йөрөргә тура килде. Унда барғас та аҡсаны алыштырып алаһың бит инде. Шуның бер нисә һумы йә тине тотоноп бөтөлмәй өйгә ҡайта. Шуларҙы иҫтәлек итеп һалып барҙым. Аҡсаны йыйырға тигән маҡсатым булманы. Йөрөгән ер һайын берәү-икәү ҡайтып йыйылып китте. Яйлап ул яратҡан шөғөлгә лә әйләнә башланы. Әлеге мәлдә минең коллекциялағы аҡсалар һаны меңгә яҡын. Бында бөгөн бөтәһен дә күрһәтә алманым, яртыһы өйҙә ҡалды. Ҡыҙыҡһыныу артҡан һайын һәр аҡсаның тарихы менән таныша башланым. Бигерәк тә сит илдә сыҡҡандары йәлеп итә. Ҡайҙа, ҡайһы осорҙа сыҡҡан, кем йә нимә һүрәте төшөрөлгән тигән кеүегерәк һорауҙарға яуаптар эҙләнем һәм таптым,—ти ул.
Сибай ҡалаһының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов та нумизматика менән осраҡлы рәүештә шөғөлләнә башлай. Институтты тамамлап, Белорет районының Әзекәй мәктәбендә эш башлаған мәленә тура килә был ҡыҙыҡһыныуы. Картуф алған саҡта ерҙән аҡсаға оҡшаш бер нәмә килеп сыға. Һәйбәтләп таҙалағас, уның бик боронғо тинлек аҡса булыуын аңлай. Йәш уҡытыусы уны һаҡлап һалып ҡуя.
— Бер мәл ололарҙан ҡалған аҡсаны йылдары һәм ҡиммәте буйынса йыйып барҙым. Ҡомартҡы булып килеп эләккәне лә бар. Тора-бара ныҡ мауығып киттем. Хатта һирәк осрай торған аҡсаларҙы һатып алғаным да бар. Тәүҙә аҡсаларҙы бөтәһен бергә бер янсыҡта һаҡлай инем, унан полиэтиленды үтек менән иретеп, бер-береһенә йәбештереп, махсус кеҫәләр эшләп алдым. Хәҙер иһә әҙер папкалар, планшеттар һатыла, шуларҙа тотам үҙ коллекциямды. Был шул тиклем мауыҡтырғыс шөғөл, хатта нумизматика буйынса китаптар ҙа алып уҡыным, ҡайһы бер аҡсаларҙың тарихын да өйрәндем. Коллекцияла булған иң боронғо тимер аҡса 1600 йылда сығарылған. Киленем селтәр эшләү менән ҡыҙыҡһынып киткәс, үҙемдә булған 1, 3, 5 тинлек, батша заманы, көмөш аҡсаларҙы уға бирҙем. Боронғо тинлектәр түшелдеректә матур булып күренеп, балҡып тора. Коллекцияла аҡсалар һаны күп, әле уларҙың берешәр экземплярын ғына алып килдем,—ти Сафа Вафа улы.
«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе, Айбулат Ишназаров та нумизматика менән ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, ул Сибай музейында ойошторолған күргәҙмәлә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә үҙенең автомоделдәрен алып килгән ине.
— Нумизматика менән алты йыл элек ҡыҙыҡһына башланым. Башта биметалл 10 һумлыҡтарҙы йыйҙым. Хәҙер хәрби дан исеме бирелгән ҡалалар төшөрөлгән 10 һумлыҡтар, юбилей аҡсалары, боронғо тинлектәр, сит илдән килгән аҡсалар ҙа бар,—ти ул.
Айбулат үҙ коллекцияһын матур итеп тематик папкаларға урынлаштырған. Бында ябай тинлектәр генә түгел, ә Сомали иленең машина формаһындағы аҡсаларын, ҡабул ителмәгән Днестр буйы Молдавия Республикаһының ғәйәт ҡаты композит пластмассанан яһалған һумлыҡ тәңкәләрен күрергә була. Ҡаҙағстан аҡсалары үҙенсәлекле.
Музей фондында ла 699 ҡағыҙ һәм тимер аҡса тупланған. Шуларҙың 149-ы күргәҙмәгә сығарылған. Әгәр XVIII-XIX быуаттарҙағы Рәсәй империяһы, СССР һәм өр-яңы тарих мәлендәге тәңкәләрҙе, купюраларҙы, Сочи һәм Мәскәү Олимпиадаларына, 1812 йылғы Ватан, Бөйөк Ватан һуғыштарына, хәрби дан ҡалаларына, Америка президенттарына, штаттарына, ҡурсаулыҡ-парктарға арналған аҡсаларҙы, тематик планшет-альбомдарҙы күрергә теләһәгеҙ, 17 декабргә тиклем Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына рәхим итегеҙ!