Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Ноябрь 2016, 23:14

Эшлекле һөйләшеү булды

Сибайҙа көрсөккә ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов алып барған сараға 2016 йылдың 9 айында зыянлы эшләгән предприятиелар етәкселәре саҡырылды.

— Октябрь айында уҙған ошондай уҡ ултырышта көрсөккә Быраулау реагенттары заводы, «СибайУрманПром», «Fәҙелша» йәмғиәттәренең хәле тикшерелгәйне. Был юлы ла һүҙҙе уларҙан башлайбыҙ,—тине Х.Х.Сөләймәнов ултырышты асып.

Быраулау реагенттары заводы директоры Г.В.Акопян белдереүенсә, предприятиела хәлдәр шәптән түгел. Заказчиктар продукцияны ваҡытында алмағанлыҡтан, бында ҙур зыян күрелә. Етештерелгән продукцияны реализациялауҙа, иҫәптәр буйынса проблемалар булғанлыҡтан, эшселәргә эш хаҡы түләнмәй, һалым, Пенсия фондына иғәнә күсерелмәй. Предприятие директоры ай аҙағына тиклем мәсьәләне ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

«СибайУрманПром» йәмғиәте директоры А.В.Ивашечкин белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығы уларға ағас ҡырҡыу өсөн ер биләмәһе бүлгән. Тимәк, урман булғас, ағас эшкәртеү эше яйға һалынасаҡ.

«Fәҙелша» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Р.Р. Күҙәбаев йәмғиәттә көрсөк процессы ахырына яҡынлашыуын әйтеп үтте.

Көн тәртибендәге икенсе мәсьәләлә быйылғы йылдың 9 айында зыянлы эшләгән предприятиелар эшмәкәрлеге тикшерелде. Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, «Сибай элеваторы», «Водосбыт», «Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәттәре, кино селтәре етәкселәре зыян күләмен билдәләп, ни өсөн ундай хәл килеп тыуыуын аңлатты.

Комбинат директоры Й.У.Биккинов мәғдән табыу күләме кәмеү, байыҡтырыусылар фабрикаһының тулы ҡеүәтенә эшләмәүе бәкәлгә һуға тип белдерҙе. «Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәте быйыл килемле эшләүгә өлгәшһә лә, элекке бурыстары уларҙың күрһәткестәрен зыянлылар иҫәбенә индергән. Сибай элеваторы ла тулы ҡеүәтенә эшләмәгәнлектән, йылды зыянлы тамамлаусылар араһына индерелгән.

Ҡалала кино селтәренең көрсөккә терәлеүе бик үкенесле. Быға тиклем мөлкәтте һатыу буйынса аукциондар, унда ҡатнашырға теләүселәр булмағанлыҡтан, ғәмәлгә ашырылмай килгән. Әгәр кино селтәре етәкселеге ҡорамалдарын уңышлы һата алһа, бурыстарының яртыһын ҡаплай аласаҡ.