АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Ноябрь 2016, 23:15

Алға китеш бар

Сибай ҡалаһында «2020 йылға ҡәҙәр Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы» үтәлешенә һөҙөмтә яһалды. Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Хәләф улы Рәхимов алып барған күсмә ултырышта республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының металлургия һәм металға бәйле булмаған етештереү тармағы, шулай уҡ урман хужалығы һәм еңел сәнәғәт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Министрҙың беренсе урынбаҫары Х.Х.Рәхимов белдереүенсә, етәкселек 2020 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән программала билдәләнгән сараларҙың үтәлешен контролдә тоторға тейеш.

— Программа биш йылға иҫәпләнһә лә, ваҡыт тиҙ үтә, шуға күрә мәлендә башҡарылған эштәрҙе барлап барыу мөһим. Әлеге кәңәшмәлә беҙ быйылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Алға китеш бармы, әллә бер урындабыҙмы, сикләнгән ваҡыт арауығында программаның бөтә пункттарын да үтәй алырбыҙмы—ошоларҙы ваҡытында асыҡлау бурыс,—тине Хәлил Хәләф улы.

Сарала «2020 йылға ҡәҙәр Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы»ның тормошҡа ашырылыу барышы, инвестициялар күләме хаҡында «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре һөйләне. Шулай уҡ Урал аръяғының урман хужалыҡтары комплекстары, еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, кәсепселек һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр халыҡ тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ иткән эштәрен барланы.

Сибай ҡалаһын барлыҡҡа килтереп, бөгөнгө көндә лә тотоп торған предприятиелар—«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы һәм «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәте өсөн сеймал базаһын киңәйтеү һәм байыҡтырыусы фабриканың етештереү ҡеүәтен арттырыу төп мәсьәлә булып тора. Сибай ер аҫты руднигы Төлкө Ҡамаған ятҡылығын ер аҫты ысулы менән үҙләштереүҙе дауам итә. Был тәңгәлдә 28,8 миллион һум тотонолған, 222 мең тонна мәғдән сығарылған. Әлеге көндә бында предприятие үҙ көсө менән ер аҫты руднигы төҙөй.

Кәңәшмәлә шулай уҡ предприятиелар эшмәкәрлегенең эффектлылығын арттырыу, дәүләт финанс ярҙамы инструменттары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр күтәрелде.


Сара һуңында программаның артабан тормошҡа ашырылыуына йүнәлеш биреүсе ҡарарҙар ҡабул ителде.

Читайте нас: