Табиптар әйтеүенсә, иммунодефицит вирусы тыуҙырған сир йылдам тарала, шуға күрә һәр кеше үҙенең ВИЧ-статусын белергә тейеш.
— Әле юғары технологиялы алымдар, дарыуҙар ярҙамында СПИД менән сирле кешеләр ғәҙәти тормош алып барыу, бала табыу, сәләмәтлеген һаҡлау мөмкинлегенә эйә. Әммә дауалауҙы ваҡытында башларға кәрәк,—ти СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Сибай филиалының табип-инфекционисы Ф.З.Мортаева.—Шуға күрә барыһын да үҙебеҙҙең филиалға (Сибай ҡалаһы, Киров урамы, 34) ВИЧ-ты асыҡлау буйынса тест үтергә саҡырабыҙ.
Фәрзәнә Зекриә ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында 189 сирле кеше иҫәптә тора. Быйылғы йылдың 10 айында 22 кешенең ауырыу йоҡтороуы асыҡланған. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда икәүгә күберәк. Мәкерле ауырыу башлыса енси юл менән тарала. Парентераль юл менән йоҡтороусылар ҙа байтаҡ. Әсәнән балаға күскән осраҡтар ҙа бар.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен тыңлағандан һуң, комиссия рәйесе Г.Ә.Ишемғолова йәштәр, уҡыусылар араһында СПИД-ҡа һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы ныҡлы эш алып барырға саҡырҙы.
— Уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа лекциялар уҙғарыу, әңгәмәләр ойоштороу ҙа файҙа бирмәй ҡалмаҫ. Йәштәребеҙҙе афәттән йолоп алып ҡалыу—беҙҙең төп бурыс,—тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.
Ултырышта шулай уҡ башҡа сирҙәр хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Ҡалала киҙеүгә ҡаршы ойошторолған профилактик сараларҙың үтәлеше тикшерелде. Сибай халҡының 41,6 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан. Киләһе йылдың ғинуар-февраль айҙарында эпидемия булмаһын өсөн кешеләр бөгөндән үҙ сәләмәтлеген ныҡлы ҡайғыртырға тейеш.
Сибай ветеринарҙары иһә сусҡаларҙа Африка тағуны (чумаһы) ныҡлы таралыуын киҫәтте. Беҙҙең ерлектә ул ауырыу әлегә юҡ, әммә күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында теркәлгән. Шуға ла сусҡа ите һатып алыусы, билмән, шешлек эшләүсе эшҡыуарҙарға был хайуандың ите менән бик һаҡ эш итергә кәрәк.