Чемпиондар тәрбиәләүсе тренер
И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының физкультура уҡытыусыһы Азамат Ишемғолов һәм уның спортсыларының даны район, республика түгел, Рәсәйҙә күптән таралған. Тренерҙың йәштәрҙе спорт донъяһына ғына түгел, еңеү артынан еңеүҙәргә әйҙәй белеүе күптәрҙе һоҡландыра, уның Рәсәй чемпиондарын тәрбиәләүҙең сере нимәлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты беҙҙең әңгәмәлә уҡығыҙ.
– Азамат Рәмил улы, һеҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландығыҙмы? Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
–Бәләкәйҙән спорт менән мауыҡтым, хатта билдәле футболсы булырға ла хыяллана инем. Әммә аҙаҡ физик культура уҡытыусыһы һөнәрен һайланым, сөнки спорт минең булмышыма әүерелде.
– Ғөмүмән, физкультурник булыуы ауырмы?
–Минең өсөн бер ҙә ҡыйын түгел, сөнки һөнәремде бик яратам. Әлбиттә, һәр эштә ҡатмарлыҡтар осрай, әммә уларҙы һәр саҡ хәл итеү юлдарын табырға мөмкин.
–Хәҙерге заман йәштәре төрлө гаджеттарға, компьютерға әүрәп физкультураны бигүк үҙ итмәйҙәр тигән фекер менән килешәһегеҙме?
–Минеңсә, бөгөнгө йәш быуын вәкилдәре шулай уҡ спортты ярата. Эйе, барыһы ла гаджеттар, компьютерҙар артында ултыра, мотоцикл менән мауығыусылар ҙа күп тип әйтергә була. Ләкин спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр һәр саҡ быға ваҡыт табасаҡ.
–Ғаиләгеҙ менән ҡыҫҡаса таныштырып үтегеҙ. Улар араһында спорт һөйөүселәр бармы?
–Ҡатыным Әлфиә шулай уҡ И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем бирә. Ҡыҙым Азалина Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, Норильск ҡалаһында эшләй. Ул – лапта буйынса спорт мастерлығына кандидат. Улым Ильяс та минең секцияла лапта буйынса шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул – мини-лапта буйынса Рәсәй беренселеге призеры, бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, спорт мастерлығына кандидат.
–Һеҙҙең лапта буйынса бихисап чемпиондарҙы тәрбиәләүсе тренер булыуығыҙ һәр кемгә лә мәғлүм. Хәйбулла лаптасыларының уңыштарына бөтә район халҡы һөйөнә, әйҙәгеҙ, уларҙы барлап үтәйек. Был еңеүҙәрҙең сере нимәлә һуң?
–Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ. Ялмы-отпускымы тип тормай, һауа торошона ла ҡарамай, йыл дауамында спортсылар менән эшләү, күнекмәләр уҙғарыу ҙур еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итә лә инде. 2017 йылда мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, 2016 йылда мини-лапта буйынса бөтә Рәсәй ауыл уйындары еңеүсеһе, 2020 йылда «Алтын бита» бөтә Рәсәй турниры еңеүсеһе, 2022 йылда мини-лапта буйынса Рәсәй беренселеге призеры, шулай уҡ күп тапҡыр Башҡортостан чемпиондары булдыҡ һәм бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы кубогын яуланыҡ. 2023 йылда Смоленск ҡалаһында Рәсәй беренселегендә Рәсәй чемпионы исемен алдыҡ. Быйыл иһә ошо уҡ Смоленскиҙа Рәсәйҙең икеләтә чемпионы тигән исем бирелде. Башҡортостан Республикаһы беренселегендә чемпион исемен традицион рәүештә йыл һайын яулайбыҙ.
–Беҙҙең лаптасылар сит яҡтарҙа уҙғарылған ярыштарҙа йыш ҡатнашамы?
–Сит илдәрҙә сығыш яһамаһаҡ та, Хәйбулла егеттәре һәм ҡыҙҙары Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм төбәктәрен дә (Түбәнге Тагил, Анапа, Пенза, Смоленск, Удмуртия һәм башҡалар) булдылар. Мәктәптең иң яҡшы уҡыусылары ла бындай урындарҙа булдыҡ тип маҡтана алмай.
–Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уҡытыу һәм тренерлыҡ эштәрендә уңыштар, тағы ла яңы үрҙәр яула уығыҙҙы теләйбеҙ.
Раян Алтынбаев.
Автор фотолары