Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март , 09:50

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спорт менән дуҫ

Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы коллективтары “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт хәрәкәтенә ҡушылды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 140-тан ашыу хеҙмәткәр ГТО системаһы нормаларын тапшырҙы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спорт менән дуҫ
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спорт менән дуҫ

Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ нормаларын уңышлы тапшырҙы. Был сараның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, Бөтә Рәсәй физкультура-спорт хәрәкәтен популярлаштырыу.

ГТО нормаларын тапшырыусылар төрлө дисциплиналар буйынса нормативтар, йәғни йәш категорияһына иҫәпләнгән спорт ярыштарында күтәрелеү, урындан тороп һикереү, гимнастика эскәмйәһендә эйелеү, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереүҙә таһыллыҡтарын һынап ҡараны. Мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм талап ителгән нормаларҙы үтәне.

Һөҙөмтәлә сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла алдарына алған маҡсатына иреште. ГТО нормаларын ҡабул итеүселәргә һәр хеҙмәткәр хаҡындағы белешмәне Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығына ебәрергә генә ҡалды. Нормаларҙың үтәлешенә ҡарап кемгә алтын, көмөн һәм бронза билдәләр тапшырыласағы асыҡлана.

24 мартта хеҙмәткә һәм оборонға әҙербеҙ фестивале ойошторола. Тап ошо сарала спортсы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк. Бынан тыш фестивалдә төрлө ойошма, учреждение командалары ярышасаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева