Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2023, 11:40

ҒӘЗИЗДЕҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Махсус операцияла һәләк булған Ғәзиз Рәғип улы иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте... 

ҒӘЗИЗДЕҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ
ҒӘЗИЗДЕҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Көнө буйы өргән буран кискә баҫылған һымаҡ булғайны ла, төнө менән тағын ҡоторҙо. Яңы яуған йомшаҡ ҡарҙарҙы юлға тултырҙы, көслө ел иҫте. Иртә менән тирә-яҡ ап-аҡ, машина менән түгел, атлап йөрөрлөк тә юл юҡ ине. Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған уҡыусыбыҙ Ғәзиз Рәғип улы иҫтәлегенә волейбол ярышыбыҙ булмаҫмы икән ни, тип борсолдоҡ. Юҡ икән шул, беҙҙекеләр алдына алғанын ҡуямы ни? Иртә менән үҙ тракторында Ғәзиздең бер туған ағаһы Рәмис ауыл араһында юлдарҙы таҡырайтып ҡуйҙы. Ә күп тә үтмәй бер-бер артлы урындағы мәктәп алдына машиналар теҙелде. Үҙебеҙҙең өмөтбайҙар ғына түгел, күршеләребеҙ Билал, Һәмән, Таһирҙан да командалар килеп етте. Бына ҡайҙа ул дәрт, сәм, ныҡышмаллылыҡ! Өмөтбай мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Азамат Фәнил улы Кәримовтың һәм Ғәзиздең бер туған ағаһы Рәмис Рәғип улының тәҡдиме менән батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 3 ғинуар көнө Өмөтбай мәктәбендә волейбол ярышы үтте. 8 сәғәткә һуҙылған көсөргәнешле ярышта Өмөтбайҙан өс (мәктәп һәм ауылдың ир-егеттәре командалары), Һәмән, Билал, Таһир командалары көс һынашты. "Әйҙә", "Һуҡ", "Очко", "Сетка" тигән һүҙҙәр, дәрләндереү, көслө алҡыштар менән спорт залы геүләп торҙо. Һәр команданың да үҙҙәренең шәп уйынсылары, үҙ алымдары, хатта "тылсымы" бар ине. Бына көн кискә ауышты, сәмле ярыш аҙағына ла яҡынлашты. Әүҙем ҡатнашыусы команда тип таһирҙар һәм Өмөтбайҙың ике командаһы билдәләнде. Уларға маҡтау грамоталары һәм торттар тапшырылды. Өсөнсө урынға Өмөтбай мәктәбе (уҡыусы егеттәр һәм Азамат Фәнил улы) сыҡты. Икенсе урын һәмәндәргә эләкте. Беренсе урынға һәм күсмә кубокка Билал ауылынан килгән ир-егеттәр лайыҡ булды. Призлы урын алған командаларға Ғәзиздең әсәһе Альбина Ингиз ҡыҙы һәм туғандары торт һәм миҙалдар тапшырҙылар, шулай уҡ исемле маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр. Ә "Иң оҫта уйынсы" номинацияһына Билалдан Айнур Әхмәтов, Өмөтбайҙан Динар Сәғәҙәтов лайыҡ булды
Был ярыш һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Бик иртә һәләк булған уҡыусыбыҙ, ауылдашыбыҙ Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиев күҙ алдыбыҙҙа һәр ваҡыт шат йылмайып торған 18 йәшлек егет булып һаҡланыр.

Альбина Садыҡова.

 

Әйткәндәй, февраль айында "Йәгеҙ әле, егеттәр" ярышын да уның иҫтәлегенә бағышларға уйлайҙар.

Автор:Резеда Валиева