Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2022, 10:30

Өс майҙансыҡта ушуға өйрәтәләр

Сибай ҡалаһының “Ҡара аждаһа” спорт клубы Президент гранты фонды ярҙамында «Дракоша - ушу балаларға» проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә 3 майҙансыҡта – “Ҡара аждаһа” спорт клубында, “Әкиәт” балалар баҡсаһында һәм балалар приютында тәрбиәләнеүселәр ушу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙырылды. -Ушу -Ҡытайҙың хәрби көрәше. Ул үҙ эсенә төрлө стилдәрҙе ала. Был көрәш төрө бик үҙенсәлекле физик, әхлаҡи, рухи үҫеш һәм тәрбиә алымы. Айырыуса бәләкәй саҡта уның менән шөғөлләнеү ҙур файҙа бирә. Ошоларҙы иҫәпкә алып «Дракоша - ушу балаларға» проекты менән Президент гранты фондының конкурсында ҡатнашып, грант оттоҡ. Аҡсаға 70 мат һатып алдыҡ һәм уларҙы өс майҙансыҡҡа бүлеп бирҙек, - ти 20 йылдан ашыу “Ҡара аждаһа” спорт клубында тренер булып эшләгән, көнсығыш һуғыш төрҙәре буйынса донъя чемпионы Батыр Йәндәүләтов.-Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, замана шундай, балаларҙы кес кенәнән спортҡа ылыҡтырырға кәрәк, физик яҡтан көслө, көрәш төрҙәрен белгәндәргә тормошҡа яраҡлашыу еңелерәк. Улар хәрби хеҙмәттә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, ватансылыҡ тойғоһо ла уларҙа көслө.

Өс майҙансыҡта ушуға өйрәтәләр
Өс майҙансыҡта ушуға өйрәтәләр

Сибай балалар приютында ушу менән 20-гә яҡын бала шөғөлләнә. “Әкиәт” балалар баҡсаһында 30-лап ҡыҙ һәм малай йыйыла. “Ҡара аждаһа” клубында иһә 40-тан ашыу кеше спорттың был төрөнә өҫтөнлөк бирә.

Күптән түгел проект сиктәрендә көрәштең был төрөн үҙ итеүселәргә кунг-фу буйынса донъя чемпионы Илнур Сафин оҫталыҡ класы уҙғарҙы. Яҡташыбыҙ 2013 йылда Лос-Анжелеста донъя чемпионатында еңгән, шул уҡ йылда Венгрияның Будапешт ҡалаһында үткән ярышта донъя кубогын яулаған. Республикан ушу һәм тай боксы буйынса күп тапҡырҙар чемпионы. Сибайҙа ул ҡыҙҙар-малайҙарға ушу-таулу буйынса һабаҡ бирҙе.

Грантты йомғаҡлау маҡсатында ушлай уҡ төрлө ярыштар уҙғарыу ҡаралған. Клуб тренерҙары әйтеүенсә, улар ярыштарҙың географияһын киңәйтеп, күрше район һәм ҡалаларҙан, хатта сит өлкәләрҙән балаларҙы ярышҡа саҡырырға иҫәп тота.

 

Өс майҙансыҡта ушуға өйрәтәләр
Өс майҙансыҡта ушуға өйрәтәләр
Автор:Гульдар Кадаева