АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2022, 13:00

СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ - СӘЛӘМӘТ РУХ

Ата-әсәләр араһында турнир үтте

СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ - СӘЛӘМӘТ РУХ
СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ - СӘЛӘМӘТ РУХ

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында 1-10-сы класс уҡыусыларының ата-әсәләре араһында волейбол турниры уҙғарылды. Ярыш дүрт көн буйы бик ҡыҙыу, сәмле барҙы һәм ике этаптан торҙо. Башланғыс кластар араһында 10 команда ҡатнашһа, юғары кластар араһында 15 команда көс һынашты. Уҡытыусыларҙа ситтә ҡалманы, үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараны. Һәр ҡатнашыусы үҙенең етеҙлеген, мәргәнлеген, сослоғон күрһәтте. Көслө, етеҙ уйынсылар күп булды. Лицейҙа ата-әсәләр араһында волейбол турниры беренсе тапҡыр уҙғарыла. Бындай ярыш тәү сиратта сәләмәт тормошто пропагандалауға ярҙам итә. Дөйөм иҫәп буйынса башланғыс кластар араһында : 1 урын - 4"б" класы(Ишморатова Ф. Д.),
2 урын - 2" а" класы (Ырыҫбаева Г. А.),
3 урын - 1"в" класы (Бикметова Р. А.) ата-әсәләре яуланы. Ә юғары кластар араһында беренселекте 10 класс (Хәмитова А. С.) уҡыусыларының ата-әсәләре һыр бирмәне. Икенсе урынға 8 "а" (Ғүмәрова З. Г.) сыҡты, өсөнсө урынға 9" б" (Ғәйнизарова М. А.) лайыҡ булды. Командаларға грамоталар, бүләктәр тапшырылды.
Ҡатнашыусыларға, уйынды ойошторған мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллинаға һәм тренерҙар Рауил Рәхим улы Абдуллинға, Илнур Миниахат улы Йосоповҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ошондай күңелле осрашыуҙар күберәк булһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Афарин, ата - әсәләр! Ошо ихласлыҡты, еңеүгә ынтылышты юғалтмай, балаларыбыҙға ла иң матур һыҙаттарыбыҙҙы бирергә яҙһын!

Нуридә Биктимерова, ата-әсәлер комитеты рәйесе.

Автор:Резеда Валиева