Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2022, 20:15

Гимназия-интернат мәргәндәрҙе көтә

Әле грант ярҙамында был спорт түңәрәген киңәйтеү, камиллаштырыу, хатта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған.

Гимназия-интернат мәргәндәрҙе көтә
Гимназия-интернат мәргәндәрҙе көтә

Сибай гимназия-интернатына барып инеү менән унан “башҡортлоҡ еҫе” аңҡый. Һәр бер уҡыусының матур итеп “Һаумыһығыҙ” тип һаулыҡ һорашыуы үҙ телен ихтирам иткән, тәрбиәле балаларҙың бында тупланыуына дәлил. Тимәк, был белем усағында милләтебеҙҙең аҫыл киләсәге уҡый.

Ысынлап та, гимназия-интернатта милли уҙаң, рух тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Мәҫәлән, быйыл Президент гранттары конкурсына ла улар халыҡсан юҫыҡтағы проект тәҡдим иткән. Ул да булһа—яндан уҡ атыу буйынса милли спорт төрөн үҫтереү. Эйе, белем усағында уҡыусылар физик культура уҡытыусыһы Хөрмәт Таһиров етәкселегендә уҙған йылда уҡ яндан уҡ атыу серҙәрен өйрәнә башлағайны. Әле грант ярҙамында был спорт түңәрәген киңәйтеү, камиллаштырыу, хатта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған.

--Беҙ тәүге йыл ғына Президент гранттары конкурсында ҡатнашмайбыҙ. Быға тиклем дә проекттар тәҡдим итеп, ярайһы уҡ уңыштарға өлгәштек. Заманса китапхана булдырҙыҡ, туризм буйынса эшләнек. Еңеүҙәр беҙҙе дәртләндерә, конкурстан үтә алмаған мәлдәр сәмләндерә. Нисек кенә булмаһын, беҙ йыл да ҡатнашабыҙ, грант отоу матди базаны нығытыуға, балаларға өҫтәлмә белем биреүгә ҙур мөмкинлектәр аса,--ти гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова.—Быйылғы грант темаһын һайлау ауырлыҡ тыуҙырманы. Гимназия-интернаттың физик культура уҡытыусыһы Хөрмәт Зөбәйер улы бар көсөн милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә һала. Үҙ инициативаһы менән тырышып уҡыусыларға яндан уҡ атырға өйрәтә. Хатта спорт залы стеналарын тишеп әрләнеп тә бөткәйне. Әммә ул дөрөҫ эшләй. Беренсенән, был спорт төрө милли рух тәрбиәләй. Икенсенән, яндан уҡ атҡанда бөтә мускулдар хәрәкәтләнә. Өсөнсөнән, мәргәнлек күҙҙәр өсөн бик файҙалы. Дүртенсенән, тәртип булдырыу йәһәтенән отошло. Һанай китһәң, файҙалы яҡтары бик күп. Балалар ярата, ярышып-ярышып яндан ата. Ошондай әҙер ресурс була тороп беҙ уны үҫтермәһәк, иғтибарһыҙ ҡалдырһаҡ яҙыҡ булыр ине.

Роза Хаммат ҡыҙы хаҡлы. Ысынлап та, башланғыс бар икән уны артабан үҫтереү зарур. Быға тиклем белем усағында 2 ян, 30-лаған уҡ булһа, грантта еңеү яулағас улар һаны бермә-бер арттырылған. Уҡ-яндар Пермь ҡалаһынан заказ менән алына.  Милли спорт төрө кәрәк-яраҡтарының ситтән алыныуының да сәбәбе бар—һәр нәмәгә серфитикат кәрәк. Тимәк, был йәһәттән урындағы оҫталарға уйланырға урын бар.

--Грантҡа тәҡдим иткән проект шарттарына ярашлы, беҙ яндан уҡ атыуға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләлә тәрбиәләнеүселәрҙе лә йәлеп итергә тейешбеҙ. Шуға ла белем усағының подвалын нәҡ ошо спорт төрө өсөн ҡулайлаштырып ремонтлайбыҙ. Стена-түбәләре тигеҙләнеп, аҡланды, әле иҙәнен йүнәтеү буйынса эш башларға ниәтләйбеҙ. Грант аҡсаһын төҙөлөш эшенә ебәрә алмайбыҙ, шуға был йәһәттән ҡаланан ярҙам һораныҡ. Хакимиәт башлығы А.Юлдашбаев ыңғай яуап ҡайтарҙы,--тип гимназия-интернат директоры Р.Х.Бикбова.

Ҡала етәкселегенең милли спорт төрөн үҫтереүгә булышлыҡ итергә теләүе, әлбиттә, һөйөндөрә. Бөгөн милли яндан уҡ атыу бик популяр була бара. Республикала, Бөтә Рәсәйҙә әленән-әле конкурстар үткәрелә. Әйткәндәй, гимназия-интернаттың физикультура уҡытыусыһы Хөрмәт Таһиров был тәңгәлдә бик күп уңыштарға өлгәшкән. Үҙ артынан уҡыусыларын да эйәртә. Мәҫәлән,  Динара һәм Дамир Юлдыбаевтар, Элина Һағынбаева, Вилена Асаинова призлы урындар яулаған. Тиҙҙән призерҙар һәм чемпиондар исемлеге тағы ла тулыланырына ышаныс ҙур.

--Балалар бик теләп шөғөлләнә. Быйыл Шайморатовсылар класы асылды. Уларға нәҡ ошо йүнәлештә өҫтәлмә дәрес индерелде. Яндан уҡ атыуға гимназия-интернатта уҡыусылар ғына түгел, һәр теләүсе килә ала. Әлеге грантты яулаусы проектҡа ярашлы, октябрь айынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе, ауыр хәлгә тарыусы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәрҙе, етемдәрҙе бушлай ҡабул итә башлайбыҙ,--ти Хөрмәт Зөбәйер улы.

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, милли спорт төрөн үҫтереү өсөн бар көсөн, дәртен һалған физик культура уҡытыусыһы үҙ “һүҙлеген” дә булдырып алған икән.

--Һәр спорт төрөнөң ҡағиҙәләре, һаҡланыу саралары була. Яндан уҡ атыуҙа ла аксессуарҙар байтаҡ ҡына. Мин уларҙы үҙемсә башҡортлаштырып бөттөм. Мәҫәлән, махсус бирсәткә--напальчик бар. Мин уны “бармаҡһаҡ” тип әйтәм. Йәғни бармаҡты һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ “Ҡулһаҡ” (нарукавник) бар. Уҡыусыларым миңә өйрәнеп бөттө инде,--ти физкультура уҡытыусыһы.

Республикабыҙҙа “Мәргән уҡсы” клубы эшләп килһә, улар тарафынан төрлө ярыштар үткәрелеп торһа, Сибайҙа иһә гимназия-интернат базаһында урынлашҡан “Ирәндек уҡысылары” үҙ мәргәндәрен көтөп ҡала.

Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева