Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Август 2022, 11:50

Ояла белгәне лә була, әрләшкәне лә ...

Автобуста урын бирмәй ир-егет. Бик һирәк осраҡта ғына тороп баҫҡандарын, берәй оло кешене йәки ҡатын-ҡыҙҙы ултыртҡандарын күрерһең. Алыҫ юлға булһа бер асыу, ҡала араһында, 10-15 минутлыҡ юлда ла баҫып тора алмайҙар микән ни? Әллә әсәйҙәре, ҡатындары: “Штобы әбей-һәбейгә, бисә-сәсәгә урын бирәһе булма, ултырып ҡына йөрө” тип әйтеп сығарамы, өйрәтеп үҫтерәме? Күҙәтеп барып та хайран ҡалам: яндарында сәскә кеүек ҡыҙ тора – уҫлаптай егет ултыра, аҡ сәсле инәй инә – малай урынына һеңә бирә, ауырлы ҡатын килә – ир тигәнең күҙен йәшерә. Был бит ололар йәки ҡатын-ҡыҙ баҫып тора алмай, тигән һүҙ түгел, был бит һәр кемдең эске донъяһы, эске тәртип, тип уйлайым мин ҡара аҡылым менән.

Ояла белгәне лә була, әрләшкәне лә ...
Ояла белгәне лә була, әрләшкәне лә ...

Ошо теманы ҡуҙғатҡас, бер хәлде иҫләйем әле. Борон Бөрйәнгә Белореттан бер генә автобус була торғайны, уныһына ла билет алып ултырып ҡайтыу өсөн таңдан сират торорға кәрәк, уныһында ла урын эләкһә әле. Бер ағайым ауыр операциянан һуң дауаханан сыға ла, мин Өфөнән килешләй уны оҙатышып алып ҡайтам инде. Автовокзал асылмаҫ борон килеп, сират тороп, икебеҙгә билет алдым. Ултырып киттек хәҙер. Ҡаланы сыҡҡайныҡ ҡына, билет ала алмаған төркөм боролошта көтөп тора икән. Водитель уларҙың барыһын да ултырта, билдәле инде, ауыл инәйҙәре. Шунда ағайым һикереп тороп бер ҡатынға урынын бирҙе. Әйткәнде тыңламай ҙа, ишетмәй ҙә. Һелкенеп, сытырайып баҫып ҡайтты. Ултырманы. Был хәлде мин хәҙер миҫал итеп үҙебеҙҙең малай-шалайға һөйләп алам.

🚌Йыш ҡына автобуста егеттәрҙе оялтам бөгөн.
--Молодой человек, вы инвалид или беременны? – тип һорайым ҡысҡырып тороп.
--Юҡ... – ти, ғәҙәттә улар, ҡолаҡтарынан наушниктарын алып.
--Улайһа ни эшләп бынау инәйгә урын бирмәйһегеҙ?
Ояла белгәне лә була, әрләшкәне лә ...

☺Ҡуй инде, ҡыҫылмаған, тығылмаған ерем юҡ! 😀

Автор:Гульдар Кадаева