Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Апрель 2022, 11:05

БАҺАДИР ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры Иршат Ибраһим улы Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналған спорт ярыштары үтте. Унда Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан килгән 130 бала ҡатнашты.

БАҺАДИР ИҪТӘЛЕГЕНӘ
БАҺАДИР ИҪТӘЛЕГЕНӘ
Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры Иршат Ибраһим улы Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналған спорт ярыштары үтте. Унда Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан килгән 130 бала ҡатнашты.
Иршат Ибраһим улы сығышы менән Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан. Бала саҡтан уҡ ул бик зирәк, үткер һәм хәрәкәтсән булып үҫә. Ҡурайҙа уйнай, тәүге һабаҡтарҙы ул билдәле ҡурайсы, фольклорсы Кәрим Дияровтан ала. Әммә спортҡа булған сикһеҙ һөйөүе уны Кумертау педагогия училищеһына алып килә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул бөтә ғүмерен йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. 90-сы йылдар башында Иршат Ибраһим улы Лянтор ҡалаһына эшкә күсә һәм шундуҡ башҡорт йәмәғәт ойошмаһының уртаһында ҡайнай башлай. Иң беренсе маҡсаты -алыҫ Себер ерендә милли көрәште булдырыу, уны пропагандалау, башҡорт йәштәрен спорттың ошо төрөнә йәлеп итеү. Милли көрәш буйынса кружоктар аса, унда шөғөллнеүсе егеттәрҙе үҙ иҫәбенә Башҡортостанға, Татарстанға ярыштарға алып йөрөй.Иршат Ибраһим улының ҙур тырышлығы менән Лянтор ҡалаһының бер урамына С.Юлаев исеме бирелә. Етәкселектең саҡырыуы буйынса ҡабаттан Көйөргәҙе районына ҡайта һәм шунда милли көрәш менән шөғөлләнер өсөн махсус зал, бассейны булған ҙур йорт төҙөй, йәш көрәшселәрҙе әҙерләй.
Ярышты асып, Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Илгиз Хөрмәт улы Байымов былай тине: "Иршат Ибраһим улы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан. Ә был төбәк ҡурайсыларға, сәнғәт әһелдәренә бай төбәк. Былтыр ошо бәләкәй генә ауыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында уңышлы сығыш яһап, Республика башлығының 5 млн.Грантына лайыҡ булды. Бөгөн беҙ ошо ауылдан сыҡҡан һәм Рәсәй чемпионы дәрәжәһенә күтәрелгән спортсыны данлайбыҙ".
Ауылдаштары исеменән ярышта ҡатнашыусыларҙы Иршат Ибраһим улының бер туған ағаһы Марат Ибраһим улы Исмәғилев тәбрикләне.Шулай уҡ был сарала Иршат Ибраһим улының туғандары-Рауил Ибраһим улы, Минзифа Ибраһим ҡыҙы, килендәре Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы һәм Гөлнур Салауат ҡыҙы Вәлиевалар һәм ауылдашы Рәил Рауил улы Хәсәнов ҡатнашты. Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов изге ай башланыуы менән ҡотлап, уйынға фатиха бирҙе һәм ҡурайҙа мәшһүр "Урал" көйөн уйнаны.Ярыш 25-75 кг ауырлыҡтағы спортсылар араһында үтте. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙал һәм Исмәғилевтар тарафынан аҡсалата премиялар тапшырылды. Спорт-һауыҡтырыу компексында Иршат Ибраһим улының тормош юлына арналған стенд ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, был ярыш Иршат Ибраһим улының тыуған районында беренсе тапҡыр үткәрелә .Ә бына Көйөргәҙе ерлегендә ул йыл һайын ойошторола. Быйыл ул 18-се тапҡыр уҙғарыласаҡ. Ярыш шул тиклегем сәмле барҙы. Спорт-һауыҡтырыу комплексы көнөҙон балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Быны күреп, Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Илгиз Хөрмәт улы Байымов ярышты йыл да үткәрергә кәрәк тигән фекер әйтте.Әгәр ҙә ул шулай була ҡалһа, иманым камил, Иршат Ибраһим улы Исмәғилев кеүек көслө рухлы, ҡурайсы, баһадир йәш башҡорттарыбыҙ үҫеп сығасаҡ әле.
 
Рәүилә Хәсәнова.
Автор:Резеда Валиева