Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2022, 14:30

АРСЕН--ИҢ ШӘП ФАНАТ

Апрель башында Сибай ҡалаһына Салауат Юлаев хоккей командаһының топ-уйынсылары киләсәген ишеткәс, Арсен ата-әсәһенән йәшереп кенә үҙенең аҡ футболкаһына билдәле хоккей командаһының эмблемаһын, уйынсыларҙың номерҙарын төшөрә. Был хаҡта ата-әсәй белеп ҡалғас, әлбиттә, малайҙы шелтәләмәй, киреһенсә улдарының замана балалары кеүек гаджеттарға йомолоп ултырмай, нимә менәндер ҡыҙыҡһыныуына ҡыуана...

АРСЕН--ИҢ ШӘП ФАНАТ
АРСЕН--ИҢ ШӘП ФАНАТ

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Арсен Ҡырымғужинға 7 генә йәш әле. Ул ҡаланың 9-сы лицейында 1-се класта белем ала. Спорт һөйөүсе ғаиләлә тәрбиәләнеүсе малай бәләкәйҙән төрлө түңәрәктәргә йөрөп кенә ҡалмай, ата-әсәһе менән бергә ярыштарҙа ла ҡатнаша. Шулай ҙа иң яратҡаны – шорт-трек һәм хоккей. Тренеры Салауат Һәҙиәт улы Вәлиев малайҙың киләсәген өмөтлө тип билдәләй.

Апрель башында Сибай ҡалаһына Салауат Юлаев хоккей командаһының топ-уйынсылары киләсәген ишеткәс, Арсен ата-әсәһенән йәшереп кенә үҙенең аҡ футболкаһына билдәле хоккей командаһының эмблемаһын, уйынсыларҙың номерҙарын төшөрә. Был хаҡта ата-әсәй белеп ҡалғас, әлбиттә, малайҙы шелтәләмәй, киреһенсә улдарының замана балалары кеүек гаджеттарға йомолоп ултырмай, нимә менәндер ҡыҙыҡһыныуына ҡыуана.

1 апрель “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйынсылары Александр Шарыченков, Александр Кадейкин, Григорий Панин, Шәкир Мөмәтуллин, Данил Алалыкин, Павел Коледв, Николай Кулемин, Петр Хохряков Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайына ысынлап килеүен ишеткәс, Арсендың ҡыуанысының сиге булмай! Был осрашыуҙы ул бит күптән көтә ине. Әйткәндәй, Арсендың әсәһе Линара Ҡырымғужина боҙ һарайҙа эшләй. Данлыҡлы хоккей командаһы уйынсылары Линара Рәүеф ҡыҙы аша Сибайҙа уларҙың кескәй фанаты йәшәүен ишетеп ҡала һәм осрашырға теләк белдерә. “Төрлө фанаттарҙы күргәнебеҙ бар, әммә Арсен кеүек үҙ футболкаһына беҙҙең эмблеманы үҙ ҡулдыраы менән эшләгән малайҙы осратҡаныбыҙ юҡ ине”,--тип шатлана улар. Арсендың үҙ ҡулдары менән биҙәгән футболкаһы осрашыуҙан һуң тағы ла нығыраҡ сыбарлана, сөнки бында уйынсылар ҡултамғаһын ҡуя, йәғни автограф бирәләр. Шулай уҡ малайҙың хоккей шлемы ла ҡултамғалар менән “биҙәлә”. Арсендың бер туған апаһының кепкаһы ла хәҙер юлаевсылар менән осрашыуҙы хәтерләтеп торасаҡ.

--Беҙҙең гардеробта бер ҡасанда йыуылмаясаҡ кейем барлыҡҡа килде, ул—Арсендың футболкаһы,--тип көлә Арсендың әсәһе Линара.—Ул улыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле, иң иҫтәлекле бүләккә әүерелде.

 

Ә Салауат Юлаев хоккей командаһы ниндәй маҡсат менән килгән һуң Сибайға? Данлыҡлы хоккей командаһы уйынсылары “Сибай яҙы” исемле турнирҙы асыу тантанаһында ҡатнашып, Сибай, Магнитогорск, Салауат, Күмертау командалары менән осрашып, үҫмерҙәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Автор:Резеда Валиева