АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2022, 10:45

Хәйбулла мәргәндәре һынатманы

Хәйбулла районы мәргәндәре Бөрйән районының Һарғая ауылында Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығының үҙәк утарында киң ҡолас менән үткән «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары»нда ҡатнашты.

Хәйбулла мәргәндәре һынатманы
Хәйбулла мәргәндәре һынатманы

«Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» сиктәрендә уҡ атыу буйынса бәйге йыл һайын уҙғарыла. Иңдәренә уҡ-һаҙаҡ аҫҡан һәм халҡыбыҙҙың эске булмышын сағылдырған милли кейемдәге уҡсылар йәш категорияларына ярашлы теҙелеп баҫтылар. Етеҙ уғатарҙарҙың ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Уҡтарын сәпкә тыҡылдатып атып та бөттөләр. Йәш мәргәндәрҙе күреү айырыуса ҡыуаныслы булды - бәйгеселәр араһында мәктәп уҡыусылары ла күп ине. Бынан тыш, арҡан тартыш, ағастан юнып эшләнгән ауыр суҡмар менән «таш» ярыу, суҡмар бәреү һәм башҡа спорт уйындары ла ойошторолдо.

 

Хәйбуллалар «Урал батырҙың ҡышҡы уйыны» менән ҡәнәғәт ҡалды һәм унда киләһе йылда ла ҡатнашырға ниәтләй.

Хәйбулла хәбәрҙәре төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева