Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2022, 20:15

Рәсәй кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәйҙең кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә.

Рәсәй кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә
Рәсәй кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә

Ирҙәр 12,5 километр арауыҡҡа эҙәрлекләү уҙыштарында көс һынаны. Рәсәй командаһынан Кәрим Хәлили чемпион тип танылды. Икенсе урында – Рөстәм Ҡәйүмов (Ямал-Ненецк автономиялы округы). Өсөнсө урынға Свердловск өлкәһенән Кирилл Бажин сыҡты.

Бөгөн шулай уҡ ҡатындар ҙа 10 километр арауыҡҡа эҙәрлекләү ярыштарында көс һынаясаҡ.
Әйткәндәй, Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү бушлай. Ярыштар барышын “Матч ТВ” телеканалы тура эфирында ла ҡарарға мөмкин. Ҡарағыҙ, баһалағыҙ, янып-көйөгөҙ!

Автор:Гульдар Кадаева