Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль , 15:30

ҠЫШҠЫ ҺАБАНТУЙ

Яманһаҙ ауылында үткәрелгән ҡышҡы ат ярыштарында сәләхтәр ҙә әүҙем ҡатнашты...

ҠЫШҠЫ ҺАБАНТУЙ
ҠЫШҠЫ ҺАБАНТУЙ


--Башҡорт булған ерҙә - ат бар, ат булған ерҙә башҡорт бар, тиҙәр. Ысынлап та, милләтебеҙ тарихында ат мөһим урын алып тора.

Беҙҙең айыҡ Сәләх ауылында һәр өйҙә тиерлек йылҡы малы үрсетелә. Яманһаҙ ауылы янындағы яланда ҡышҡы ат ярыштары уҙа тигәнде ишеткәс, ситтә ятып ҡалмаҫҡа булдыҡ.

Ауылыбыҙҙың алыштырығыһыҙ малсыһы Батисов Рәсүл Иҙрис улы ихлас күңел, ҙур теләк менән ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе. Әлбиттә, беҙҙең ауыл, беҙҙең халыҡ һәр ваҡыт алда, һәр ваҡыт алдынғы!

Туғарылған атты егеүҙә лә, биш км алыҫлыҡҡа сабышыуҙа ла бәйгесебеҙ 2-се урынды яуланы. Ул Почет грамотаһы, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.

Ауылыбыҙ ҡыҙҙары һыйҙан һығылып торған өҫтәл әҙерләне, самауыр ҡайнатып бөтә йыйылғандарҙы хуш еҫле үлән сәйҙәре менән һыйланы. Ауылыбыҙ һандуғастары Тагиров Тәлғәт һәм Иҫәнбаева Шәрифә дәртле лә, моңло ла йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Ысын ҡышҡы һабантуй майҙанында ҡул көрәштереп тә, йүгереп тә, арҡан тартышып та, ук атып та күңел астыҡ.

Районыбыҙҙы шаулатҡан иҫ китмәле күңелле байрам булды. Яҡшы тәьҫораттар, күңелле мәлдәр, матур осрашыуҙар, күптән күрмәгән таныштар- барыһы ла бер көндә, бер бәйге лә, бер урында булды.

Сәләхтәр исеменән ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, тик изге теләктәр! Һаулығығыҙ ныҡлы, эшегеҙ уң, күңелегеҙ көр булһын,--тип яҙалар Сәләх ауылының социаль селтәрҙәге битләүендә.

Автор:Резеда Валиева