АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2021, 16:00

“Саңғы юлы--ул саф һауа, сәләмәтлек, ныҡлыҡ, түҙемлек”

Сибай ҡалаһында ойошма һәм предприятиелар араһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған спартакиада дауам итә. Ошо көндәрҙә саңғысылар стартҡа баҫты. Уҙышта 5 команда ҡатнашты.Производство, уҡыу йорттары коллективтары араһында комплекслы спартакиада уҙғарыу хеҙмәткәрҙәргә, студенттарҙы ялдарын файҙалы ойоштороу мөмкинлеге бирә. Иң беренсе булып ярышҡа гүзәл заттар сыҡты. Уларҙың күбеһе ярыштарҙа даими ҡатнашып, трассаны яҡшы белгән спортсылар ине. Шуға ла алтын миҙал кемгә эләгәсәге баштан күренде.Дауамы сайтта.

Сибай ҡалаһында ойошма һәм предприятиелар араһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған спартакиада дауам итә. Ошо көндәрҙә саңғысылар стартҡа баҫты. Уҙышта 5 команда ҡатнашты.
Производство, уҡыу йорттары коллективтары араһында комплекслы спартакиада уҙғарыу хеҙмәткәрҙәргә, студенттарҙы ялдарын файҙалы ойоштороу мөмкинлеге бирә. Иң беренсе булып ярышҡа гүзәл заттар сыҡты. Уларҙың күбеһе ярыштарҙа даими ҡатнашып, трассаны яҡшы белгән спортсылар ине. Шуға ла алтын миҙал кемгә эләгәсәге баштан күренде.
--Саңғы спорты--минең йәшәү рәүешем. 3 класта уға баҫҡайным шунан бирле спорттың был төрөнә үлеп ғашиҡмын. Саңғы юлы -- ул саф һауа, сәләтлек, ныҡлыҡ, түҙемлек. Күптән түгел үҙем эшләгән Башкирэнерго йәмғиәте командаһы составында республика ярышында ҡатныштыҡ. Алдынғы урындар алмаһаҡ та ярышҡа йөрөү үҙе оло мәртәбә,--тине Залия Стаценко.
Командалар 5 кешенән—3 ир-егеттән һәм 2 ҡатын-ҡыҙҙан торҙо. Көндөң йылы булыуы ла спортсыларға кәйеф, дәрт өҫтәне.
--Бындай саңғы ярыштары йыл һайын ойошторола. Ҡатын-ҡыҙҙар айырым, ир-егеттәр айырым стартҡа баҫты. Эре сәнәғәт предприятиелары командары бындай саранан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай,--тине ярыштың баш судьяһы, Сибай педагогия колледжының физкультура уҡытыусыһы Фәрит Хәмитов
Шуныһы ҡыуаныслы, спорт ветерандары сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараларҙың һәр ваҡыт уртаһында була. Был уҙышта ла улар әүҙемлек күрһәтеп, ярыштың башынан аҙағынаса саңғы юлында булды.
--Элек беҙ ҡаланан ситкә “Орленок” лагеры биләмәһенә сығып ярыша торғайныҡ. Әле ҡала паркында саңғы юлы булыуы отошло,-- ти спорт һәм хеҙмәт ветераны
Әмир Рәхмәтуллин
Ярышта ҡатнашыусылар бөтәһе лә Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Уларҙың һөҙөмтәләре ҡала спартакиадаһының дөйөм зачеты иҫәбенә алынасаҡ.