АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2020, 10:40

Атҡан ерҙә уҡ ҡалыр

Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы уҡсылары араһында "Сураш батыр" иҫтәлегенә традицион яндан уҡ атыу турниры үтте. Кем иң мәргән уҡсы булып танылды? Быны белергә теләһәгеҙ, "Атайсал" гәзитенең сайтына инеп уҡығыҙ.

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы мәктәбендә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы уҡсылары араһында "Сураш батыр" иҫтәлегенә традицион яндан уҡ атыу турниры үтте. “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә уҙғарылған ярышта 60- тан ашыу уғатар мәргәнлектә көс һынашты.
Кем һуң ул Сураш батыр? Сурағол Ҡолмырҙа улы халыҡ хәтерендә Сураш батыр, Сураш Мәргән исемдәре менән билдәле булған Бөрйән ырыуы батыры.
Сураш Ҡалмырҙин (1735—1740) йылдарҙағы һәм (1755—1757) йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусы. 1711 йылда Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусында донъяға килгән. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында йәшәгән. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. 1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә йәнә ихтилал тоҡана: Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалана. Сураш батыр Е. Е. Брагинды атып үлтерә. Сураш батыр 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҡаһарманы ла. 1773 йылда уға 62 йәш була, ул Әмин, Темәс батырҙар менән берлектә Ырымбур ҡалаһын ҡамаған Пугачев ғәскәрҙәре сафында һуғыша һәм үлемесле яралана. Иптәштәре, яуҙаштары уны хәҙерге Ейәнсура районының Бәләкәй Муйнаҡ ауылына алып килеп ерләй.
Сарала республиканың иң дәрәжәле мәргәндәре "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, Сибай ҡалаһы уғатары Хөрмәт Таһиров, Динислам Өмөтбаев, тарихсы, уҡсы Айҙар Мәжитов ҡатнашты.
Уҡсыларға үрә баҫып тороп, тубыҡланып һәм әйләнеп атыу кеүек һынауҙар ойошторолдо. Һөҙөмтәләр буйынса иң мәргәне тип өлкән йәштәге ир-егеттәр араһынан Үрге Яйыҡбай ауылынан Ғәфүр Рахманғолов танылды, икенсе урында Артур Мусин (Түбәнге Иҙрис ауылынан) һәм өсөнсө урынды Сибай ҡалаһынан Рөстәм Таһиров алды. 18 йәшкә тиклем егеттәр араһында беренсе урын Сәйфуллин Йәғәфәр (Сибай ҡалаһы), икенсе урында Латыпов Рәил (Сибай ҡалаһы), өсөнсө урында Исҡужин Ильяс(Баймаҡ ҡалаһы).
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көслө заттан ҡалышманы беренсе урында Резеда Латыпова (Сибай ҡалаһы) ,икенсе урында Лилиә Сирбаева (Үрге Яйыҡбай ауылы) ,Сәлимә Рахманғолова (Баймаҡ ҡалаһы). 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында беренсе урын Физәлиә Әбдишева (Әхмәр ауылы), икенсе урын Руфина Таһирова (Сибай ҡалаһы), өсөнсө урында Камила Азаматова (Сибай ҡалаһы). Еңеүгә ынтылыш номинацияһында Сәйфуллин Динислам, “Иң кесе уҡсы” тип Йәнтүрин Аслан (Баймаҡ ҡалаһы), “Иң оло уҡсы” тип Өмөтбаев Әхәт ағай билдәләнде.
#нацпроекты#миллипроекттар