Көнсығыш конференцияла ярымфиналда кем кем менән уйнары һуңғы көндәрҙә—«Барыҫ» менән «Торпедо»ның етенсе уйы-нынан һуң ғына билдәле булды. Бөтәбеҙ ҙә тип әйтерлек «Салауат»ҡа «Барыҫ» эләгер тип көткәйнек. Өмөтөбөҙ аҡланманы: «бәхетебеҙгә» көнсығыш лидеры «Ав-томобилсе» яҙған булып сыҡты.
Беренсе һәм уйынды хәл иткән берҙән-бер голды икенсе осор башында Кемппайнен индерҙе.
Тәүҙә аяҡ салып йыҡҡан өсөн Кучерявенконы ике минутҡа ултырттылар. Ялға киткәндә дөрөҫ алышмаған өсөн тағы ла ике минут өҫтәнеләр. Өсәүгә ҡаршы бишәүләп уйнағанда Умарк менән Ларсен иҫ киткес оҫталыҡ күрһәтте, шунан файҙаланып Кемппайнен иҫәпте асты.
Уйын барышында иҫәпте арттырырлыҡ ваҡиғалар булып торҙо, әлбиттә. Умарк бер нисә тапҡыр Коварждың ҡапҡаһын ныҡлыҡҡа һынап ҡараны. «Автомобилсе»ләрҙең дә иҫәпте тигеҙләр мөмкинлектәре әҙ булманы: йә тура һуҡманылар, йә Метсола ҡотҡарҙы. Әйткәндәй, Йоха Метсола хужаларҙың ҡапҡаға төбәп һуҡҡан 34 шайбаһын кире ҡағып был матчтың иң яҡшы уйынсыһы исеменә лайыҡ булды.
Икенсе уйын. Екатеринбург. 16 март.
Был уйын тәүгеһенән ҡырҡа айырылып торҙо. Юлаевсыларҙы алыштырғандармы ни! Ә бына беренсе уйында көтмәгәндә еңелеп ҡуйған «автомобилсе»ләр тәүге минуттарҙан уҡ һөжүмгә ташланды. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: күпселектә уйнағанда хужаларҙың һөжүм итеүсеһе Георгий Бе-лоусов иҫәпте асып та ҡуйҙы. Икенсе осор башында Стефан Да Коста иҫәпте арттырыуға иреште: 2:0.
Был уйында хужалар үҙҙәрен бик насар яҡтан «асты»: аҫтыртын ғына һуғып, этәреп китеү, провокация ойоштороп, дәғүәселәрен ҡотҡоға мәжбүр итеү, юрамал ҡолап ятыу кеүек йәмһеҙ күренештәр уйын аҙағына тиклем барҙы. Шуныһы аптыратты: арбитрҙар, ниңәлер, хужаларҙың был ҡылыҡтарын күрмәҫкә тырышты. Бер ниндәй ғәйебе булмаған беҙҙең капитан Григорий Панин да шул арҡала уйындан ҡыуылды. Етмәһә, ул Өфөлә үтәсәк ике уйында уйнау хоҡуғынан да мәхрүм ителде.
Икенсе уйын хужалар файҙаһына 2:0 иҫәбенә тамамланды. Иҫәп тигеҙләнде: 1:1.
Өсөнсө уйын. Өфө. 18 март.
Өфөләге өсөнсө уйын бөтөн яҡтан да Екатеринбургта үткән тәүге уйынды ҡабатлағандай тойолдо.
Беренсе голды ла икенсе осор уртаһында юлаевсылар индерҙе. Буйға бәләкәй генә, әммә ныҡ йыл-ғыр Владимир Ткачев бер үҙе ҡаршы сығып ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһын «алдауға» иреште: 1:0. Ләкин уйнаған һайын хәлдәре бөтә барған юлаевсылар был иҫәпте уйын аҙағына тиклем һаҡлап ҡала алманы: өсөнсө осор башында, әҙселектә уйнағанда, ҡунаҡтарҙың һаҡсыһы Трямкин һөжүм менән мауыҡҡан юлаевсыларҙан шайбаны тартып алып Кучерявенкоға ырғытты. Метсола күрмәй ҙә ҡалды, шайба беҙҙең ҡапҡала ине инде. Шулай итеп, төп ваҡыт 1:1 иҫә-бенә тамамланды.
Уйын аҙағына юлаевсыларҙың бөтөнләй хәле бөттө. Аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп йөрөгәндәрен ҡарап, былар өҫтәлмә ваҡытта ни-сек кенә уйнарҙар икән, тип көйөп ултырҙым. Ләкин...фәрештәләребеҙ беҙҙе ташламаған икән! Бер нисә минут уйнағас, Стефан Да Костаны штраф эскәмйәһенә ултырттылар.Ҡунаҡтар ҡапҡаһы төбөндә айпалыш китте. Кемппайнен ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, аңламай ҙа ҡалдым, мин иҫкә килгәндә шайба Коварждың ҡап-ҡаһы төбөндә ята ине инде.
Шулай итеп, өсөнсө уйында юлаевсылар өҫтәлмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә еңеп, тағы алға сыҡты. Ләкин тынысланырға иртәрәк әле. Иң мөһим уйындар алда. Был юлы, бәл-ки, тәжрибә лә ярҙам иткәндер. Ләкин миңә «автомобилсе»ләр көслөрәк тә, етеҙерәк тә тойолдо.
Дүртенсе уйын. Өфө. 20 март.
Уйын башланыу менән командалар бер-береһенә сынйырҙан ысҡынған кеүек ташландылар. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһы Яҡуб Коваржға ныҡ эләкте—КХЛ-дың иң яҡшы ҡапҡасыһы уға ырғытылған ике шайбаның береһен дә тота алманы. Тәүҙә Алексей Семенов, шунан Эдуард Гиматов Коваржды уңайһыҙ хәлдә ҡалдырҙы. «Автомобилсе»ләр ҙә ебеп төшмәне: бик оҙаҡлатмай ғына яуап голы индерә һалды. Әммә юлаевсыларҙы туҡтатыу мөмкин түгел ине инде: беренсе звеноның һәйбәт һөжүме осоронда Филип Ларсен 3-сөгә Коварждың кәйефен боҙҙо: 3:1.
Икенсе осорҙа ҡунаҡтар ике тапҡыр күпселектә уйнаны, ләкин иҫәпте үҙгәртә алманылар, ә бына беҙҙең Йоонас Кемппайнен 4-се гол индереүгә иреште. Өсөнсө осорҙа уйын үҙгәрмәне. «Салауат» ышаныслы һаҡланды. «Автомобилсе»нең һәр һөжүме юлаевсыларҙың «стенаһына» осрап кире ҡаҡлыҡты. Шулай ҙа ҡунаҡтар уйын аҙағында тағы бер шайба индереүгә иреште: 4:2.
Гагарин Кубогының ярым финалына сығыу өсөн «Салауат»ҡа бер аҙым атлайһы ғына ҡалды. Нисек булыр инде был аҙым? Алдағы көндәрҙә күрербеҙ.