АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
12 Май 2023, 15:05

Йәмле майҙа йәш ғаилә тыуҙы

12 майҙа Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө ғаилә барлыҡҡа килеүе тураһында акт теркәлде. Йәштәр Сөләймәнов Ридан һәм Любовь Панфилова кәләштең әхирәтендә танышҡан. -Бер күреүҙән ғашиҡ булдым, - ти Сөләймәновтарҙың ғаилә башлығы Ридан. -Мөхәббәтем дә минең хистәремә ыңғай яуап бирҙе. Хатта бөтә кеше өрккән май айы беҙҙең һөйөүгә кәртә була алманы.

Йәмле майҙа йәш ғаилә тыуҙы
Йәмле майҙа йәш ғаилә тыуҙы

-Киләсәктә ике балабыҙ буласаҡ,- тип хыялланабыҙ ти йәш кәләш.

Амин, шулай булһын! Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, имен, мөхәббәтегеҙ мәңгелек булһын!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева әйтеүенсә, бүлек төп эшмәкәрлеген “Демография” милли проектына ярашлы алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева