АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
5 Май 2023, 11:25

200-сө сабый тыуҙы

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 200-сө бала тыуыуы хаҡында акт теркәлде. Артём Андреевич һәм Ольга Викторовна Ищенколар бәпесенә Ангелина тип исем ҡушҡан. Уларҙың ғаиләһендә Ангелина өсөнсө бала, сабый 9 йәшлек Виктор һәм 4 йәшлек Анастасияға иш булып тыуған.

200-сө сабый тыуҙы
200-сө сабый тыуҙы

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаилә башлығына ҡыҙҙары тыуыу уңайынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан исемле фотоальбом һәм “Беҙҙең бәләкәскә” бүләк йыйылмаһы тапшырған.

Автор:Гульдар Кадаева