— Бына ҡарындаш, алты йыл яҡтылыҡты күрмәйем, кеше көнлөмен — ике күҙем дә тома һуҡыр, — тип аһ-зарын һөйләй башланы. Шул саҡ йөрәгем өҙөлөп киткәндәй булды, уның ниндәйҙер ауыр тетрәнеүҙәр кисергәнен күҙ алдымдан үткәрҙем. Үткәндәре үкенерлек түгел, йөҙ ҡыҙартырлыҡ тормош юлы үтмәгән ағай. Шуға ла олоғайған көнөндә, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, ауылдаштарының, туғандарының ҡәҙер-ихтирамын тойоп йәшәй.
Ғәлиәхмәт Хажиәхмәт улының тормош юлын тыңлай-тыңлай ғәжәп ҡылдым. Һуғышҡа алынған атаһы 1944 йылда Курск дуғаһы өсөн барған алыштарҙа ҡаты яралана һәм госпиталдә дауаланғандан һуң хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яҡтарына ҡайтарыла. Ярлыҡаптан атаһы ғаиләһе менән сиҙәм күтәреүгә Борисовка ауылына барып төпләнәләр. Тик атаһы һуғыш яраларынан мандый алмай, 1953 йылда донъя ҡуя. Әрһеҙ, эшкә талымһыҙ булып үҫә ағай һәм ҡул араһына инеү менән тиҫтерҙәре менән колхозға бесән тырматыуға, күбәләүгә йөрөй. Бер аҙҙан әсәһе менән Асҡар ауылына күсенәләр.
Асҡар урта мәктәбен уңышлы тамамлап, әрмегә алына. Ҡазан танк училищеһын тамамлағандан һуң, өс йыл Германияла хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, комсомолдың район комитеты тәҡдиме менән Ғ. Фәтхетдинов эске эштәр бүлегенең паспорт өҫтәле начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.
Тормош юлында Яңылбикәһен осратып, йәштәр гөрләтеп туй үткәргәс, фатир мәсьәләһе килеп тыуа һәм торлаҡ алыу өсөн Ғәлиәхмәт ағай комхозға электрик булып эшкә урынлаша. Үҙ эшен һәр саҡ урын-еренә еткереп башҡарған, намыҫлы ағай профком рәйесе лә була, Асҡар ауыл Советына депутат итеп тә һайлана, район суды заседателе лә була.
Сибай медучилищеһын тамамлағандан һуң Яңылбикә Иҙрис ҡыҙы тыуған ауылында эш башлай. Асҡар үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә оҙаҡ йылдар акушер-фельдшер, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында өлкән акушер булып хеҙмәт юлы үтә ул.
Ирле-ҡатынлы Фәтхетдиновтар намыҫлы оҙайлы хеҙмәттәре өсөн «Хеҙмәт ветераны» исемен лайыҡлы йөрөтәләр.
Һикәлтәле тормош юлында шатлығын да, хәсрәтен дә бергә кисереп, илле йылдан ашыу бергә ғүмер кисерә улар, тетрәнеү-һыҙланыуҙарҙы ла аҙ күрмәгән был пар. Күҙ ҡараһылай ғәзиз, берҙән-бер улдары ваҡытһыҙ яҡты донъяларҙан китә. Һис көтөлмәгән ҡайғы ғаиләне ауыр ғазапҡа һала. Ауыр юғалтыуҙарҙан бер аҙ арынып, тынысланып йәшәп ятҡанда, тағы бәлә ишек ҡаға ғаиләгә. Күҙенә яһатҡан операцияһы уңышһыҙ үтә һәм Ғәлиәхмәт ағайҙың ике күҙе лә күрмәҫ була.
Ошондай ауыр мәлдәрҙә үҙен һәр саҡ ҡурсалап торған ышаныслы ҡатыны булыуы менән бәхетле ағай. Яңылбикә апайҙың ихлас, изге күңелле кеше икәнлеге шунда уҡ күҙгә ташлана.
Ваҡыт — дауа. Яҙмыштары йөрәк көстәрен һурған ҡайғы-хәсрәттәр менән тулы булһа ла, бер-береһенә булған оло мөхәббәт тойғоһо уларҙы аһ-зарҙан, хаталарҙан аралап, бөгөнгө бәхеттәренә юл асҡандыр, моғайын.
Ихласлыҡ, изге күңеллелек, эскерһеҙ ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарға эйә Фәтхетдиновтар «Был донъяла йәшәүҙән кем туйған?» тип тормош ҡуйған һынауҙарҙы ҡыйыу еңә барып, алға атлауҙарын дауам итә.
Йәш саҡтан улар икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, республика, район кимәлендә үткән ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй, йәмәғәт эштәрендә, ауыл тормошонда әүҙемлектәре менән айырылып тора.
Хәстәрлекле өләсәй менән олатай бөгөн ҡыҙҙары Рәйсәнең балалары — ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, ғүмер итә. Күршеләре, дуҫтары, туғандары уларҙың йортонда көтөп алынған ҡунаҡ. Һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылап, йылы һүҙҙәр менән оҙатып ҡала Фәтхетдиновтар.
Фатима ҠОҘАБАЕВА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.