Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
15 Апрель 2023, 18:05

Алтын туйҙар ҡотло булһын!

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Балапан ауылынан Рәфҡәт һәм Фариза Тулыбаевтарҙы, Япарһаҙҙан Рәүил һәм Мәнсура Вәхитовтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланы.-Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, донъя именлеге, балалар ҡыуанысы һәм оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйем, - тине Борис Николаевич, юбиляр парҙарға Республика Башлығының махсус бүләктәрен тапшырып.Ҡотлайбыҙ! 

Алтын туйҙар ҡотло булһын!
Алтын туйҙар ҡотло булһын!

Йәшәү ҡәҙере

Заманаң ниндәй—яҙмышың да шундай

Әҙәмде ризыҡ, эсәр һыу йөрөтә, тиҙәр. Ишембай районының Салих ауылында тыуған Рауил Хабрахман улы Вәхитовтың тәҡдиренә лә Йылайыр тарафтарында йәшәп, ошо ырыҫлы ерҙең ҡеүәтен арттырып, тамыр ебәреп, Һаҡмар һыуын эсеп йәшәү яҙылғандыр. Яҙылғанмы әллә яҙмыштың әсе елдәре уны ике ятып бер төшөнә инмәгән алыҫ яҡтарға ташлағанмы? Әйтеүе ауыр.Тыуған тупрағынан мәңгелеккә ир-егетте ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы айырған. Айырып ҡына ҡалмаған, уны үкһеҙ етем иткән. Һуғыш арҡаһында ул тыуған йылын да, көнөн дә аныҡ ҡына әйтә алмай, хатта атаһының исеме Хабрахман булыуын да белмәй үҫкән. Уның тураһындағы белешмәләрҙе һүҙҙән сығып ҡына тултырып, яҡынса 1940 йылдың 1 майы тыуған тип билдәләйҙәр. Атаһының исемен Булат тип яҙҙырып йөрөһә, баҡтиһәң Булат уның ҡартатаһының исеме икән. Һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтҡан ҡартатаһы уның документындағы яҙыуына һуңлап ҡына асыҡлыҡ индерә һәм ейәненә атаһының исеме Хабрахман булыуын әйтә. Шул арҡала Булат Вәхитовты саҡ-саҡ яуапҡа тарттырмайҙар. Йәнәһе лә фронтовиктың балаһы етемдәр йортонда интеккән...

...Яратышып өйләнешкән Хабрахман һәм Мәрхәбә Вәхитовтар ике бала үҫтереп  ауылда тырышып ҡына донъя көтә. Күҙ ҡараһындай күргән ике улдары—Рәис һәм Рәшиткә иш итеп өсөнсөгә бәпәй көтәләр. Әммә көтмәгәндә ҡупҡан һуғыш йәш ғаиләнең тормошон аҫтын өҫкә әйләндерә, хыялдарын селпәрәмә килтерә. Әсәһенең йөрәге аҫтындағы сабыйы тыуып та өлгөрмәй, ғаилә башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ире Стәрлетамаҡ ҡалаһында һуғышҡа әҙерлек үтеп йөрөгәнендә өсөнсөгә улы--Рауил тыуа. Иренең малайҙар ғына күргәне булһа ла, кинйәләрен атаһына күрһәтеп ҡалғыһы килә әсәнең. Донъя хәлен белеп булмай. Ир-азаматтар фронҡа барып Гитлерҙы өңөнә хәтле ҡыуабыҙ ҙа ҡайтабыҙ тип кенә китһәләр ҙә, тиҙ әйләнеүҙәре шикле. Һуғыш бит уйын түгел. Фронҡа әҙерләнгән ире улын ҡулына алып ҡараһын, берҙе генә булһа ла һөйһөн тип юлға сыға әсә. Был хәл бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ беренсе йылдың ыжғыр елле, рашҡылы һалҡын көҙө була. Рашҡы түгел, таш яуып яуып торһа ла әсәһе йәш сабыйын атаһына күрһәтеп ҡалырға тейеш. Рауилын күкрәгенә ҡыҫҡан Мәрхәбә моратына ирешә—бәпесен иренең ҡулдарына һала. Улар икеһе лә һуңғы тапҡыр күрешеүҙәрен аңлаһа ла тулҡынландырғыс мәлдә улдарын һөйөп туя алмауҙары айырылышыу ғазаптарын еңеләйтә кеүек. Үҙ иңенән бер бурыс төшкәндәй хис иткән әсә Салих ауылына юллана. Әммә өҙәрем юлда сабый менән әллә ни ырата алмай ул. Етмәһә, көслө ел аяҡтан йығып бара. Ҡар ҡатыш яуған көҙгө һалҡын ямғыр күҙ асып ҡарарға ла бирмәй. Сабыйына ел, ямғыр тейҙермәйем тип аңҡы-тиңке булып килгән ҡатын эңер төшкәнен дә һиҙмәй ҡала. Артабан юлды дауам итеү мөмкин түгеллеген аңлағас, яҡында ғына кәбәнде шәйләп ҡала ла шунда төн үткәрергә була. Боҙ шикелле ҡатҡан бармаҡтары менән бесәнде соҡой-соҡой ышыҡ урын яһап ала. Шунда инеп урынлаша ла ҡулдарында бер ни белмәй иҙрәп йоҡлап ятҡан бәләкәсенә бөтә йылыһын биреп күкрәгенә ҡыҫа. Ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында атлаған әсәнең өҫтөндәге кейеме таңға табан шығырлап туңа.Үҙәк өҙгөс һалҡын һөйәктәренә тиклем үтә. Балам ғына өшөмәһен, уға һалҡын теймәһен тип тырыша әсә. Ошо теләге тамам ҡатҡан тәнен яҙылдырырға, уны ауылға табан атларға мәжбүр итә. Ҡайтып етеүен етә әсә, әммә ныҡ өшөүе эҙһеҙ үтмәй—әсә өҙлөгә һәм улдарын етем итеп, йәшләй генә гүр эйәһе була.

Малайҙарҙы өләсәһе тәрбиәгә ала. Ҡәҙерлеләре ейәндәрен йәндәй күрә, әсәй-атайҙары булмауҙарын тоймаһындар тип тапҡан-таянғанын ейәндәре менән бүлешә. Ғәзиз әсәһенән күкрәк бала булып ҡалған Рауилды айырыуса иркә-наҙҙан айырмай ул. Әммә ҡаза бит ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. Рауилға өс-дүрт йәштәр тирәһе булғанда йорттарына тағы ла әҙәм иңе күтәрә алмаҫтай ҡара ҡайғы килә.

...Йәйге эҫе көн. Өләсәһенең улы Зиннур, үҙенең бер туған Рәис ағайҙары картуф утайҙар. Көн эҫеләнә башлағас малайҙар Һәләүек йылғаһы буйына һыу инергә төшә. Йылғаға барып етеүҙәре була, үҫмерҙәрҙең береһе абайламаҫтан яр буйындағы юғары вольтлы электр бағанаһынан өҙөлөп төшкән сымды тотоп ала. Шундуҡ уның тәненән электр тогы үтә һәм ул ергә ауа. Уны-быны аңламаған икенсе малай туғанына ярҙамға ташлана ла үҙе лә уның өҫтөнә ҡолай. Был хәлде күреп торған бер ҡыҙ малайҙарҙың өйөнә йүгерә.

--Ул ваҡытта әле бәләкәс кенә булһам да иҫләйем. Тупһала уйнап ултыра инем, бер ҡыҙ килеп инде лә өләсәйемде һораны. Бер ҡараһам, теге ҡыҙ менән өләсәйем, яҙып ябынған яулығын төҙәтә-төҙәтә, йылғаға табан йүгерҙе. Мин дә улар артынан илай-илай эйәрҙем. Өләсәйемдең ике ағайымдың өҫтөнә йүгереп барып ҡапланыуын, кемдеңдер мине уларға еткән еремдән ситкә алып ырғытыуын яҙа-йоҙа хәтерләйем,--тип ҡайғыларын яңырта әңгәмәсем, күҙҙәренә йәш алып.—Шулай бер нисә минут эсендә ҡәҙерле кешеләрем өй эсе менән ҡырылды ла ҡуйҙы. Былай ҙа атай-әсәй наҙы күрмәй үҫеп килгән баланы яҙмыш шулай бөтөнләй яңғыҙ итте. 1937 йылғы Рәшит ағайым ул мәлдә Маҡар балалар йортонда булып ҡалған микән уны иҫләмәйем. Бер өйҙән бер юлы өс мәйет алып сыҡҡандары ла хәтерҙә түгел. Ә бына ҡышҡа табан бер ағайҙың мине мискә тейәгән санаға ултыртып Маҡарға балалар йортона алып барғаны күҙ алдымда тора. Һуңынан асыҡланыуынса, ул ағай атайым яғынан туғаныбыҙ Ишмырҙа ағай булыуын белдем. Ағайым аҙаҡ бәләкәс кенә инең бит, нисек иҫләйһең ул мәлдәрҙе?--тип аптыраны.

Ошо көндән башлана ла инде Рауил Вәхитовтың етемлектә үткән тереклеге. Үҙҙәренең Ишембай районындағы Маҡар балалар йортонан һуң күп кенә балалар учреждениеларында тәрбиәләнә. Ул замандарҙа етемдәрҙе бер балалар йортонан икенсеһенә күсереп йөрөтөү ғәҙәти хәл була һәм был күренеш 1990 йылдарға ҡәҙәр һаҡланып килә. Һуғыш арҡаһында етемлек һурпаһы һемергән балаларҙың кейергә кейемдәре булмай, ашау яғы ла ныҡ наҡыҫ була.

--Бүлмәләрҙә йоҡлағанда малайҙарҙың танауҙарын, ҡолаҡтарын ҡомаҡтар тешләп бөтә торғайны. Улар ҙа ас булғандыр инде. Бер мәл шулай тәрбиәсе үҙен тыңламаған малайҙы иҙән аҫтына төшөрөп япты. Уй яман аҡыра теге, тәрбиәсе баҙҙы асырға ҡушмай, асһағыҙ үҙегеҙҙе бикләйем, ти. Теге меҫкен үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла тымды. Һуңынан асып ҡараһаҡ, һөйәктәре генә ятып ҡалған,--тип ҡотто осорорлоҡ хәлдәр бәйән итте Рауил Хабрахман улы.

Әҙерәк үҫә төшкәс уларҙы ¤фөләге 5-се балалар йортона күсерәләр. Унда шарттар күпкә яҡшы була, хатта шифахана кеүек булды тип иҫләй әңгәмәсем. Рәшит ағаһы менән бер балалар йортонда булырға теләгән малай 9 йәшендә иптәше менән Өфө балалар йортонан ҡасып та ҡарай. Әммә Стәрлетамаҡта малайҙарҙы милиция хеҙмәткәрҙәре тотоп ала һәм, кире урындарына ебәрә. 1952 йылға тиклем ¤фөләге балалар йортонда тәрбиәләнә. Шунан 12 малайҙы Йылайыр районының Юлдыбай балалар йортона ебәрәләр. 10-11 йәшлек малайҙар Юлдыбайҙа 1955 йылға тиклем тиклем тәрбиәләнә. Уларҙы күберәген эшкә йәлеп итәләр. Хәҙерге Хәйбулла районының Иҫәнгилде, Әбделнәсир,Вәлит ауылдарын берләштергән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе һөрөүҙә прицепщик булып эшләйҙәр. Малайҙар тракторсылар ял иткәндә техникаларына ултыртып, ер һөрә. Вагончиктарҙа йәшәп көтөү ҙә көтәләр. --Былтыр донъя күргән Зиннур Бикбовтың «Ер кешеһе» китабында беҙҙең шуҡлыҡтар ҙа яҙылған. Сәй эсергә ашъяулыҡтай урын яһайбыҙ тип ҡылғанға ут төрттөк. Август айының ҡоро көндәре ине, күҙ асып йомғансы эргә-тирәбеҙҙе ут ялмап алды ла ҡуйҙы. Зиннур менән йүгереп йөрөп саҡ һүндереп алдыҡ,--тип иҫләп тә алды шул мәлдәрҙе Рауил Хабрахман улы.

Нәҡ шул осорҙа Йылайыр тарафтарына хәҙерге Черниковка биҫтәһенән ярҙамға сиҙәмселәр килә. Шулар араһынан Ғәбит Исламов атлы берәүһе Илдус исемле малайҙы һәм Рауилды йәлләпме, эшкә шәп булыуҙарына ҡыҙығыпмы үҙе менән бергә алып ҡайтып китә. Тик ҙур ҡалала бер түгел ике йәнде нисек аҫрамаҡ кәрәк?! Ғәбит ағайҙың ҡатыны Сәмәрә күп ойошмаларҙың тупһаһын тапай, малайҙар үҙҙәре лә көндәр буйы йөрөп эш эҙләй. Әммә һәр урында ла уларҙы бәләкәйһегеҙ бит әле, йәшегеҙ тулмаған, тигән һүҙҙәр менән кире бороп сығаралар. Аптырағас, Рауил Вәхитов мәғариф министрлығына барып, үҙҙәренең хәлен һөйләп бирә. Балалар йортонда үҫтек, һыйыныр урыныбыҙ юҡ. Бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Беҙгә нисек йәшәргә? Урам буйында хәйер һорашырғамы, әллә урлыҡҡа тейешергәме? Үҫмер генә малайҙың өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе үҙенекен итәме, әллә уны ҡабул иткән ир-егет баланың аяныслы хәлен аңлаймы, ҡыҫҡаһы, малайҙарҙы кире Юлдыбай балалар йортона ҡайтарырға, тигән күрһәтмә бирә. Уларҙың юл аҙаптары, ундағы мажараларҙы яҙа башлаһаң, үҙе бер китап сығырлыҡ. Шулай итеп ¤фөнән Юлдыбайға Ырымбур өлкәһенең Сара станцияһы аша саҡ килеп етәләр малайҙар. Ярай әле Исламовтар уларға бер аҙ аҡса тоттора, үҙҙәре балалар йорто биргән постель кәрәк-яраҡтары һатып эшләгән килемдәре юлға тамаҡтарын ялғарға таҡа-тоҡа ғына етә. Юлдыбай балалар йортона килеп етеп урынлашып, унда оҙаҡ та булып өлгөрмәйҙәр малайҙарҙы Әбделкәрим балалар йортона күсерәләр. Унан тағы Юлдыбайға йүнәлтәләр. Ә 1955 йылда Рауилды һәм уның бер нисә иптәшен йәштәре тулыу сәбәпле, балалар йортонан бөтөнләй сығаралар.

--Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Шул дөрөҫтөр,--Рауил ағай, ауыр хәтирәләренән арынырға теләгәндәй.--Балалыҡ йылдарым, ана шулай бер ерҙән икенсеһенә күсеп йөрөп, ауырлыҡта үтте. Өфөнөң 5-се балалар йортонда Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йәнбәков ише күренекле шәхестәр менән бер табаҡтан ашап-эсеп йәшәнек.

Балалар йортонан сығып киткәс малайҙар Вознесенка ауылына бара. Уларҙы колхоз рәйесе прицепщик итеп эшкә ала. Үҫмерҙәрҙең өҫтөндә йүнле кейемдәре юҡлығын күреп ул: «Колхоз көтөүен көтөгөҙ, һауынсылар һеҙҙе ҡарар, тамағығыҙ ҙа туҡ булыр, кейемлек аҡса ла эшләрһегеҙ»,-- ти. Шулай йәй үтә. Көҙ көнө Вознесенкаға бер рус ҡатынына килеп һыйыналар.

Улай- былай итеп саҡ ҡыш сыҡҡас, 1956 йылдың йәйендә малайҙар тағы йәйләүгә юллана. Вознесенка, Мәҡсүт, Иҫке Яҡуп ауылдары Чкалов исемендәге колхозға берләшеп йәшәгән осор була ул.  Иҫке Яҡуп ауылынан бер туған Фәтхиә, Хәмиҙә исемле һауынсылар баҫалҡы ғына, эшкә бөтмөр үҫмергә алдан күҙ һалып йөрөй. Шунан ҡайтып әсәләре Мәғәрифә Солтангәрәйеваға Рауилды ҡусты итеп алайыҡ, тип әйтәләр.  Һуғыштан һуң ир ҡулы етмәгәс донъялары ла емерелеп тора. Мәғәрифә инәй оҙаҡ уйлап тормай ҡыҙҙары янына үҙенә ул итеп саҡыра. Шулай итеп ҡаҡлығып-һуҡлығып йөрөп үҫеп, 16 йәшкә еткәс кенә саҡ тағы йылы ғаилә ҡосағына барып эләгә Рауил Вәхитов. Әрме хеҙмәтен үткәнендә лә нәҡ Фәтхиә апаһы уға йыш хат яҙып тора.

--Әрмелә ҡалырға уйлағайным, егеттәр менән Саяно-Шушинский ГЭС-ы төҙөлөшөнә юлланырға теләйбеҙ, тип рапорт та яҙып бөткәнек. Фәтхиә апайым хатында ҡыҙы Айһылыуҙың уны һағынып илауҙарын, үҙҙәренә ҡайтыуын үтенгәс, Рауил Хабрахман улы үҙе өсөн тыуған ауылға әйләнгән Иҫке Яҡуп ауылына, үҙенә әсә наҙын, йорт йылыһын бүләк иткән Мәғәрифә инәһе янына ҡайтып төпләнә.

Шулай ҙа Ишембай яҡтарына күңеле тарта уның. Армияла ул Рәшит ағаһын эҙләп хат яҙа. Туғандарын табып, хат аша хәбәрләшеп тора, һалдат фотоларын ебәрә. Рәшит ағаһы өйләнеп, Салих ауылында йәшәгән була. Йылайырға ҡайтып яҡындарын күреп, ул-был иткәс, Салихҡа юл тота егет. Ауылдарына етеп барғанда мәкелә һыу алып торған ҡатындарҙан Рәшит Вәхитовтың ҡайҙа йәшәүен һораша. Ҡатындар унан: «Һин кем һуң? Бына Рәшиттең ҡатыны тора ла баһа, танымайһыңмы ни?--тип аптырап ҡарай. Рауил үҙен таныта. Еңгәһе ҡәйнешен эйәртеп алып ҡайтҡас, Рәшит ағаһы уға ҡарап тора ла: «Тороп тор, хәҙер»,--ти ҙә һалдат хеҙмәтенән ебәргән фотоһын өрлөк буйынан сығарып алып ныҡлы ҡарап алғандан һуң ғына, ҡустыһын ҡосағына ала. Шулай бер туғандар 20 йылға яҡын ғүмер үткәс кенә һағынышып ҡына түгел, бер-береһен танымаҫ хәлгә етеп кенә осраша. Атайҙары Хабрахман Вахитов яу яланында хәбәрһеҙ юғала. Рауил Вәхитов шулай Булат ҡартатаһының туғыҙ балаһынан таралған нәҫел-нәсәбе менән таныша.

Рауил Хабрахман улы Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһында тракторист һөнәренә уҡып алғас, бөтә ғүмерен ошо техникала эшләп уҙғара. Колхоздың иң алдынғы эшселәренең береһе була. Социалистик ярыштарҙа ал бирмәй. Хәләл ефете Мәнсүрәне лә ул Йылайыр ерендә осрата. Баймаҡ районынан барып эшләп йөрөгән ҡыҙға бер күреүҙән күҙе төшә. Йәштәр өйләнешеп, Яҡуп ауылында матур итеп донъя көтөп алып китә. Бала-сағалы булып, ул-ҡыҙҙары мәктәп йәшенә етә башлағас, Вәхитовтар ҙурараҡ урынға-- Япарһаҙ ауылына күсеп сыға. Мәғәрифә инәй менән уның ҡыҙы Фәтхиәне лә үҙҙәре менән ала улар. Ҡәҙерле кешеләренә әйләнгән оло йәштәге инәй, апайҙы улар һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләп бағып, һуңғы юлдарына оҙата.

--Рауил етем булып, балалар йортонда үҫһә лә, ҡәйнәм икәү булды былай. Улар менән 30 йылдан ашыу бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер иттек. Рауил Мәғәрифә инәй тип өндәшһә лә, үҙенә тик изгелектәр күрһәткән, үҙ балаһылай ҡабул иткән, хатта Рауил өйҙә булмағанда уның  ҡайтыуын көтөп, башҡаларҙы өҫтәлгә ултыртмаған изге йәнде әсәһеләй яҡын күҙе. Уға булған бурысын донъялыҡта кире ҡайтарырға тырышты, минән дә,балаларҙан да уларға айырым ихтирам, иғтибар талап итте. Һәр хәлдә инәһе лә, апаһы ла беҙгә риза булып, фәтихаларын биреп бәхилләште,--ти Мәнсүрә апай.

Вәхитовтар бергә-бергә 43 йылдан ашыу ғүмер итә. Балалары эйәле-башлы булып, һәр береһе йорт һалып, балалар үҫтереп, тырышып донъя көтә. 12 ейән-ейәнсәргә өлгөлө ҡартатай-өләсәй улар. Хәмиҙә, Фәтхиә апайҙарының балалары менән ҡатышып йәшәйҙәр. Вәхитовтарҙы улар бер туйҙарынан, бер табындарынан ҡалдырмай. Ишембай яҡтарына ла йыш баралар,туғандары үҙҙәре лә Йылайыр тарафтарынан юл һыуытмай.

--Минең өсөн Йылайыр еренән дә ғәзизерәк ер юҡ хәҙер. Иҫке Яҡуп ауылында ла, Япарһаҙҙа ла үҙ кеше булып, берегеп йәшәнек, йәшәбеҙ. Яҙмыш мине ҡыйырһытһа ла, ваҡытында яҡшы кешеләр ҡулына эләгеп, тулы тормош алып барған ысын кеше булып китә алыуыма шатмын,--тип ҡыуана Рауил Хабрахман улы.—Әлеге тормошомдан шул тиклем ризамын, хан кеүек йәшәбеҙ бит: ризыҡ мул,өҫтөбөҙ бөтөн, иркен, йылы йортта,мал, ҡош-ҡорт аҫрап, мул торабыҙ. Донъялар ғына тыныс торһон. Мин күргән ыҙалыҡтарҙы балаларым, ейәндәрем күрмәһен, шуны ғына ялбарам Хоҙайымдан. Унда-бында һуғыш-ыҙғыштар сығып торған заманда именлектә, тыныслыҡта йәшәүҙән дә ҡиммәтерәк нимә бар?!

Бәләкәҙән үҙ-үҙен яҡларға, һаҡларға өйрәнгән Рауил Вәхитов спорт менән дуҫ була. Еңел атлетика, футбол менән шөғөлләнә. Шуға ла ул әле лә йәштәрсә дәртле. Оло йәштә булһа ла барлыҡ спорт ярыштарын күҙәтеп бара. «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәне. Үтеп барған миҙгелдә улар өсөн ныҡ янып көйөргә тура килгән уға.

--Бер уйындарында шулай беҙҙекеләр еңелә башлағайны, антеннаны йолҡа тартып алдым. Шулайтһам, йәнәһе лә уйын өҙөлә лә улар бирешмәй. Антенна ҡулда булғас, телевизор күрһәтмәй. Уйындың аҙағын күрге килә. Антенна көйләп йөрөһәм ваҡыт үтәсәк. Сыҙамай күршеләргә инеп ҡарап бөтөргә тура килде,--тип ҡыҙыҡтарын да һөйләй өлкән әңгәмәсем.

Вәхитовтар гәзит-журналдар күпләп яҙҙыртып уҡый, икеһенең дә ҡулынан китап төшмәй. Мәнсүрә апай биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Балалар йортонда үҫкәндәр бәғерһеҙ, ҡаты булып үҫә тиһәләр ҙә, Рауил Вәхитовтың киреһенсә, балаларым тип өҙөлөп тороуы һоҡландыра.

--Ҡатыныма, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, туғандарыма рәхмәтлемен, улар мине һәр саҡ һөйөү, хәстәр менән солғап йәшәй. Шуға күрә тормошомдағы иң ҙур ҡаҙанышым—ғаиләм, тип һис икеләнмәйенсә әтә алам. Ошо бәхетем өсөн Хоҙайыма эстән генә мең рәхмәттәр уҡыйым,--йәшәүҙең йәмен, асылын бөтә тәрәнлегендә аңлаған, ҡаҡҡылаһа ла, һуҡҡылаһа ла тормошто, кешеләрҙе яртаҡан ир-уҙамандың һүҙҙәре был.

           

Алтын туйҙар ҡотло булһын!
Алтын туйҙар ҡотло булһын!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: