Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
16 Март 2023, 20:30

Уйлап сығарылмаған хәл

-Әсәй! Әсәкәйем! Бәлки, атайым һиңә ҡарата ҡырыҫ та булғандыр. Һин шуға уға ыңғайламайһыңдыр. Ә мин бит улың! Нишләп һин мине был ғазаптарға дусар итәһең? Һине һағыным, әсәй! Балаларым да ҡартәсәйҙе алып ҡайт, ти. Ҡайтайыҡ, әсәй! Үҙебеҙҙә торорһоң! – тип улы ғәзиз кешеһенең аяғына ятып илай. Уны аша атлап үтеп китә быяла ҡарашлы ҡатын...

Уйлап сығарылмаған хәл
Уйлап сығарылмаған хәл
  • Уйлап сығарылмаған ваҡиға
    …Танышымдың алып килгән яҙыуына күҙ һалғас та, «Урҙа» сектаһы традицион медицина дауаланыуынан ситләшеп, ауырыуҙан сирҙе ҡамсы менән һуғып сығарыуҙарын, бата әйтеүҙәрен, Төркөстөнға бәләкәй хаж ҡылыуҙары хаҡында мыҫҡыллы ғына уҡый башланым. Төпкә төшә килә хәлдең үтә лә аяныс булыуына төшөндөм һәм, башҡаларға һабаҡ булһын тип ошо юлдарҙы яҙырға тотондом.

    Яҙмаһын ир кеше ҡатыны Зөмәрәнең һәм ҡыҙы Гөлназдың «Урҙа» дини берекмәһендә булыуҙарын бәйән итеүҙән башлаған. Бынан бер нисә йыл элек уның ҡатыны баш ҡалаға барғанда Бағҙат исемле ҡатын-ҡыҙ менән танышҡан. Тап шул кеше Зөмәрәнең аңына Төркөстанға хаж ҡылыу, әүлиәләр ҡәберенә барып дауаланғанда яфаланған сирҙәрең юҡҡа сығыу ғына түгел, үҙеңдең дә һәләтең асылып, кеше дауалай башлау мөмкинселегенә эйә булып булғанлыҡты, артыңдан кеше эйәртергә кәрәклекте һеңдерә. Бер ҡатлы ҡатын уңышлы ғына эшҡыуарлыҡ эш алып барған ҡыҙын, ирен ошо юҫыҡҡа көйләй. Ҡыҙы айырыуса был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһынып китә. Шул арала Гөлназ Өфөлә Гөлнур исемле ҡатын менән таныша һәм улар менән бергә Ҡаҙағстандың изге ерҙәрҙәренә сәфәр ҡыла. Ошо хәлдән һуң ул үҙен изге тип һанай башлай һәм бығаса һин дә мин йәшәп ятҡан ире менән айырылыша. Донъяуи хәстәрҙән, ғаилә, ир бағыуҙан ғына түгел, берҙән-бер улы Наилде тәрбиәләүҙән баш тарта һәм башҡаланың фатирҙарының береһендә Гөлнур менән кеше дауалай башлай.
    Ирҙең ҡатыны Зөмәрә лә дин ҡабул итеп, үҙҙәре йәшәгән өйҙә кешеләр ҡабул итә башлай. Һауыҡтырыуҙарына ышанып килгәндәрҙе ул сүрәләр ятлап, шәм яндырып, ҡамсылап, Ҡаҙағстандан әүлиәләр еренән килтерелгән һыу эсереп дауалай. Бер көн уларға Өфөнән ҡыҙы Гөлназ һәм уның эшнәһе Гөлнур Өфөнән килеп төшә. Гөлнур шунда уҡ Зөмәрәгә лә, Өлфәткә лә диагноз ҡуя: йәнәһе лә, уларҙың икеһенең дә эсәк буйҙарында үгеҙ күгәүене булыуын, уларҙы махсус паразиттарға ҡаршы таблеткалар ашап, организмдан сығарыу кәрәклеген әйтә. Саҡырылмаған ҡунаҡтар баш ҡалаға ҡайтып китә һәм күп тә тормай антипаразитар дарыуҙар ебәрә. Өлфәт бер ай буйы шуларҙы эсә. Уны ҡулланғандан һуң башы әйләнеүен, аңы томаланыуын һиҙгән ир уларҙан баш тарта. Ә Зөмәрә дарыуҙарҙы йылға яҡын ҡуллана. Ябығып китә, ит ашауҙан, сәй эсеүҙән баш тарта, һыу менән генә йәнен аҫрай. Үҙен тотошо ла үҙгәрә, үҙ-үҙенә йомола, бер төрлө ҡыҙыҡ ҡына булып китә. Йыл башында Зөмәрә Өфөлә оҙаҡ ҡына ҡыҙында булып ҡайта. Унан ҡайтҡас апаһына ҡыҙы Гөлназ янынан саҡ ысҡынып ҡайтыуын әйтә һәм илап ебәрә. Әммә унда күргән мәхшәре тураһында асылып бер ни һөйләмәй. Ҡыҙы һәм уның әхирәте Гөлнур биргән антипаразитар тип биргән дарыуҙарҙы эсеүҙән туҡтамай. Йыл аҙағында иһә таблеткаларҙы эсә торғас хәле бөтөп йығыла һәм ул ҡыҙына шылтырата. Тегенеһе уны тиҙ арала Өфөгә килеп етергә ҡуша, үҙҙәрендә дауалаясағын белгертә. Зөмәрә Сибай-Өфө поезына ултыра һәм иртәнсәк башҡалаға барып төшкәс иренә: «Өфөгә килеп еттем. Бында хеҙмәт итергә ҡалам»,--тип сәйер һүҙ әйтә. Шулай уҡ туғандарына, улына шылтыратып, уны эҙләмәүҙәрен үтенә, уның «хеҙмәт итергә» тигән ҡарар ҡабул итеүендә иренең дә, улының да ҡыҫылышы булмауын белгертә. Шул китеүҙән ул өйөнә кире әйләнеп ҡайтмай. Яңы тыуған йылдың ғинуарында Өлфәт һәм улы Мират ҡатыны, әсәһе юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре Зөмәрәне эҙләп таба, әммә ул өйгә ҡайтырға ҡырҡа баш тарта. Туғандары ла уны эҙләп артынан төшә, әммә бындай эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Күп тормай Сибай ҡалаһы прокуратураһы урында «Урҙа» дини берекмәһен ойошторған Зөмәрәгә ҡарата енәйәт эше аса. Суд уларҙың өйөндә бындай эшмәкәрлекте тыйыу ҡарарын сығара. Шулай уҡ Өфөлә лә Гөлназ һәм сектаның етәксеһе Гөлнурҙың шәхестәренә ҡарата ла енәйәт эше асыла.
    Көҙ мәлендә Зөмәрә Өлфәт менән айырылырға теләүен белгертә. Октябрь айында уның был уйы тормошҡа аша. Унан һуң инде ҡатын мөлкәтте бүлешеүгә судҡа ғариза яҙа. Сибай ҡалаһы суды уларҙың бергә йәшәгән йылдарында туплаған мөлкәттәрен ҡап уртаға бүлә. Зөмәрә суд ултырыштарының береһендә лә үҙе ҡатнашмай, уның мәнфәғәттәрен адвокаты яҡлай. Адвокат аша Өлфәт һәм Мират Зөмәрәнең Мәләүездә булыуын асыҡлай. Йәшәү урыны булараҡ күрһәтелгән йортто эҙләп тапһалар, берәҙәктәр йыйылған урынға
  • оҡшаған ташландыҡ өйгә барып юлығалар. Унда ике ир һәм Зөмәрәнең булыуын күрә. Әлбиттә, ҡапҡала йоҙаҡ, өйгә лә береүҙең дә ингәне лә, сыҡҡаны күренмәй. Һағалап тороп, таксиға ултырып, ҡалаға юлланған Зөмәрәне сауҙа үҙәгендә тотоп алалар. Ҡатын ҡысҡыра, ярҙамға полиция саҡыра башлай. Ҡасырға маташҡан ҡатынын Өлфәт яуырынан тота, улы әсәһенә һөйләшәйек тап ялбара. Береһенең дә һүҙен ишетергә теләмәй, Мират әсәһенә ейән-ейәнсәрҙәренең фотоһын телефондан күрһәтергә маташҡанда ла, башын ситкә бора.
    -Әсәй! Әсәкәйем! Бәлки, атайым һиңә ҡарата ҡырыҫ та булғандыр. Һин шуға уға ыңғайламайһыңдыр. Ә мин бит улың! Нишләп һин мине был ғазаптарға дусар итәһең? Һине һағыным, әсәй! Балаларым да ҡартәсәйҙе алып ҡайт, ти. Ҡайтайыҡ, әсәй! Үҙебеҙҙә торорһоң! – тип улы аяғына ятып илай. Уны аша атлап үтеп китә быяла ҡарашлы ҡатын.
    Үҙ аңында кеүек тойола ул яҡын кешеләренә, тик полицияға ул улы һәм ире уны баҫтыралар, тип хәбәр итә.
    Зөмәрәнең ире Өлфәт, улы Мират, башҡа туғандары секта ауына эләккән Зөмәрә менән ҡыҙы Гөлназ, секта ойоштороусы Гөлнур идара итеүен раҫлай.Шулай уҡ уның таблеткалар ашау һөҙөмтәһендә аңы томаланып йөрөүен, гипноз аҫтында эш итеүен дә инҡар итмәйҙәр. Бәләгә генә түгел, оло бәләгә тарыусы Зөмәрәнең улы Мират әйтеүенсә, нисек тә булһа байыуҙы, аҡса арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған бындай ойошмалар ғаилә ҡиммәттәрен юҡҡа сығара.
    --Урҙа йәмғиәттең иң мөһим өлөшө--ғаиләне ҡаҡшата.Гөлназ апайымды ла, мине лә атай-әсәйебеҙ матур итеп тәрбиәләргә тырышты, икебеҙҙе лә уҡытты. Апайым шул тиклем башлы, бәләкәйҙән сос булды. Юғары уҡыу йортон тамамлауға кейәүгә сығып, үҙ эштәрен асты. Тиҙ күтәрелделәр. Еҙнәйем менән татыу йәшәнеләр, улдары тыуҙы. Башҡалала фатир алдылар, икеһендә--ике машина, тормоштары етеш булды. Аҡса кешене боҙа тигәндәре хаҡ. Сектаны ойоштороусылар бит аҡсалы кешеләрҙе һағалай. Был юлы «Урҙа» етәксеһе Гөлнур Гөлназ апайымдың аҡсалы икәнен белеп уға ҡаныҡҡан. Аллаһы Тәғәлә кешегә бөтә нәмәне лә: аҡсаны ла, байлыҡты ла, ауырыуҙы ла һынау өсөн бирә. Әгәр биргән байлығын дөрөҫ бүлһәң, ул уны икеләтә арттыра. Әгәр инде Хоҙай Тәғәлә әмеренсә эшләмәһәң, кире таптып ала. Гөлназ аҡсаны дөрөҫ юлға ебәрә алманы. Һөҙөмтәлә ул бөгөн үҙе генә түгел, атай-әсәйҙе, мине бер нәмәһеҙ ҡалдырҙы. Сөнки суд күсмәй торған милекте, автомобилде уртаға бүлде. Ә бүленгән мөлкәт әсәйебеҙгә торлаҡ алыуға, йә булмаһа уның башҡа мәнфәғәтен ҡайтыртыуға түгел, секта етәксәлеренең кеҫәһен байытыуға китә. Әсәйемдән секта ала торғанын алды, хәҙер уны нимә көтә әйтеүе ауыр,--тип һөйләй Мират әсенеп.
    — Ә ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәйһегеҙ һуң? — тип аптырап һорайым.
    — Берәү ҙә беҙҙе тыңларға теләмәй. Кеше юғалыуы хаҡында эш ҡуҙғатыла ла ябыла: таба алмайҙар. Беҙҙең «секта» тип ауыҙ асыуыбыҙ була, шунда уҡ улар өсөн алйотҡа әйләнәбеҙ.Полиция хеҙмәткәрҙәре атайым уларға беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә үк үҙе теләп сығып киткән ҡатынын эҙләмәҫкә, яңынан өйләнергә тәҡдим итте,—ти әңгәмәсем.
    Байығырға теләһәң, яңы дин уйлап тап
    Беҙ шуны хәтерҙә тоторға тейешбеҙ: бер генә секта ла изге уй, изге ниәт менән ойошторолмай. Уларҙың тәүмаҡсаты — илде эстән тарҡатыу, халыҡ араһында ығы-зығы, тормошҡа ҡарата нәфрәт тыуҙырыу, кешеләрҙе йәшәүҙән ваз кистереү, йәш быуынды ғаиләһенән, уҡыуҙан, эштән айырып, рухын һындырыу, юҡҡа сығарыу. Әлбиттә, Мират әйтмешләй, секта башындағылар кеҫә ҡалынайтыу, секта ағзалары дөрөҫөрәге, уның ғаиләһе иҫәбенә йәшәү, байығыу маҡсатын да онотмай.
    «Байығырға теләһәң, яңы дин уйлап тап»—ошо раҫлама секталар эшендәге төп йүнәлеште билдәләй. Бындай ойошмаларҙың ни тиклем хәүефле булыуын һаман аңлап етмәйбеҙме, әллә, аңламағанға һалышабыҙмы? «Был миңә ҡағылмай, үҙемә теймәһәләр булды»—күпселек ошо ҡағиҙә буйынса йәшәй. Уйламағанда танышыма килеп ҡағылған, ә ул хәл бөгөн минең, иртәгә һинең менән булыуы ихтимал.
    Бөгөн Башҡортостанда бихисап секта эшләгәне билдәле. Тәү ҡарамаҡҡа улар ауылды урап үтә, бары ҡала еренең бәләһе булып тора кеүек. Асылда улар бөтә урында ла ҡара эшен башҡаралар.
    Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районының Байыш ауылында ла ошондай уҡ секта ояһы ябылғайны. Унан һуң Сибайҙа, Баймаҡ ҡалаларындағы изге урындар ҙа тиҙ асыҡланып, эшмәкәрлектәрен туҡтатты.
    Ислам дине нигеҙендә күбәйгән секталар борсоуға һала. Көн дә тиерлек радио һәм телевидение аша әле унда, әле бында яһалған теракттар, уларҙа йөҙәрләгән кешенең һәләк булыуы хаҡында ишетәһең дә ҡот оса: ҡайҙа бара кешелек донъяһы? Алла исеменән шундай йыртҡыслыҡ ҡылған бәндәләр асылда Хоҙайға инанамы, иманлымы һуң улар? Башҡалар ғүмеренә берәүҙең дә ҡул һалырға хаҡы юҡ, ғүмерҙе әҙәм балаһына Хоҙай биргән һәм Уның ғына алырға хаҡы бар—дин шулай өйрәтә. Ислам дәүләттәрендә барған ҡан ҡойош, донъяның төрлө төбәктәрендә яһалған теракттар—былар ке¬ше аңына Аллаһ түгел, ә иблистең хаким¬лыҡ итеүен аңлатмаймы?! Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бөгөн донъя хакимлығы өсөн аяуһыҙ һуғыш бара. Үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн диндар битлеге кейгән иблис тоҡомлолар бер ниндәй әшәкелектән дә баш тартмай. Уларҙың бөҙрә һүҙҙәренә алданған, күңел бушлығын нимә менән тултырырға белмәй, бөгөнгө заман ҡытыршылыҡтары, иҡтисади, сәйәси һәм әхлаҡи көрсөк алдында юғалып ҡалған йәштәребеҙ, ҡулда¬рына ҡорал алып, үҙе ишеләрҙе үлтерергә сыға.
    Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйес әйтеүенсә, «Урҙа» дини берекмәһенең исламға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Уны ойоштороусылар менән аралашҡанда уларҙың исламдан алыҫ тороуҙары асыҡланған. Сектант—асылда шул уҡ наркоман. Матур вәғәҙәләр биргән ялған идеялар ҡоллоғона эләккән наркоман. Ул ҡоллоҡтан сығыу шулай уҡ мөмкин түгел.
    Бөгөн иһә береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ тәғлимәт эйәләре киләсәгебеҙҙе—балаларҙы, йәштәрҙе урлай, ә беҙ бер ни булмағандай тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ, «выждан азатлығы» тигән һылтау менән һәр төрлө секталарға юл асабыҙ.
    Сектанттар дөрөҫлөк, ғәҙеллек табырға ынтылған, ниндәй ҙә булһа кәңәшкә һәм ярҙамға мохтаж кешеләрҙе аулай белә. Сектаға килеп эләккән кеше, ғәҙәттә, ғүмергә рухи ғәрип булып ҡала. Ул йә элекке ҡырын һуҡмаҡтан сыға алмай, йә бүтән сектаға күсә, йә булмаһа аҡылдан яҙа, үҙ-үҙенә ҡул һала... Хәйер, секта йоғонтоһона бирелеү үҙе генә лә аҡылдан яҙыуҙы аңлатмаймы ни?!
    Тере көйөк булды был туғандар
    Үрҙә әйтеүебеҙсә, «Урҙа» сектаһы ағзалары әруахтарға табына һәм әүлиәләрҙең ҡәберенән алынған тупраҡ менән дауалана. Улар кешеләргә эсәк буйҙарында үгеҙ күгәүене барлығын әйтә һәм уларҙы үлтереү өсөн үҙҙәренән ҡиммәтле биологик әүҙем өҫтәлмәләр һатып алырға мәжбүр итә. Бер туған апайы Зөмәрә, уның ҡыҙы Гөлназ ошондай бәләгә тарыған таныш ҡатын да, уның бер туған һеңлеһе лә «Урҙа» ауына эләгә яҙа. Апайҙары уларҙың эсе тулы ҡорт булыуын әйткәс, ҡатындарҙың икеһе лә икешәр ай буйы Гөлназ һеңлеләре ебәргән дарыуҙарҙы эсә. Былай ҙа ябыҡ ханымдар икеһе лә ҡаҡ һөйәккә ҡала. Улар ҡушыуы буйынса намаҙға баҫа. Эстәрендәге үгеҙ күгәүендәрен юҡ итеү өсөн ит ашауҙан баш тарта. Минең танышымдың ире ҡатынының холҡондағы үҙгәрештәрҙе тиҙ тоя һәм уның дөрөҫ юлда йөрөмәүен иҫкәртә. Ир кеше исламда булмаһа ла хәләл ефетенең көнөнә бер генә намаҙ уҡыуын өнәп етмәй. Хатта уның дини юлға баҫыуына ҡырҡа ҡаршы тора. Ә бит уға Өфөгә барғанында секта башлығы Гөлнур:«Ошо дарыуҙарҙы иреңә эсер»,--тип бер пакет таблеткалар һата. Был хаҡта иренә әйтеүе була, ул ҡулындағы төйөнсәкте әллә ҡайҙа алып бәрә. Ул ваҡытта иренең ҡырыҫлығына йәне көйһә лә, әле ғәзиз кешеһенең алай ҙа шулай ҡыланыуына ҡыуанып бөтә алмай.
    Эстәге ҡорттарын юҡ итергә теләгән һеңлеһенең дә эсе арҡаһына йәбешә яҙғас, еңгәһе уның хәлен күреп бер күрәҙәсегә алып бара. Тегенеһе уны ҡарағандан һуң: «Кемдер бының «программаһын» үҙгәртә башлаған бит»,--тип әйтә һәм уны үҙе белгәнсә дауалай. Ысынлап та, ошо хәлдән һуң ҡатын кешесә туҡлана башлай һәм кире элекке хәленә ҡайта. Апайҙарының уның дарыуҙарын башҡа эсергә теләмәүҙәрен белгәс, Гөлназ улар менән аралашыуҙан бөтөнләй баш тарта.
    Секта ағзалары ҡулға алынғас, белгестәр улар кешеләргә тәҡдим иткән биологик әүҙем өҫтәлмәләрҙе тикшерә. Баҡтиһәң, улар «Корал клуб» фирмаһының препараттары булып сыға. Уларҙың паразиттарҙы үлтереүгә бөтөнләй һәләте булмай. Хатта ҡайһы берәүҙәренең сәләмәтлек өсөн үтә зарарлы булыуы асыҡлана.
    «Урҙа» сектаһын күп башлы дейеү менән сағыштыралар—бер
  • ерҙә башын өҙһәләр, урынына шундуҡ яңы икәүһе үҫеп сыға. Сектанттар әүлиәләр ҡәберҙәренә барып ҡорбан салалар, бергәләшеп ашайҙар. Белгестәр раҫлауынса, шундай ҡорбан ашы ашау мәлендә секта ойоштороусылар ҡул аҫтындағыларҙың ризығына ҡара тилебәрән орлоғо өҫтәй. Ә ул үҙ нәүбәтендә көслө психотроп матдә иҫәпләнә. Әлбиттә, һәр сәфәр өсөн кешеләр күпмелер күләмдә аҡса йыя. Ул аҡса, билдәле, шулай уҡ ойоштороусыларҙың кеҫәһенә китә.
    Балаһы иҫенә төшкән
    Гөлназ улы, ире Алмас менән айырылғандан бирле бөтөнләй аралашмай. Башҡалала секта башлыҡтары ҡулға алына башлағас, район үҙәктәренең береһендә йәшәгән 9 йәшлек улы иҫенә төшә һәм уны мәктәпкә килгәнен һағалап тороп үҙе менән алып китә. Наиль мәктәптән ҡайтмағас, атаһы полицияға мөрәжәғәт итә. Наиль менән Гөлназды Өфөлә табалар. Улар икәүләшеп полицияға килеп, йәнәһе лә уларҙы ғаилә башлығы туҡмауы тураһында ғариза яза. Балаһын дүрт йыл буйы яңғыҙ аҫраған ата ҡасандыр ҡатыны аңына ҡайтып, кире ғаиләһенә ҡайтыр тип өмөт иткәнлектән, ҡатынын быға тиклем әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм иттермәй. Ә хәлдәр, көтмәгәндә, бөтөнләй икенсе боролош ала. Гөлназ Алмасты балаға ҡаты бәрелеүҙә ғәйепләп, уны ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иттереү теләге менән яна. Был аҙымға ҡатын аңлы рәүештә бара. Секта ойоштороусылар бер-бер артлы ҡулға алына бара, уға ла яза килерен бик яҡшы тоя. Ә бәлиғ булмаған балаһы булған әсәгә ҡаты хөкөм бирелмәүе көн кеүек асыҡ.
    Мәҙәнилек юҡҡа сыға
    Белгестәр секта тураһында нимә әйтә? Сибай гимназияһының педагог-психологы Албина Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтованы билдәләүенсә, иң беренсе кешегә психологик баҫым яһала. Йәғни, сектаға килгән кешене иғтибар үҙәгендә тотоу, аңын томалау һәм һәр ваҡыт аралашыу. Интернет, кеҫә телефоны заманында был ауырлыҡ тыуҙырмай. Йәғни кешенең аңын, зиһенен «әүҙем бомбардировкалау», ҡурҡытыу. «Ата юлы»нда ошондай һүҙҙәр әйтелә: «Хәҙер һинең быуыныңдағы әруахтарың, бил тәңгәлеңә күтәрелеп, һине күҙәтә, әгәр был ойошмаға килмәһәң, улар һине язалаясаҡ. Һинең яныңда тағы ла бер ярҙамға мохтаж туғаның--дуҫың, танышың бар икән, уны ла килтер».
    Сектанттар шулай уҡ иң беренсе нәүбәттә кешенең аңын томалай. Хәүефле ойошмаға психикаһы формалашып етмәгән кешеләр эләгә. Хатта тормош тәжрибәһе туплап та, сир-сырхауға дусар өлкән кешенең зиһененә үтеп инеү өсөн 15 минут ваҡыт талап ителгәнлеген иҫәпкә алһаҡ, был афәттең ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеге аңлашыла. Секта ағзаларының аңын томалау өсөн психотроп матдәләр, гипноз ҡулланыла.Бар нәмәгә ихлас ышанған халыҡ быны тоймай ҙа. «Ата юлы» нда, мәҫәлән, бата аса торған көндө килгән кешеләрҙе исеме билдәһеҙ үләнде төтәтеп, «ут менән дауалайҙар». Ошонан һуң башлана ла инде айлы-көйлө ултырыуҙар. Психотроп матдәнең йоғонтоһо башланғас, 15-20 минутҡа һуңлап, бик бәхетле «бата асыусы» килеп инә һәм сектаның мөғжизәле тормошо, Ҡаҙағстан далалары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй башлай, аңы томаланған кешеләрҙең зиһененә ялған информацияны тултыра. Иллюзияға ҡоролған тормош тураһында фекер йөрөтөү примитив схемалар нигеҙендә төҙөлә.
    Секта ағзаларына улар был тормошта һайлап алынған кешеләр, тигән ымһындырғыс фекер үткәрелә. Оккульт йүнәлешле секталарҙа үҙеңдә мөғжизәле талантыңды үҫтереү мөмкинселеге лә бирелә. «Ата юлы» на йөрөүселәр Ҡаҙағстанға барғанда паронормаль күренештәргә «тап була», уларҙың күрәҙәселек таланты «асыла» һәм был «һайлап» алынғандар кешеләрҙе дауалауға «рөхсәт» алалар.
    Секта ҡорбандарын контролдә тотоу-ойошманың төп бурысы. Улар йоғонтоһонда кеше ата-әсәһенән, туғандарынан, дуҫтарынан ваз кисә, уҡыуын, эшен ташлай, үҙе һымаҡтар менән генә аралаша. Сектанттар үҙ ихтыяры булмаған, вербовщиктарҙың бойроғон үтәүсе зомбиға, йәғни тере мәйеткә әйләнә.
    Күп секталар йәшәгән йәмғиәттә мәҙәнилек юҡҡа сыға һәм яҡшыны ямандан, изгене яуызлыҡтан айырмаҫ рухи ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Бындай йәмғиәт проблемаларын үҙ аллы хәл итә алмай һәм сит-яттарҙың ихтыяжына буйһондорола.Тарихтан билдәле булыуынса, бындай ауырыуҙарға дусар булған йәмғиәт емерелә һәм тарихтан төшөп ҡала. Миҫал өсөн әйткәндә, Рим Империяһы.
    Әйткәндәй...
    Урҙа ойошмаһы—тыйылған «Ата юлы» ҡаҙаҡ сектаһының филиалы.Ҡаҙағстанда уның тәғлимәте
  • ҡазаларға килтергән—традицион медицинанан баш тартып кешеләр үҙ-үҙҙәрен үлемгә этәргән. Башҡортостанда уның йоғонтоһонда яҡты донъя менән хушлашҡандар булмаһа ла, зыян күреүселәр байтаҡ. Секта ауынан күңелдәре ғәрипләнгәндәр, ғаиләләре пыран-заран килгәндәр, ғүмер буйы йыйған мөлкәттәре кемдеңдер файҙаһына китеүҙән зыян күргәндәр бихисап.
    Мәҡәләлә исемдәр, әхлаҡи күҙлектән сығып, үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: