Әйткәндәй, 8 март көнө Хәйбуллиндарҙың ғаилә башлығы Айҙар Әхәт улының тыуған көнө лә икән. Аделина атаһының тыуған көнөнә, әсәһенә ҡатын-ҡыҙҙар байрамына бүләк булып тыуған. Ҡотлайбыҙ йәш ата-әсәне!
Айҙар Хәйбуллин да үҙ сиратында түңәрәк һан аҫтында теркәлгән акт өсөн рәхмәт белдерҙе һәм депутат бүләген ихлас ҡабул итте.
Тағы шуны әйтеп үтергә кәрәк:
Хәйбуллиндар сабыйҙарын “Бала тыуыу” суперсервисы аша теркәгән.
Был сервис аша баланы ЗАГС бүлегенә бармайынса ла яҙҙыртып була. Шулай уҡ СНИЛС, мотлаҡ медицина страховкаһы цифрлы полисын, әсәлек капиталын, бала тыуыуға бәйле пособие һәм льготаларҙы юлларға мөмкин. Электрон рәүештә ғаризалар яҙып хеҙмәттәр алырға була. Мәҫәлән, яңы тыуған баланы йәшәү урынында теркәү, поликлиникаға беркетеү, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша тыуыу тураһында таныҡлыҡ юллап, уны теләгән ЗАГС органына, теләгән ваҡытығыҙҙа барып ҡағыҙ рәүешендә ала алаһығыҙ.