АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
3 Март 2023, 10:10

Юбиляр парҙары ЗАГС-та көтәләр

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 2023 йылдың 2 айында 89 бала тыуыуы, 40 никах, 24 атай балаһын таныуы, 12 исем алмаштырыу, 35 айырылышыу, 116 үлем осрағы тураһында акт теркәлгән. 122 тыуыу тураһында таныҡлыҡ ҡабаттан бирелгән, 191 архив справкаһы эшләнгән.Бүлек етәкселеге 50,60,70 һәм 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенә.

Юбиляр парҙары ЗАГС-та көтәләр
Юбиляр парҙары ЗАГС-та көтәләр

Үҙегеҙ менән паспорт, никах тураһында таныҡлыҡ алыуығыҙ мотлаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева