Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
16 Февраль 2023, 19:45

Зөбәме, Бөжәме?

2022 йылда республикала ҡыҙҙарға ҡушылған исемдәр араһында Әминә, Ева, Амелия, Арина, София, Эмилия, Йәсминә, Алиса, Милана, Виктория бик йыш осрай. Малайҙар араһында: Әмир, Артем, Тимур, Матвей, Эмир, Марк, Мирон, Роман, Давид, Михаил. Ҡыҙҙарға ҡушылған һирәк исемдәр Лара, Илайда, Клеопатра, Элис, Синам, Калепси, Ноэми, Джамила, Виона, Октавия, Мия, Арья. Малайҙарҙа: Федор, Андреас, Акмал, Туран, Христос, Аксель, Джастин, Арис, Николаус, Сэмоэль, Нив, Раффаэле. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда 18 553 малай һәм 17 994 ҡыҙ тыуған. Һандарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған. Элек-электән бындай осраҡта ололар: донъялар тыныс тормаҫ, низағтар сығыр, тип әйтер булған.

Зөбәме, Бөжәме?
Зөбәме, Бөжәме?

Зөбәме, Бөжәме?

Исемдәр тураһында мәғлүмәт яҙғанда 1992 йылда апайымдың ҡыҙы тыуғас  исем эҙләүебеҙ иҫкә килеп төштө. Кемдер Бану тине, өлөсәйем Зөбәйҙә исемен дә тәҡдим итте Күңелгә ятҡанын таба алмайбыҙ. Шул ваҡытта күрше йортта йәшәгән йәш егет йөрөгән ҡыҙын алып ҡайтты. Ҡыҙ ҙа һылыу, исеме лә лә ят—Зөбәржәт.  Тоттоҡ та шул исемде ҡуштыҡ. Ағайҙарым әйтеүгә ауыр, ҡатмарлы, тип ҡырҡышты. Ә бына ирендең ҡыбырлауынан ғына беҙҙе аңлаған 85 йәшлек һаңғырау өләсәйем шундуҡ исеме Зөбәрйәтме, тине. Тимәк, борон да ул исем булған.

Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө Зөбәржәт Рәжәп ҡыҙына исеме ныҡ тура килә. Тора бара уның исеменә ҡыҙығыусылар күбәйҙе. Хатта тел әйләнмәй тигән ағайымдар ҙа исеме матур бит уның, тип бәләкәсте яратты.

Исеменә бәйле ҡыҙыҡтар ҙа булды. “Һеҙҙең ауылдан бер матур ғына ҡыҙ менән таныштым”,--ти икән бер егет икенсеһенә. Бына исемен иҫләп ҡала алманым: Зөбәме?Бөжәме?—ти икән. “Ә, Зөбәржәтме?”—тигәс кенә: ”Эйе,эйе”,-- тип көлөп ебәргән. Үҫә төшкәс Зөбәржәтәбеҙ Өфөгә уҡырға китте. Ундағы класташ малайы әсәһенә ҡайтып: “Беҙҙең класҡа бер ҡыҙ уҡырға килде. Исеме—Мөғжизә”,--тип әйтә ти.

Шулай исеме есеменә тап килеп йәшәй. Зөбәржәт-изумруд ҡашлы биҙәүестәр таға, йәшел-зәңгәр төҫтәргә өҫтөнлөк бирә, шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерҙе, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ире менән 3 ул үҫтерә.

фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Зөбәме, Бөжәме?
Зөбәме, Бөжәме?
Автор:Гульдар Кадаева