+20 °С
Болотло
Сибай ҡалаһында хәрби интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыш осраша. Шартлауҙар тынғанға 34 йыл ваҡыт үтһә лә, ул мәхшәрҙе күргәндәр һуғыш михнәттәрен, яуҙа ҡалған иптәштәрен бер ваҡытта ла онотмай.
Ошондай иҫкә алыу саралары кәрәкле. Айырыуса бөгөнгө көндә донъялар тыныс булмаған мәлдә йәш быуында ватанға һөйөү тәрбиәләү өсөн бигерәк әһәмиәтле. Әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙҙың да тиҙерәк еңеү яулап тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.