-Проект Сибай педагогия колледжында юҡҡа ғына тормошҡа ашырылмай. Был уҡыу йорто оҙаҡ йылдар дауамында төбәк өсөн информатика уҡытыусылары әҙерләй. Студенттарға юғары кимәлдәге белгестәр һабҡ бирә. Шулай уҡ тап ошо уҡыу йорто ирекмәндәре оло йәштәгеләргә, инвалидтарға өйҙәренә йөрөп заманса техника менән идара итергә, гаждеттарҙы ҡулланырға өйрәтә,--ти ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миңза Латипова.
Проект бер нисә йүнәлештә тормошҡа ашырыла: иң башта компьютер һәм башҡа һанлы ҡорамалдарҙы ҡулланырға өйрәтеүсе курстар ойошторола.
Сибай педагогия колледжының информатика бүлеге мөдире Мәрйәм Ишкилдина белдереүенсә, курс барышында һәр төркөм аҙнаһына ике тапҡыр дәрескә йыйыласаҡ. Программаны 4 дәрестә үҙләштереү планлаштырыла. Унан һуң инде шәхсән консультация үткәрелә. Курстаға йөрөй алмағандарға, уны дистанцион уҙғарыу мөмкинлеге бар.
Мөһим йүнәлешкә старт биреү тантанаһында проекттың маҡсатлы аудиторияһы вәкилдәре, был идеяны уйлап сығарыусы команда, шулай уҡ ҡунаҡтар, ошо өлкәлә эшләп, тәжрибә туплаған хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр ҡатнашты.
Я как представитель республиканской организации убежден что подобные проекты они должны быть и отрадно что они реализуются именно в зауралье. Потому что в наше непростое время мы должны показать нашим инвалидам пенсионерам что для них тоже все доступно.
-Бындай сараның беҙҙең Урал аръяғында башланыуына шатмын. Сөнки, күп кенә инвалидтар дүрт стенаға ҡарап ултырырға мәжбүр. Компьютерҙы үҙләштерһәләр, виртуаль донъя менән танышырҙар, белем алырҙар, тирә-яҡта барған хәлдәрҙе күҙәтеп барырҙар, замандан артта тороп ҡалмаҫтар,--ти Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының республика ойошмаһы презизидиумы ағзаһы Павел Пуликов.
Проектҡа ярашлы, тәүге уҡыу курстары 10 февралдә башлана. Белем алырға теләүселәр уңайлығын хәстәрләп, улар бер нисә төркөмгә бүлеп уҡытыласаҡ. Махсус курстар төркөмдәр тупланыуға ҡарап, 2023 йылдың июненә ҡәҙәр дауам итәсәк.