+14 °С
Ясна
Бына шундай шәп оло ғаилә йәшәй Аҡнаҙарҙа. Уларға ла, үҙ быуын кешеләренә хас, эшһөйәрлек, илһөйәрлек, ныҡлы ғаилә ҡиммәттәре кеүек күркәм сифаттар баласаҡтан һалынған һәм улар шуның менән бергә парлы ғүмер үтеп, күптәргә үрнәк булып йәшәйҙәр.
Юныс Мөҙәрис улына һәм Флүрә Шәйхетдин ҡыҙына артабанғы ғүмерҙәрендә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош, именлек теләйбеҙ!