АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
18 Ноябрь 2022, 09:30

Рәсәйҙә киләһе йылдан балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең алты төрө ғәмәлдән сығарыла

2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә алты төр пособие бөтөрөлә. Әммә был ил халҡы матди ярҙамһыҙ ҡаласаҡ тигәнде аңлатмай. Уның бер өлөшө универсаль пособиеға индереләсәк.

Рәсәйҙә киләһе йылдан балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең алты төрө ғәмәлдән сығарыла
Рәсәйҙә киләһе йылдан балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең алты төрө ғәмәлдән сығарыла

Яңы түләүгә ауырлы ҡатындарҙың ваҡытынан алда теркәлеүе (12 аҙнаға тиклем), 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге һәм 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар индереләсәк.

Түләүҙәрҙең өс төрөнә төҙәтмәләр индереләсәк. Рәсәй Пенсия фондында аңлатыуынса, эшләмәгән ата-әсәләргә 1,5 йылға тиклем бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие тулыһынса бөтөрөлә. Беренсе тыуған һәм артабанғы балалар өсөн яңы шарттарҙа 3 йәшкә тиклемге өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн 3 йылға тиклем «Путин түләүҙәре» бала табыу капиталынан айлыҡ түләү рәүешендә бирелеүе мөмкин.
 
Автор:Гульдар Кадаева