АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
10 Ноябрь 2022, 15:00

Сибайҙа алтын, хозур туйҙар гөрләй!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә алтын, хозур туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙарын ҡотланылар.«Хозур туй ул нисә йылдан?» - тиерһегеҙ.70 йыл бергә йәшәр кәрәк

Сибайҙа алтын, хозур туйҙар гөрләй!
Сибайҙа алтын, хозур туйҙар гөрләй!

Сибай ҡалаһынан Степан Борисович һәм Мария Ивановна Шмыгаль 70 йыл элек өйләнешкән. Уларҙы хозур туйҙары менән ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотланы. Башлыҡ шулай уҡ Абдрахмановтар - Юлай Зиннәт улы һәм Флюрә Нурғәле ҡыҙын, Валявиндар Виктор Иванович һәм Валентина Леонтьевна, Ғәзизовтар Әғләм Әҙеһәм улы һәм Миңлегөл Хәйрулла ҡыҙын, Горюновтар Николай Петрович һәм Валентина Георгиевна, Дауытовтар Йәүҙәт Лотфрахман улы һәмГөлсирә Шәрифйән ҡыҙын, Елховтар Валерий Григорьевич һәм Галина Ивановна, Колодежныйҙар Александр Михайлович һәм Любовь Ивановна, Меньшиковтар Николай Сергеевич һәм Светлана Владимировна, Мусиндар Булат Әхмәҙи улы һәм Файза Фазулла ҡыҙы, Новиковтар Анатолий Федорович һәм Валентина Никитична, Рахматуллиндар Нуриман Нуритдин улы һәм Ғәлиә Яҡуп ҡыҙы, Усмановтар Сыңғыҙ Мостафа улы һәм Разифа Имам ҡыҙын алтын туйҙары менән тәбрикләне. Матур ғаилә парҙарына Азамат Мырҙағәле улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бүләген һәм ҡотлауын тапшырҙы.

Юбилярҙарға Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең “Мироколица”, сәнғәт колледжының “Откровение” ансамблдәре, “Гөлдәр” бейеү ансамбле солистары йыр-моңдары һәм дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.

-50 йыл бергә нисек йәшәргә? Сере менән бүлешегеҙ әле,--тигән һорауға Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт һәм уның хәләл ефете Миңлегөл Ғәзизовтар:

-Сыҙамлы, түҙемле булырға,--тип яупланы. Ғүмер күҙ асып йомған арала үтә, үҙ-ара татыу булырға кәрәк, - тип тә өҫтәне. Арҡайым ҡасабаһы мәсетенең имам-хатибы Юлай Зиннәт улы һәм уның ҡатыны Флүрә ханым Абдрахимовтар бер-береңде тыңлап, аңлап йәшәһәң йәшәргә була тине.

Автор:Гульдар Кадаева