Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
19 Октябрь 2022, 11:54

Йәштәргә ҙур ярҙам

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев күп балалы Фәрит һәм Зәлиә Иҙиәтовтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырҙы.

Ул йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт төҙөү өсөн дәүләттән аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеге бирә.

Районда 2007 йылдан алып 267 йәш ғаилә тап ошо программа сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

-Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт мөхәббәт һәм бәхет йәшәһен! Балалар тауышы тынмаһын, именлек, тыныслыҡ теләйем! - тип яҙҙы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА