АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
28 Сентябрь 2022, 15:48

Фаилдең хәҙер үҙ фатиры бар

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Фаил Дәүләтбаевҡа фатир асҡысы тапшырҙы.

 Ата-әсә ҡарауынан иртә йәштә мәхрүм булған егет оҙаҡ йылдар Сахалинда эшләгән. Әле район үҙәгендә үҙ торлағы барлыҡҡа килгәс, ул тыуған ерендә төпләгергә иҫәп тота.

-Фаилгә эшкә урынлашырға ярҙам итәсәкбеҙ,--тине Рөстәм Динислам улы, егеткә асҡыс тапшырғанда.

Әлеге көндә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 98 етем иҫәптә тора. Һуңғы арала ошо категорияға ҡараған 5 кеше фатир асыҡысы алып ҡыуанған. Быйыл районда йәмғеһе 8 етем үҙ торлағына эйә булырға тейеш.

Автор:гульдар кадаева