Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
27 Сентябрь 2022, 14:20

Игеҙәктәр тыуҙы

Сибай ҡалаһында Руслан һәм Ксения Хәсәнйәновтарҙың ғаиләһендә икеләтә ҡыуаныс – игеҙәк бәпестәре Злата һәм Рафаэль тыуған. -Балаларыбыҙҙың игеҙ булырын беренсе УЗИ-ла уҡ белдек. Ҡыҙ һәм малай буласағын да әйттеләр,--сабыйҙарҙың әсәһе Ксения Валерьевна. Ауырлығы 2665 грамм, буйы 51 сантиметр булып тыуған Златаға тән ауырлығы 2910 грамм, буйы 50 сантиметрлыҡ Рафаэль ҡусты. Игеҙәктәргә исемде атайҙары һайлаған.

Игеҙәктәр тыуҙы
Игеҙәктәр тыуҙы

Ксенияны һәм уның ғаиләһен ҡотлайбыҙ! Бәхетле әсә беҙҙең Сибай мәғлүмәт үҙәгендә эшләп китте.

Фотола Ксения Валерьевна һәм сабыйҙарҙың ҡартәсәһе Фирҙәүес Мәүлетдин ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева