АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
24 Август 2022, 11:00

Тау сәнәғәте йәмғиәте лә акцияға ҡушылды

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылды. Билдәде булыуынса, акция аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәленә тарыған, күп балалы, тулы булмаған, инвалид бала булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға мәктәпкә әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте Хәйбулла районынан 5 ғаиләгә тулы канцелярия комплекты менән 5 ранец әҙерләгән. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр мәктәпкә барыусы ике уҡыусыға мәктәп формаһы ла алып бирәсәктар. Мәрхәмәтлек акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Райондың Ғаилә үҙәгендә акция сиктәрендә аҡсала ярҙам да, мәктәп кәрәк-яраҡтары, форма, канцелярия тауарҙары ла ҡабул ителә.

Тау сәнәғәте йәмғиәте лә акцияға ҡушылды
Тау сәнәғәте йәмғиәте лә акцияға ҡушылды

Тау сәнәғәте етәкселеге балаларға ярҙамыды 29 августа өйҙәренә алып барып тапшырасаҡ.

Тау сәнәғәте йәмғиәте лә акцияға ҡушылды
Тау сәнәғәте йәмғиәте лә акцияға ҡушылды
Автор:Гульдар Кадаева