АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
26 Февраль 2022, 20:05

1 сентябргә әҙер буласаҡ!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Урал аръяғының Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында Иҫке Сибай мәктәбе төҙөлөшөндә булды.

1 сентябргә әҙер буласаҡ!
1 сентябргә әҙер буласаҡ!

-Иҫке Сибай ауылы халҡы ғәҙел дәғүә белдерә,--тине Хөкүмәт рәйесе. -Сөнки объект ваҡытында файҙаланыуға тапшырылманы. Был подрядсының намыҫһыҙлығына бәйле. Әле яңы генераль подрядсы билдәләнде. Мәктәпте төҙөү яңы уҡыу йылы башына тамамланасаҡ һәм уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк. Республика Хөкүмәте мәсьәләне даими контролдә тотасаҡ.

Андрей Назаров Баймаҡта балалар поликлиникаһын төҙөү эштәре менән дә танышты." Баймаҡта балалар поликлиникаһы иһә "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау" төбәк программаһына ярашлы төҙөлә. Өс ҡатлы бинала 12 урынлыҡ стационар, "Ашығыс ярҙам", физиотерапия бүлектәре, 120 урынлыҡ конференц-зал, башҡа бүлектәр урынлашасаҡ. Дауахананың дөйөм майҙаны 5,8 мең квадрат метр тәшкил итә. Премьер-министр подрядсыға объекттағы эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты. Поликлиника быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

 

 «Күрһәткестәр насар түгел»

Эш сәфәрен дауам итеп Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһында булып, клиник-диагностик инфекцион үҙәкте, коррекцион мәктәп һалыу өсөн бүленгән майҙансыҡты ҡараны, шулай уҡ ҡала Советының ултырышында ҡатнашты.

Премьер-министр Андрей Назаров иң башта ҡалала йылдам төҙөлгән ковид госпиталь төҙөлөшө барышы менән ҡыҙыҡһынды, бындағы эштәр барышын ҡараны. Төҙөлөш графикка ярашлы алып барыла, 11 мартта объект техник йәһәттән сафҡа инергә тейеш. 18 мартта иһә медицина үҙәге беренсе пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта бындағы корпустарҙың барыһының да металл каркастары монтажланған, эс яҡтан бүлеүсе ҡоролмалар ҙа күтәрелгән.

Электр ҡоролмаларын монтажлау һәм сантехника урынлаштырыу эштәре дауам итә, һыу үткәрелә, вентиляция ҡоролмалары һуҙыла. Яңы госпиталь 50 бокстан тора, шуларҙың 40-ында тәүлек әйләнәһенә сирлеләрҙе дауалаһалар, 10 бокс реанимация бүлеге өсөн тәғәйенләнгән. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа бында карауаттар һаны 230-ға ҡәҙәр еткерелеп, уларҙа ятҡан һәр сирле кислородҡа тоташыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Госпиталь биналары 50 йылдан ашыу ҡулланылышҡа яраҡлы буласаҡ.

--Госпиталь төҙөлөшө Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош Урал төҙөүселәр эшкә тотондо. Төҙөлөш ыңғай ғына бара.

Инфекцион учреждениеның төбәк өсөн булдырылыуы отошло. аръяғы халҡы өсөн дә күп уңайлыҡтар тыуҙыра. Башта ҡаршылыҡтар булды, ергә бәйле мәшәҡәттәр тыуып Туймазыға ҡарағанда төҙөлөш яй башланды. Шуға ҡарамаҫтан, етешһеҙлектәр бөтөрөлөү менән

Тәжрибәнән күренеүенсә, сирлегә ярҙам бер урында күрһәтелергә тейеш. Дауалауға яраҡһыҙ, табиптар, дарыуҙар етешмәгән урында ятҡансы, бер ерҙә сифатлы медицина ярҙамы алыу күпкә уңайлы. Бында ковидтан һуң өҙлөгөүселәр ҙә, башҡа сирҙәрҙән яфалаусылар ҙа дауалана аласаҡ,-- тине Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров.--Республикалағы башҡа госпиталдәр төҙөлөштәрендәге кеүек үк бында ла эштәрҙе бер юлы алып барабыҙ. Корпустар ҙа йыйыла, медицина ҡорамалдары һатып алына, хеҙмәткәрҙәр йыябыҙ һәм уҡытабыҙ, эшмәкәрлеккә лицензия алыу өсөн документтар туплана. Инфекцион бүлектән тыш бында ҡабул итеү, интенсив терапия, экспресс-лаборатория, эндоскопия кабинеты, шулай уҡ ультра тауыш һәм функциональ диагностика бүлектәре булдырыла. Әгәр йоғошло сирҙәр ҡотора ҡалһа, бер юлы 230 ауырыуҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Уларҙың бөтәһен дә кислродҡа тоташтырыу уңайлылығы ла ҡаралған. Госпиталь биләмәһендәмедицина газы станцияһын төҙөү, вертолет майҙансығын булдырыу ҡаралған. Бындай уңайлыҡ төркөлдән сирлеләрҙе вертолет менән алып килеү мөмкинлеге бирә.

Андрей Геннадьевич артабан “Урал аръяғы балалары” күп функциялы белем биреү үҙәген төҙөү тәғәйенләнгән ер учаскаһында булды. Был коррекцион үҙәк үҙ эсенә төбәк балалары менән эшләүсе бер юлы өс учреждениены: сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар белем алған Сибай коррекцион мәктәбен, инвалид балалар уҡыған Республика дистанцион белем биреү үҙәген һәм Сибай төбәк психолог-медик-педагогик комиссияны аласаҡ тип күҙаллана.

Әммә төҙөлөш өсөн һайланған ер биләмәһе критерийҙарға тап килмәүе асыҡланды. Андрей Геннадьевич ҡала етәкселегенә коррекцион үҙәк һалыу өсөн яңы урын табырға ҡушты.

--Һайланған урын насар тимәйем, әммә унда бөгөн үк эш башлап булмай. Киләсәктә объект төҙөр алдынан урынды иғтибарлыраҡ һайларға саҡырам. Башҡа варианттарҙы ла ҡараныҡ, элекке үҙәк ҡала дауаханаһы урын уңайлы тип уйлайым. Был мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә һәм тиҙ арала хәл итергә кәрәк,-- тине А.Назаров.

Эшлекле сәфәр барышында Хөкүмәт Премьер-министры кәңәшмә лә уҙғарҙы. Унда Урал аръяғының энергия тәьминәте һәм төбәктә электр энергияһына ҡытлыҡ булмаһын өсөн подстанция төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Андрей Назаров 2021 йылдың июнендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы “Урал аръяғында энергияны һаҡлау” юл картаһын раҫлауын иҫкә төшөрҙө.

--Был иң беренсе сиртта энергия тәьминәте системаһын нығытыу, ҡулланыусылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ селтәргә тоташа алһын өсөн эшләнә. Сөнки төбәктә электр энергияһына ҡытлыҡ бар. Һәм киләсәккә пландарҙа ла был тәңгәлдә төрлө проекттар етерлек, --тип белгертте Премьер-министр

Кәңәшмәлә Урал аръяғында өҫтәмә электр селтәрҙәре инфраструктураһы булдырыу төбәктең иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясағы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был үҙ нәүбәтендә инвестицион ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ҡына ҡалмай, төбәктә электр энергияһын ҡулланыусыларҙың йәшәү рәүешен дә яҡшырта. Бынан тыш, электр селтәрҙәренә яңы тоташҡан ҡулланыусыларға заманса шарттар тыуҙыра. Был тәңгәлдә алдағы 15 йылға прекспективалы үҫеш планы ла ҡабул ителгән.

Ултырышта Сибай ҡалаһының 6-сы, “Урал аръяғы балалары” коррекцион мәктәптәре, “Шифа” төбәк-ара балалар ялы һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөштәренә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Шулай уҡ “Урал аръяғы –2022”Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйға әҙерлек тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.

Әйткәндәй, матур йолаға әүерелгән мәртәбәле сараны уҙғарыу 2-4 июнгә тәғәйенләнгән. Ҡала Советы ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Сибай ҡалаһының республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән тос өлөшөн баһалап үтте.

--Урындағы инфраструктура һәм потенциал Сибайҙың Урал аръяғының баш ҡалаһы булыуын иҫбатлай. Йыл йомғаҡтарын барланыҡ, күрһәткестәр насар түгел. 2020 йыл менән сағыштырғанда сәнәғәт етештереүе 40 процентҡа күбәйгән. Урында етештерелгән тауарҙың күләме артҡан. Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә тармаҡтарында үҫеш күҙәтелә. Төп капиталған һалынған инвестиция күләме бер ярым тапҡырға артҡан, шәхси капитал һалыу ике бөтөн ундан дүрт тапҡырға күбәйеүе яҡшы күрһәткес. Ҡалала бер бөтөн ундан ете миллиард һумлыҡ 11 инвестицион проект тормошҡа ашырыла,--тине ултырыш һуңында А.Г.Назаров.

Андрей Геннадьевич Сибай ҡалаһының Урал аръяғының локомотивы булараҡ үҫеш потенциалын барлап, мөмкинлекте тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн киләсәктә ныҡышмал хеҙмәт итеү бурысын ҡуйҙы.

1 сентябргә әҙер буласаҡ!
1 сентябргә әҙер буласаҡ!
Автор:Гульдар Кадаева