АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
11 Февраль 2022, 16:10

Компенсация түләнә

Февраль башынан Рәсәйҙә 8 яңы закон көсөнә инде.

Компенсация түләнә
Компенсация түләнә

Шуларҙың икәүһе пенсия һәм әсәлек капиталын компенсациялауға бәйле.

Индексация –законға ярашлы түләүҙәрҙең күләмен арттырыу. Ул ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәттәргә даими рәүештә хаҡ күтәрелгәнлектән килемдә юғалтыу булмаһын өсөн башҡарыла. Был юлы эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсияның страховка өлөшө 8,6 процентҡа күтәрелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа ул 5,9 процентҡа индексацияланды. Шуға күрә йылдың икенсе айында пенсия ошо ике процент араһындағы айырмаға ғына арта.

Пенсиянан һуң әсәлек капиталы ла 8,4 процентҡа күтәрелде. Шулай итеп беренсе балаға әсәлек капиталының суммаһы 524, 5 мең һум, икенсеһенә 693, 1 мең тәшкил итә. Икенсе балаға бирелгән аҡса беренсеһенә алмаған хәлдә генә шул суммаға етә. Әгәр беренсеһенә юлланһа, ул һан 168, 6 мең була.

Шулай уҡ Рәсәй ветерандарына тәғәйен түләүҙәр, әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарға балаһы тыуыу уңайынан бер тапҡыр бирелгән пособиеның да күләме арта.

Автор:Гульдар Кадаева