Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
2 Ноябрь 2021, 19:30

ҠЫШ БАБАЙ АТАЙЫМДЫ АЛЫП КИЛӘМЕ?

Ҡыҙымдың күҙенә йәштәр алып: "Әсәй, атайымды Ҡыш бабай алып киләме?"--тигән һүҙҙәрен йөрәгемә хәнйәр ҡаҙалғандай ҡабул иттем.

ҠЫШ БАБАЙ АТАЙЫМДЫ АЛЫП КИЛӘМЕ?
ҠЫШ БАБАЙ АТАЙЫМДЫ АЛЫП КИЛӘМЕ?

РЕДАКЦИЯБЫҘҒА КИЛГӘН ХАТТЫ ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ. БӘЛКИ, КӘҢӘШ БИРЕҮСЕ ТАБЫЛЫР.

 

"Хөрмәтле, редакция! Үҙемә урын таба алмайым. Бәлки, һеҙҙең социаль селтәрҙә кәңәш биреүсе табылыр.

Уйламағанда ирем хыянат итеп, ике балалы мәрйәгә сығып китте. Иламаған көнөм, төнөм булмағандыр. Әммә ҡыҙым алдында ныҡ булырға, уға күҙ йәшемде күрһәтмәҫкә тырыштым. Шулай ҙа ҡыҙым һыҙланып ҡына йөрөгәндер инде. Бер көн төшкө сәйгә ултырғайныҡ, күҙенә йәштәр алып: "Әсәй, атайымды Ҡыш бабай алып киләме?"--тип һораны. Был һүҙҙәр йөрәгемә хәнйәр булып ҡаҙалды.

Ныҡ асыуланған, үпкәләгән булһам да атаһына смс-хәбәр ебәрҙем. Ҡыҙы уны көтөүен, Ҡыш бабайҙан бүләк формаһында алырға теләүен яҙҙым. Атаһы: "Ҡайтарырға тырышма! Мин барыбер ҡайтмайым",--тип яҙып ебәргән. Йөрәкһеҙ! Ирҙәрҙе бала менән тотоп булмай тигәндәре хаҡ икән. Ә мин шул иргә күпме түҙеп йәшәнем...бала хаҡына тип. Ҡыҙым бер ни аңламаған сағында уҡ айырылырға кәрәк булғандыр , бәлки...

Нисек баланы тәрбиәләргә? Нисек йыуатырға? Уға әле 7 йәш.

Кәңәштәр көтөп--Раушания."

 

Раушанияға аҡыллы кәңәштәр яҙығыҙ. Бәлки, ярҙамы тейер. 

Автор:Резеда Валиева