АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
11 Июнь 2021, 12:35

Ололар уны ярата

Ошо көндәрҙә социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын билдәләне. Был көндө реабилитация үҙәктәре, приют, ололар йорто, шулай уҡ студенттар, уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡотлау матур йолаға әүерелгән. Әммә айырым иғтибар оло йәштәрендә ҡарауһыҙ ҡалған ололарҙы баҡҡан социаль хеҙмәткәрҙәргә бүленә.

Ошо көндәрҙә социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын билдәләне. Был көндө реабилитация үҙәктәре, приют, ололар йорто, шулай уҡ студенттар, уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡотлау матур йолаға әүерелгән. Әммә айырым иғтибар оло йәштәрендә ҡарауһыҙ ҡалған ололарҙы баҡҡан социаль хеҙмәткәрҙәргә бүленә.

Социаль хеҙмәт тәү ҡарауға мәрхәмәтлеккә тартым, әммә изгелек ҡылыусыларҙан айырмалы рәүештә социаль хеҙмәткәрҙәр махсус теоретик һәм практик белемгә эйә. Улар үҙ ҡарамағында булған оло йәшәтегеләрҙе ҡул ярҙамынан тыш, рухи, психологик һәм хоҡуҡи яҡтан да ҡурсалай.
Риммә Ишмөхәмәтова социаль хеҙмәткәр булып йәштән эшләй. Эш графигының һығылмалы булыуы уға оҡшай. Ғаиләһен, 2 балаһын да ҡарап өлгөрә, өлкәндәрҙе лә хәстәрләй. 20 йылдан ашыу ошо хеҙмәткә тоғро булыуы менән ул күптәргә үрнәк.
--Тәүге йылдарҙа беҙ бөтөнләй балалары булмаған яңғыҙ ололарҙы ҡанат аҫтына ала инек. Хәҙер уларға инвалидтар һәм 60 йәштән үткәндәр өҫтәлде. Балалары булыуы, булмауы мөһим түгел. Минең ҡарамаҡта башлыса инвалидтар һәм яңғыҙ әбейҙәр. Шундайҙарҙы ҡарайым?—ти Римма Ишмөхәмәтова.
Римма Муллайән ҡыҙы 20 оло кешене баға. Уның һәр минуты ҡәҙерле – көнөнә 5-6 кешегә төрлө ярҙам күрһәтә. Һөҙөмтәлә ҡул аҫтындағыларға аҙнаһына ике тапҡыр барып, хеҙмәт күрһәтә. Бер көнөн ул ололарҙы дауаханаға йөрөтөүгә бүлә. Ул һәр оло кешенең туғандары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Үҙҙәре оҙайлы ваҡыт берәй ҡайҙа китһә, яҡындарын хәстәрләүҙе Римма Муллайән ҡыҙы ҡарамағына ышанып ҡалдыралар. .
--Шул хәтлем егәрле, уңған хеҙмәткәр ул Римма. Бөтә эшемде лә эшләй. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, --ти Мөкәрәмә Ширмаева, үҙен бағыусыһы хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтеп.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эше үтә яуаплы. Улар ауыр тормош хәленә тарыған, ғүмер көҙҙәрендә яңғыҙ ҡалғандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, хәстәрләй, баға. Был һөнәр эйәләренең мөһимлеге былтыр коронавирус панедемияһы барышында ныҡлы асыҡланды. Улар шулай уҡ сәләмәтлектәре торошо, ҡартайыуҙары арҡаһында көнкүреш мәсьәләләрен үҙаллы хәл итә алмаусыларҙың тышҡы тормош менән бәйләнеше, уң ҡулы.
Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән