Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
26 Март 2021, 13:30

100 йыл элек Башҡортостанда ниҙәр булған?

1920-1922 йылдарҙа башҡорт халҡы, ғүмерҙә бумаған аслыҡҡа дусар ителә. Әлбиттә, тарихҡа ул “Голод в Поволжье” тип кенә инеп ҡалған. Ә бына шул ваҡытта сыҡҡан гәзиттәге мәҡәләнән бер һөйләм: ,,Башкирское население переживает такие муки голода, перед которыми бледнеют все ужасы Поволжья”.Нимәгә кәрәк был ҡурҡыныс тарихты иҫкә алыу тиеүселәр булыр. Кәрәктер тием.Беренсенән, күп исраф итәбеҙ.Яңыраҡ хатта бер рәссам икмәк телемдәренән стенаға, үтек менән ҡыҙҙырып ҙур панно эшләп ҡуйған.Ҡайҙа ҡарама, нисек ябығырға өйрәтеп рекламалар сыға.Ябығыу өсөн күп аҡса сарыф итер заман килер тип әйтһәләр, ни тигән булырҙар ине икән астан интегеүселәр?Икенсенән, беҙ үҙебеҙҙең тарихты белергә тейеш!

1921 йыл--аслыҡ йылы, йот булған тип барыбыҙ ҙа ишетеп белә. 1920-1921 йылдар ҡоро килгәнлектән, баҫыуҙағы ашлыҡ уңышын кәрәгенсә йыйып ала алмағандар, тип яҙалар. Халыҡтың 22 проценты аслыҡтан ҡырылған ул йылда, ти тарихсылар. Күпләп мал тотоп өйрәнгән башҡорт халҡы, уңыштың аҙ булыуынан ғына шул хәтлем ҡырылмаҫ ине шул.
1917 йылдан алып барған Граждандар һуғышы ваҡытында уҡ халыҡтың шәхси хужалыҡтағы мал-тыуары таланып бөткән булған. Бигерәк тә “ҡыҙыл”дар тарафынан һәм башҡорттар күп йәшәгән райондарҙа. Етәкселәр итеп ситтән ебәрелгән әпкәләйҙәр “продразвёрстка”, “продналог” тип булған ашлыҡтың орлоҡҡа тип ҡалдырылғанына тиклем һыпырып алып китеп торғандар. Ҡаршылашҡандарҙы һөргөнгә ебәргәндәр. Ә урмандарҙы “национализировать” иткәс, ағас менән кәсеп иткәндәр ҙә бер ниһеҙ тороп ҡалған була. Мал ғына түгел, күп ғаилә хатта йорт-ҡураһыҙ тороп ҡалған. Таулы райондарҙа ул йылда халыҡтың 52 проценты аслыҡтан ҡырылып бөткән. 1922 йылдағы Американың ярҙамға ебәрелгән аҙыҡ-түлеге лә, тимер юл бумағанлыҡтан, тейешенсә төпкөл ерҙәргә барып етмәй ҡала. Башҡа өлкәләрҙә 10% халыҡ асыҡһа, Башҡортостанда 90%- ты аслыҡтан интегә. 1921 йылдың авгусына тиклем, Совет хөкүмәте тарафынан халыҡҡа бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй.
Шулай итеп, 1920-1922 йылдарҙа башҡорт халҡы, ғүмерҙә бумаған аслыҡҡа дусар ителә.
Әлбиттә, тарихҡа ул “Голод в Поволжье” тип кенә инеп ҡалған. Ә бына шул ваҡытта сыҡҡан гәзиттәге мәҡәләнән бер һөйләм: ,,Башкирское население переживает такие муки голода, перед которыми бледнеют все ужасы Поволжья”.
Нимәгә кәрәк был ҡурҡыныс тарихты иҫкә алыу тиеүселәр булыр. Кәрәктер тием.
Беренсенән, күп исраф итәбеҙ.
Яңыраҡ хатта бер рәссам икмәк телемдәренән стенаға, үтек менән ҡыҙҙырып ҙур панно эшләп ҡуйған.
Ҡайҙа ҡарама, нисек ябығырға өйрәтеп рекламалар сыға.
Ябығыу өсөн күп аҡса сарыф итер заман килер тип әйтһәләр, ни тигән булырҙар ине икән астан интегеүселәр?
Икенсенән, беҙ үҙебеҙҙең тарихты белергә тейеш!
Ата-әсәгә балаларының аслыҡтан интеккәнен күреүҙән дә ҡурҡынысы юҡтыр ул был донъяла.
Өсөнсөнән, аслыҡ әллә ҡайҙа тороп ҡалмаған шул. Статистика буйынса, Ер йөҙөндә әлеге ваҡытта йылына 6 миллион бала астан үлә.
Халҡыбыҙҙың ауыр үткәненә хөрмәт йөҙөнән, атайымдың һөйләгәндәрен
бәйән итәм.
Атайым--Ишмурзин Абдулла Исмәғил улы 1914 йылда Баймаҡ районының Түбәнге Мәмбәт ауылында тыуған. Шахтала эшләгән ҡартатайым үлеп киткәс, атайым биш йәшендә етем ҡала. Ҡартсәйем 1920 йылда Хәйбулла районының Әбделнәсир ауылына Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡан Әхмәткәрим тигән кешегә кейәүгә сыға. Яңы ғәиләлә атайым эйәреп килгән бала була.
--Йот йылы Әбделнәсир ауылында халыҡ ныҡ ҡырылды,--тип һөйләй торғайны ул. Ас кешеләрҙең мәрхүмдәрҙе ерләргә лә хәле лә етмәгәс, мәйеттәрҙе ауылдың ҡалҡыу урынында торған мөгәзәйгә һалып баралар. Ҡыш аҙағына мәйеттәр унда ла һыймай башлағас, ауыл халҡы уларҙы тығыҙлап һалырға ҡарар итә. Атайымдың үгәй атаһы, Әхмәткәрим ҡартатай, уларҙы сығарып, яңынан утын кеүек йышлап һала. Ауыл халҡы килеп ҡарап торҙо, ти ул. Шәл бөркәнгән ике әбей: ,,Был Әхмәткәрим, һуғышта булғас, ҡурҡмайҙыр инде, "--тип һөйләшеп торҙолар, тип, хәтерендә ҡалғанын һөйләй торғайны.
Беҙ бәләкәй саҡта Азиянан, беҙҙең ауыл ҡыҙы, Алтынсәс тигән инәй килеп йөрөй торғайны ауылға.
Йот йылы, ауылдан ауылға тәғәм ризыҡ өмөт итеп йөрөгән кешеләр күп булған. Етем ҡалған Алтынсәскә лә ауыл буйлап һоранып йөрөргә тура килә. Үҙ ауылына, Әбделнәсирға Зәңгәр тауы аша төшөп килгәндә (хәҙерге ферма урынында) бер өй усағынан төтөн күреп, шунда йүнәлә. Ул өйҙә ит бешерәләр икән. Ҡыҙыҡайҙы ашарға саҡыралар. Ашап ултырғанда, ит араһынан тиртеп бешкән, кеше бармаҡтары (ҡул суғы) килеп сыға. Алтынсәс эштең нилектә икәнен аңлап ҡалып, сығып ҡаса. Ҡулына бысаҡ тотоп баҫтырған ҡарсыҡ Мунса йылғаһы аша сыға алмай ғына тороп ҡала. Үрге быуа янындағы зыяратта (хәҙерге иҫке зыярат) дүрт ирҙең кемделер ерләгәнен күреп ҡалып, бала зыярат мөйөшөнә барып ултыра. Ирҙәр эшен бөтөрөп ҡайтырға йөрөгәндә, араһындағы өлкәнерәге, бер иргә: “Балдыҙыңды үҙеңә алаһың инде " тип өндәшә, ҡыҙға күрһәтеп. Улар ауылға ҡайта.
“Шулай итеп, кеше итен дә ашап ҡарарға тура килде миңә,”--тип һөйләгән Алтынсәс инәй, атайыма.
Кеше ашау осрағы, ул ваҡытта йыш ишетелә торған хәл булған. Яҙ етеп, күгүләнгә аяҡ баҫҡас ҡына кеше мандый башлай. Ҡартсәйем ҡатындар менән алыҫҡараҡ йыуа йыйырға китә. Атайым түҙемһеҙлек менән әсәһен көтөп, ауыл ситенә үк барып сыға. Ситән араһында йәшенеп ятҡан ир, атайымды саҡырып өндәшә. Һағайып ҡалған атайым уның ташлаған йыуаһын алып ашай. Йыуаһын ташлаған һайын баланы үҙенә яҡынайта бара икән ул ир. Шул ваҡыт ҡырҙан ҡайтып килгән ҡартсәйем әллә ҡайҙан күреп ҡала ла: “Абдуллааа!"--тип ҡысҡырып ебәреүгә, атайым тороп йүгерә.
Тағы ла бер хәл. Баймаҡ районы шахтаһында эшләгән ғаиләләр араһында ла ныҡ аслыҡ була. Яҙ, йылға ташҡан мәл, үлән әле үҫмәгән саҡ. Бер йәш ҡатын (атайым уны “еңгәм” тине) ҡыҙ балаһының астан интеккәненә түҙә алмай, уны йылға буйына алып бара. Сәсен тарап, үреп ултырған булып, ҡыҙын ярҙан этеп төшөрөп ебәрә. Ҡыҙы: “ Әсәәәй! "--тип ҡысҡырып, ташҡын һыуға төшөп күҙҙән дә юғала. “Бына бит, Абдулла, күгүләнгә баҫып, тамаҡ туйҙы ла китте, ҡыҙым ғына юҡ бит”,--тип илап һөйләр буған ҡатын.
Ауылыбыҙҙан алыҫ түгел, Суҡташ янында, бейек кенә итеп таш менән буралған ҡәбер бар. Аслыҡтан, ҡайҙа ятҡан Ейәнсура районынан, килеп сыҡҡан бер кеше ерләнгән унда.
Беҙгә һәр ҡапҡан ризығыбыҙға шөкөр итеп, исраф итмәй, зарланмай, йәшәй торған заман насип булған. Әлхәмдулилләһ!
Юҡ бар картиналар һәм байрамдар менән ҡотлағанса, ошо мәҡәләне уҡып һығымта яһайыҡ.
Авторы билдәһеҙ (ватсаптан).
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.