Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
11 Март 2021, 12:00

Тыуымды арттырыу өсөн

Ярҙамсы репродуктив технологиялар программаһын файҙаланыу тыуымды дәртләндереүҙең иң һөҙөмтәле алымын тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты маҡсаттарҙың береһе – тыуымдың суммар коэффициентын 2020 йылғы 1,62-нән 2024 йылға 1,72-гә тиклем арттырыу.

Был күрһәткескә өлгәшеүҙә түлһеҙ парҙар менән эшләү, шул иҫәптән ярҙамсы репродуктив технологияларҙы файҙаланып түлһеҙлекте дауалау ҙур әһәмиәткә эйә. ЭКО был проблеманы хәл итеү йәһәтенән иң ҡулай алым булып тора.
ЭКО яһау буйынса дәүләт гарантиялары программаһын тормошҡа ашырыуҙа биш медицина ойошмаһы ҡатнаша. Улар – Республика медицина-генетика үҙәге, “Әсә һәм бала” клиникаһы, “Ғаилә” медицина үҙәге, “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге” үҙәге, “ММЦ Медикал Он Груп-Өфө” йәмғиәте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылда яһалған ЭКО программаһы һөҙөмтәһендә быйыл 300 бала донъяҡа килергә тейеш.