Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
11 Сентябрь 2020, 15:10

Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға дәүләт ярҙамы

Ауыр тормош хәленә тарығандарға дәүләт ярҙам иткәнен һәр кем белмәй. Социаль контракт ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам иткән ярҙам төрө булып тора. Яңыраҡ был программаға үҙгәрештәр индерелде.Нимәнән ғибәрәт һуң ундай ярҙам?

Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға дәүләт ярҙам иткәнен һәр кем белмәй. Социаль контракт ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам иткән ярҙам төрө булып тора. Яңыраҡ был программаға үҙгәрештәр индерелде.
Нимә ул?
Социаль контракт – халыҡты социаль яҡлау органдары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында билдәләнгән йәшәү кимәленән кәм килемле ғаиләләр араһында төҙөлгән килешеү. Уның буйынса халыҡты социаль яҡлау органы дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йөкләмә ала, шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр, аҡсалата түләү, тейешле тауарҙар менән тәьмин итеүҙә. Ярҙам алған яҡ та үҙенә айырым йөкләмәләр ала: яңынан уҡыу, эшкә урынлашыу, үҙ эшен үҫтереү.
Йөкләмәләр тураһында тулы мәғлүмәтте Рәсәй Федерацияһының “Граждандарға социаль ярҙам” дәүләт программаһының 8.6-сы ҡушымтаһы аша белергә була.
Пособиенан айырмаһы
Социаль пособиенан айырмалы рәүештә, социаль контракт мохтаждарға үҙ-үҙен тәьмин итеүгә күсеүгә йүнәлтелгән.
Бында түләүҙәр килешеү нигеҙендә маҡсатлы ғына файҙаланылырға тейеш: граждан уҡырға һәм артабан эшкә урынлашырға бурыслы.
Аҡсаны нисек файҙаланырға?
Социаль контракт төҙөү һөҙөмтәһендә бирелгән аҡсаны яңы һөнәргә уҡыуға йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға, эш эҙләүгә һәм үҙ эшеңде асыуға йүнәлтергә мөмкин. Бынан тыш, мохтаж ғаиләләр уны ауыр тормош мәсьәләһен хәл итеүгә файҙалана ала – үтә ныҡ кәрәкле әйберҙәр, дарыу, аяҡ һәм өҫ кейеме, шәхси хужалыҡты алып барыу өсөн талап ителгән әйберҙәр, шулай уҡ дауаланыу, мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ, мәктәптә белем алыу һәм мәктәпкәсә тиклемге хеҙмәттәр өсөн.
Социаль контракт сиктәрендә түләү күләме аныҡ төбәктә урынлаштырылған шарттарға бәйле.
Нимә үҙгәрҙе?
Яңыраҡ был программаға үҙгәрештәр индерелде, уға ярашлы социаль контракт аҡсаһын файҙаланыу мөмкинлектәре артты. Хәҙер талап ителгәндә ярҙамды балаларға өҫ һәм аяҡ кейеме, мәктәп кәрәк-ярағы алыу кеүек ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкин.
Шәхси предприятие асҡанда социаль контракт аҡсаһын материалдар һатып алыуға, ҡуртымға һәм ҡуртым сығымдарын түләүгә файҙалана алалар, әммә ул бирелгән түләүҙең 15 процентынан артмаҫҡа тейеш.
Социаль контракты булған граждандар өсөн эшкә урынлашыу ҡағиҙәләре лә ябайлаштырылған. Хәҙер һынау ваҡытын үтеү мотлаҡ талап ителмәгән осраҡта, шунда уҡ эшкә урынлашырға мөмкин.
Быны белеү мотлаҡ!
Алдан билдәләп китеүебеҙсә, аҡсаның социаль контракт буйынса йөкләмәләрҙе үтәүгә генә йүнәлтелеүе мотлаҡ. Ярҙамды маҡсатлы ҡулланыуҙы дәлилләгән тауар чектары һәм һатыу-алыу килешеүҙәре, расписка кеүек документтар булырға тейеш.
Шарттар үтәлмәһә...
Шарттарҙың үтәлмәүе был контрактты өҙөүгә нигеҙ булып тора. Тейешле түләүҙәр ҙә туҡтатыла.
Социаль контракт ғәмәлдә булған саҡта үҙ теләгегеҙ менән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатһағыҙ, һеҙгә дәүләткә социаль ярҙам сифатындағы аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк.
Килешеү күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?
Ярҙам ваҡыты өс айҙан бер йылға тиклем ҡаралған, уның оҙонлоғо контрактта күрһәтелгән яраҡлашыу программаһынан сығып билдәләнә. Уны халыҡты социаль яҡлау органы Рәсәй Федерацияһы субъектының норматив-хоҡуҡи акттары нигеҙендә оҙайта ала.
Программа ҡайһы төбәктәрҙә ғәмәлдә?
Социаль контракт буйынса 21 пилот төбәк эшләй. Әлеге ваҡытҡа 58 мең килешеү төҙөлгән. Программала ҡатнашҡан төбәктәр – Башҡортостан, Коми, Марий Эл, Мордва, Татарстан, Тыва, Ҡабарҙа-Балҡар, Удмурт, Сыуаш республикалары, Алтай, Пермь һәм Приморье крайҙары, Вологда, Иваново, Ҡурған, Липецк, Түбәнге Новгород, Новгород, Һарытау һәм Томск өлкәләре.
2021 – 2022 йылдарҙа иһә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә ошо маҡсатта федераль бюджеттан субсидиялар биреләсәк.
Төбәктәр контрактты алыу һәм файҙаланыу буйынса өҫтәмә тәҡдимдәр индерә ала. Мәҫәлән, ҡайһы бер урындарҙа социаль контракт сиктәрендә алынған аҡса менән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурысты ҡапларға ла мөмкин.
Тулы мәғлүмәт һәм ярҙам алыу өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Башҡортостан гәзите сайтынан