Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте ҡарамағындағы 2-се торлаҡты эксплуатациялау участкаһының техник күҙәтеүсеһе Наталья Яковлевна Пуркинаның эше бик яуаплы. Ул күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән заявкалар ҡабул итә, акттар төҙөй, көндә участкаһын тикшерә. Көҙ һәм яҙ миҙгелдәрендә техник күҙәтеүселәр идарасы компания ҡарамағындағы 275 күп фатирлы йорттарҙың торошон—ҡыйыҡтан алып подвалғаса ҡарап сыға. Наталья Яковлевна әйтеүенсә, башлыса йорт хужалары һәм инициатив төркөмдәр менән хеҙмәттәшлек итә, сөнки халыҡ менән тура бәйләнеш тотоу—уларҙың дөйөм эшенең мөһим өлөшө.
--Был тәңгәлдә һәр кемде ишетергә, бер-береңде аңларға, үҙеңде тота белергә кәрәк. Кешеләр дәғүә менән килһә, беҙ шундуҡ мөрәжәғәтте теркәйбеҙ һәм оҙаҡҡа һуҙмай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итәбеҙ,--ти Н.Я.Пуркина. -Беҙҙең эштә бер-береңде тыңлау һәм аңлау бик мөһим. Торлаҡты эксплуатациялау участкаһына мөрәжәғәт итеүсе һәр кем мастерҙарҙың боҙоҡлоҡтар булған ергә ваҡытында барып, уны сифатлы итеп эшләп ҡуйыуын теләй. Әммә ҡайһы ваҡыт көтөргә, сабыр итергә тура килә. Тиҙ ҡарала торған заявкалар була, авария булмаһын өсөн тәү сиратта шулар хеҙмәтләндерелә. Һәр хәлдә бер дәғүә лә яуапһыҙ ҡалмай.
Наталья Яковлевна 2-се торлаҡты эксплуатациялау участкаһында күптән эшләй. Башта бында эшкә килгәс уны ҡурҡыу ала, һандарҙы, йорттарҙы ғүмерҙә лә иҫемдә ҡалдыра алмаҫмын, тип шикләнә. Хәҙер инде ул был йорттарҙы ғына түгел, унда йәшәүселәрҙе яттан белә. Кешеләр ҙә уға өйрәнеп бөткән, хатта урамда күрһәләр һаулыҡ һорашып, үтенестәрен, проблемаларын һөйләп китә.
Н.Пуркина Сибайҙа күп балалы ғаиләлә тыуған. Орск ҡалаһында кондитер һөнәрен үҙләштергән. Хеҙмәт юлын фабрика ашханаһында башлаған. Ире Сергей менән улар ҡала катогында танышҡан. Егет әрменән йөрөп ҡайтҡас, йәштәр өйләнешкән. Шунан Мурманск-30 ябыҡ хәрби часында йәшәгәндәр, ире шунда хеҙмәт иткән. 1990 йылда Сибайға ҡайтып төпләнгәндәр. Хәҙер инде балалары үҙҙәре ғаиләле, ҡыҙы Магнитогорск ҡалаһында, улы Челябинскийҙа йәшәй. Берҙән-бер генә 13йәшлек ейәне бөтә тормошоноң йәме.
20 йыл бер урында эшләүсе техник күҙәтеүсе хеҙмәттәштәре—урам һепереүселәр Зәмһәриә Усманова, Мөслимә Әхмәтова, Райхана Сәлмәнова, балта оҫталары Александр Нуйкин, Руслан Байгузиндың эштәрен юғары баһалай. Тәүге начальнигы Владимир Мичуринды тик яҡшы яҡтан телгә ала. Ул эшләгән ваҡыттағы традициялар һаман дауам итеүенә ҡыуана. Йәмғиәт етәкселеге эшселәр араһында даими спорт ярыштары уҙғара, коллектив менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү ҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра. Наталья Яковлевна велосипедта йөрөргә ярата. Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем ул унан төшмәй тиһәң дә хата булмаҫ. Участкаһын да урап сыға, баҡсаһына ла йөрөй.
Толаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Наталья Пуркинаны һәм уның барлыҡ хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған эштәрендә тотороҡлолоҡ, аварияһыҙ хеҙмәт, киләһе көнгә ышаныс, уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең эшегеҙгә ҡалалаштарҙың уңайлы шарттарҙа йәшәүе бәйле, шуға күрә именлек һәр ваҡыт юлдаш булһын!